ТУМПАЙЫУ
ятыр ҙа төндәрен буҫлығып илар ине. Ш. Янбаев.
2. Туңған кеүек булып иҫһеҙләнеү; өшөү, ҡатыу □ Коченеть, окоченеть от холода. Аяҡ тумбығып киткән. fl Мәхмузә апайҙың һыйырҙар эргәһенә көҙгө ҡырауҙа ялан аяҡ сыҡҡан саҡтары ла, бармаҡтарының тумбығып, ҡаҙ тәпәйе кеуек ҡып-ҡыҙыл булған мәле лә куп булды. Т. Сәғитов.
3. диал. Ҡаты һыуыҡта ныҡ өшөп, тәндең өрөлөүе. □ Вздуваться (о частях тела при обморожении). Ҡулдары ҡып-ҡыҙыл булып тумбығып тора. Аяғы тумбығып сыҡҡан. Бит алмалары тумбығып киткән. ■ Сафияттың куҙҙәре шешмәкләнгән, йөҙө ҡыҙарып, әллә нишләп тумбығып тора. Ә. Вахитов. Ҡарт аттарҙың өйкәлгән ҡоро һөйәк янбаштары ла, тумбығыуҙан шешенеп бөткән тубыҡтары ла, ҡамыт һуғыуҙан ҡутырлаған муйындары ла уларҙы [ҡолондарҙы] ҡурҡытманы. Й. Мостафин.
ТУМБЫТЫУ (тумбыт-) (Р.: онеметь; И.: become numb; T: uyuşturmak) ҡ.
1. Ойоған, туңған кеүек итеп иҫһеҙлән-дереү. □ Онеметь, терять чувствительность, притупляться, анестезироваться. ■ Сәмәрә саҡ ҡына тумбытып ауыртып торған ҡолаҡ остарын һәрмәне: һырғалар уҙ урынында. Т. Ғарипова. Ҡара әле, юҡҡа һин оҙон көн буйына бурстанок янында аяғыңды тумбытып баҫып тораһың. Ш. Янбаев.
2. диал. Белгертеү, һиҙҙереү, тойҙороу. □ Дать знать, давать понять, намекать; заметить. Тумбытып ҡарау. ■ [Уйылдан:] Пенсияға сыҡһам, ҡайтып, ауылда төпләнергә иҫәп. Фәниә лә шул хаҡта тумбытып ҡолаҡ итен ашай. X. Тапаҡов. Ҡисә хәл белергә тип ингәйнем, һуҙҙән һуҙ сығып, уҙҙәре ук тумбыттылар нимәнең нимә икәнен. Й. Солтанов.
ТУМБЫУ (тумбы-) (Р.: неметь; И.: grow numb; T.: uyuşmak) ҡ.
Ойоған, туңған кеүек булып иҫһеҙләнеү; тумбығыу. □ Неметь, терять чувствительность. Баш тумбып тора. Арманһыҙ булып арығанмын, табандарым тупырлап, уксәлә-рем тумбып һыҙлай. Аяҡ тумбып ауыртһа,
камфара спирты менән ыуырға кәрәк. Н Ул [Гөлйөҙөм] уҙенең ҡайһы ере ауыртҡанын да һиҙә алманы, тик тумбыған башы шаулай, ҡолаҡтары сеңләй ине. Һ. Дәүләтшина. Яуын булырмы икән, аяғым тумбып тора. Т. Биишев.
ТУМДЫРАУ (тумдыра-) (Р: быстро ходить; И.: walk fast; T.: çabuk yürümek) ҡ. диал.
Шәп итеп йөрөү. □ Быстро ходить. Тум-дырап килеп етеу.
ТУМЖЫЙ с. диал. ҡар. тумпайған. Тум-жый ауыҙ.
ТУМЖЫҠ (Р: сплюснутый (нос)', И.: flattened; T.: yassı) с. диал. ҡар. ялпаҡ.
Тигеҙ өҫлө, киң, яҫы, йәйенке. □ Сплюснутый (нос). ■ Тумжығыраҡ танаулы, ҡыҫыҡ куҙле булһа ла, алсаҡлығы, илгәҙәклеге, саялығы уны [Заһиҙаны] һөймәлекле итә ине. Н. Мусин. [Нурия] тумжығыраҡ ҡыҫҡа танаулы, ҡалын ирендәре, усеккән кешене-келәй, бултәйеберәк тора. Н. Мусин.
ТУМПАЙТЫУ (тумпайт-) (Р: вспучивать, вздувать; И.: distend, inflate; T.: şişirmek) ҡ.
Йомро итеп ҡабартыу, бүлтәйтеү. □ Вспучивать, вздувать. Ауыҙҙы тумпайтыу. ■ һарыҡтар әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа ташланып ҡаранылар ҙа, ялтырауыҡ куҙ-ҙәрен тумпайтып, шым булдылар. Ә. Бикчәнтәев. Ярай, әләйһә, көсләу — беҙҙән, ашау — һеҙҙән, — тине лә Дәуләткирәй тигәне, арандай ауыҙын асып, усы өймәләм бишбармаҡты уҙе һоғондо, ике уртын тумпайтып, лас-лос сәйнәргә кереште. Р. Өмөтбаев.
ТУМПАЙЫУ (тумпай-, тумпая) (Р: вспучиваться; И.: get inflated; T.: şişirmek) ҡ. диал.
1. Йомро булып ҡабарыу. □ Вспучиваться, вздуваться; вспухнуть, fl Бите, өрөлөп бешкән ҡабартма шикелле, тумпайып тора. Ф. Иҫәнғолов. Хажимөхәмәт ҡатынының тумпая башлаған ҡорһағына мут ҡарап алды. Р. Байымов. Хәҙер быларҙың бөтәһенең дә ауыҙҙары тумпайып, алға сығып ослайыңҡырап тора ине. М. Ғафури.
573