ТУМАРЛАУ
маннай башланы. Оло кеше лә туманнаймы ни ул?
ТУМАР I (Р.: кочка на болотистом месте; И.: hummock; tussock; T.: tümsek) и.
1. һаҙлыҡта сурайып ултырған өҫтө үләнле суҡаҡ; түңгәк. □ Кочка на болотистом месте. Тумарға баҫыу. ■ [Дружинниктар] урыны-урыны менән һаҙлыҡта үҫкән тумар өҫтөнән һикерҙеләр. Я. Хамматов. Берәүҙәр кәрәк менән ҡар көрәй, икенселәр ҡамыш, күрән ура, бәғзеләре көлтәгә бәйләй, ҡайһылары балта менән тумар ҡырҡа. Т. Ғарипова. Өс тумарҙы бик йәһәт өҙөп ырғытты ул [Гөлсөм]. Н. Мусин. Таналыҡҡай буйы — сәсле тумар, яҙғы үрткә янып, көл булһын. Халыҡ йырынан.
2. диал. Түмәр; йыуан ағастың ҡыҫҡа ҡырҡындыһы. □ Чурбан. Тумар ярыу. Тумарға ултыртып тороу.
3. күсм. Тупаҫ, дорфа кеше. □ Грубый, невежливый человек. Тумар әҙәпһеҙ һөйләшеүе менән кәйефте төшөрҙө. Тупаҫ, дорфа кешене беҙҙә тумар тип тә йөрөтәләр.
ТУМАР II (Р: грубо; И.: grossly; T: kabaca) р. диал.
Тупаҫ, дорфа; тоҡон, ҡапыл. □ Грубо, невежливо; резко. Тумар өндәшеү. Тумар һөйләшеү. Тумар ғына әйтте лә ҡуйҙы.
ТУМАР ЕЛӘК (еләге) (Р: морошка; И.: cloudberry; T: kutup böğürtleni) и. диал.
Һаҙ еләге. □ Морошка (лат. Rubus сһа-maemorus). Тумар еләк йыйырға барҙыҡ. Тумар еләк быйыл бик уңған.
ТУМАР ЙЫУАҺЫ (Р: лук угловатый; И.: wild onion species; T: bir tür soğan) и. диал.
Һаҙ йыуаһы; һыулы һаҙлыҡ ерҙә үҫә торған йомшаҡ сөсө йыуа. □ Лук угловатый (лат. Allium angulosuni). һутлы һәм татлы булып ҡотороп үҫкән быйыл тумар йыуаһы. Тумар йыуаһының икенсе төрлө исеме лә бар: күл йыуаһы.
ТУМАРЛАҠ (тумарлағы) (Р: клубок;
И.: ball; lump; T: yumak) и. һөйл.
Билдәле бер ҙурлыҡта йомарланған нәмә, йомарлам, йомғаҡ. □ Клубок, комок, катышек. Бер тумарлаҡ май. Бер тумарлаҡ балсыҡ. Тумарлаҡ сыр. ■ Бына малайҙар,
ҡар тумарлаҡтарын тәгәрәтә-тәгәрәтә, ҙур ғына кеше кәүҙәһе баҫтырып ҡуйҙылар. Ә. Бикчәнтәев.
ТУМАРЛАНЫУ (тумарлан-) (Р: округлиться; И.: become round; T: yuvarlanmak) ҡ.
1. Тумалаҡ хәлгә килеү; тумалаҡланыу. □ Округлиться, становиться круглым. ■ Ҡайһылай баҙыҡ атлай ул [Фатима]! Балтырҙарының һум иттәре, йоҙроҡтай тумарланып, тығыҙ тартыла. Б. Бикбай.
2. Йомарланыу; йомро хәлгә килеү. □ Становиться круглым. Тумарланған май. Бесәй тумарланып ята.
3. Уҡмашыу, түңгәкле, киҫәкле хәлгә килеү. □ Скатываться в комки. Балсыҡ тумарланған, һөргән ер тумарланып ята.
4. Тумалыу. □ Образовываться, появляться, возникать, завязываться (о завязи, почке, плоде). Сәскә орлоҡҡа тумарланған.
ТУМАРЛАУ I (тумарла-) (Р: округляться; И.: round off; T: yuvarlaklaşmak) ҡ. диал.
1. Тумалаҡ-тумалаҡ булып таралыу. □ Округляться, придать, придавать округлый вид. Тумарлаған туп кеүек. ■ [Емеш] мейестә тумарлап ятҡан үле күмерҙәрҙе берәм-берәм тотоп, йомшаҡ йүкә күмерен эҙләп алды. 3. Биишева.
2. Тәгәрләү, шыуыу. □ Катиться. Яр аҫтына тумарланы. ■ Күрҙегеҙме, ҡайҙа баҫып һөйләй минең батыр атайым! — тип, күктән төшкәндәй тумарлап килеп етеп, икебеҙҙең һушты алды Әптерәй. Й. Солтанов. Йөрәкһеп ҡысҡырыуыма, алты быуынлы Носрат сыбыртҡыһы һелтәнеп тә өлгөрҙө — Әминәбеҙ арҡаһын тотоп бөгөлдө, Таңнуры тумарлап китте. Й. Солтанов. Йыртҡыс менән икеһе ҡуша, боғаҙға-боғаҙ алышып, ғыжылдап юл ситенә тумарланылар, сана ҡанаты аҫтында ҡалдылар. Экспедиция материалдарынан.
ТУМАРЛАУ II (тумарла-) (Р: быть беспризорным; И.: be stray; T: başı boş olmak) ҡ. диал.
Ҡараусыһыҙ булыу. □ Быть беспризорным. Байғош балаһы әүәле йөрөнө тумарлап.
571