Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 572 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУМАРЛЫҠ
ТУМАРЛЫҠ (тумарлығы) (Р.: кочковатая местность; И.: tussoky terrain; T: tüm-seklik) u.
Тумар күп булған ер; түңгәклек. □ Кочковатая местность; кочкари, кочкарник. Яр буйында тумарлыҡ бар. Ҡаулан улән тумарлыҡта була. М Һөйләп тә бөттө һәм: «Ишек алдым — тумарлыҡ, Йософҡа илтеп туғарҙыҡ», — тип килеп туҡтаны. С. Агиш. Беҙҙең генә йылға, ай, — тумарлыҡ, тумарлыҡта ҡаҙҙар ҡунырлыҡ. Халыҡ йырынан.
ТУМАРСА (Р: обрубок; И.: block; Т.: kütük) и. диал. ҡар. киҫкә.
Тумрау, бүкән. □ Обрубок, колода, чурбан. Бер тумарса ағас. Тумарса ярыу. Ҡайын тумарса.
ТУМАРУМАРТА (Р: борть; И.: log beehive; T.: ağaç kovuğundaki arı kovanı) и. диал. ҡар. солоҡ.
Үҫеп ултырған ағасты соҡоп яһаған умарта; түмәр умарта. □ Борть. ■ Айыу, ағас башына .. менеп, ботаҡҡа ултырып алған да тумарумартаның балын кәрәҙе-кәрәҙе менән һоғонорға тотонған, ти. Әкиәттән.
ТУМАРЫУ (тумар-) (Р: валить; И.: fell; T.: yıkmak) ҡ.
1. Ауҙарыу, йығыу. □ Валить. Ағас тумарыу. Имән тумарыу. Урман тумарыу.
2. Эре киҫәктәргә бүлеү. □ Резать на большие куски. Икмәкте тумарыу. Итте тумарыу. Ҡәбеҫтәне тумарыу.
3. Ботарлау. □ Разрубить, һыйыр түшкәһен тумарыу. Утын тумарыу. Тумарып бөтөү.
ТУМАСА (Р: троюродные родственники; И.: second cousins; T.: kardeş) и. диал.
Өс туғандар. □ Троюродные родственники. Тумасаһы менән танышыу. Тумасаһы күрше йәшәй. Тумасаны күреү.
ТУМАСТАУ (тумаста-) ҡ. диал. ҡар. тумырыу 1. Утын тумастаным.
ТУМБАҪ (Р: хитрюга; И.: sly person; T: sinsi) и. диал.
Хәйләкәр; йәшерен эш итеүсе, аҫтыртын кеше. □ Хитрюга, хитрый человек. ■ Мәзин телгә бөткән бер тумбаҫ ине. Б. Бикбай.
ТУМБАТ (Р: скрытный человек; И.: reticent, secretive person; T: içine kapanan kimse) и. диал.
Уй-ниәтен һиҙҙермәй, шым ғына эш итеүсе, йомоҡ кеше. □ Скрытный, необщительный, замкнутый человек. Тумбаттың холҡо йомоҡ. Тумбат эшен шым эшләй.
ТУМБЛЕР [ингл. tumbler] (Р: тумблер; И.: switch; T: mandal düğmesi) и. тех.
Ниҙеңдер хәрәкәтен, ағымын, бәйләнешен бер йүнәлештән өҙөп, икенсе йүнәлешкә үҙгәртеп тоташтырыу өсөн булған ҡулайлама. □ Тумблер. Я Уларҙың «сәнскеләрен» тейешле розеткаларға тыҡты, һул ҡулы менән батареяға тоташтыра торған тумблерҙы шылт итеп борҙо — диапазонды күрһәтә торған шкала яҡтырып китте, ә уң ҡулы менән настройканың түңәрәк эбонит башынан тотоп, үҙенә кәрәкле тулҡынды эҙләй башланы [Камалова]. И. Абдуллин. Рация тапшырыу башларға әҙер, тумблерҙы бораһы ғына ҡалды: бына-бына эфирға нөктә-тирелар оса башлаясаҡ. И. Абдуллин.
ТУМБОЧКА [рус. I (Р: тумбочка; И.: bedside table; T: dolap) и.
Бәләкәй тәпәшәк шкаф. □ Тумбочка. Тумбочкаға сәскә ҡуйыу. Тумбочкала китаптар өйөлөп ята. ■ Заһиҙә әбей, байтаҡ ятҡас, тумбочка өҫтөндәге төнгө утты яҡтыртып, шым ғына урынынан торҙо. Н. Мусин. Баш осомдағы тумбочка өҫтөндә газета ҡағыҙына төрөлгән төйөнсөккә күҙем төштө. М. Кәрим. Йәш ҡатын яҙғы иртәнең аяҙ күк йөҙөн хәтерләткән күҙҙәре менән генә йылмайып алды, ҡулындағы сумкаһын телефон торған тумбочка эргәһенә ҡуйып, туфлийына эйелде. А. Мағазов.
ТУМБЫҒЫУ (тумбыҡ-) (Р: неметь;
И.: grow numb; T: uyuşmak) ҡ.
1. Ойоған кеүек булып иҫһеҙләнеү; тум-быу. □ Неметь, терять чувствительность. Баш тумбыҡҡан. Урындыҡ түрендә бөкләнеп ултырып, аяҡ тумбығып киткән, быуындарҙы яҙа алмай яфа сиктем. К Үҙенә тынғы бирмәгән һорауҙарҙан башы тумбығып, бәләкәй Урал яҫтыҡҡа ҡапланып
572