Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 574 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУМПАҠ
Йомро битенең остары тумпайыбыраҡ тора. Т. Килмөхәмәтов.
2. кусм. Асыу, үпкә белдереп, ауыҙ бүлтәйеп тороу. □ Надуваться, дуться от обиды. Ауыҙы тумпайып тора. ■ Был юлы Бабич исмаһам йылмайманы ла. Бәлки, былай ҙа тумпайып торған ирендәрен тағы ла тумпайта төштө. С. Ҡудаш.
ТУМПАҠ (Р.: вспученный; И.: swollen; T: kabartılı) с.
1. Йомро ғына булып ҡабарған; бүлтәйгән. □ Вспученный, вздутый; выпуклый. Тумпаҡ яңаҡ. Тумпаҡ бит. Тумпаҡ ирен. ■ Ул [Хәлил] һуҙ араһында ҡаш аҫтынан ғына Ольга Ивановнаға, уның ҡатындарса килбәтле кәуҙәһенә, һыҙылып торған ҡаштарына, кукһел куҙҙәренә, асыҡ маңлайына, бер тиклем тумпаҡ танауына һәм купе-ренке ҡыҙыл ирендәренә ҡараны. Б. Дим. Кантон турәнең тәуге һуҙе шул булды, ул төкөрөктәрен сәсә-сәсә һөрәнләне, уның ҡыҙарып торған тумпаҡ йөҙө буҙарып уҡ китте. 3. Ураҡсин.
2. диал. Тупаҡ; йомро; осло түгел. □ Тупой, с тупым концом. Тумпаҡ башлы таяҡ. Тумпаҡ танау. Тумпаҡ башлы тау. Тумпаҡ битле. ■ Тумпаҡ башлы, ҡыҙғылт йөҙгөслө йыл-ға-кул балығы була ул таран. Ш. Нафиҡов. Һыу буйы туғайҙарында һеҙ унда-бында .. мөтөрләнеп ҡалған тумпаҡ өйәңкеләрҙе, ҡарамаларҙы курәһегеҙ. Тол ҡатындарҙың яҙмышын хәтерләтә улар. X. Назаров. Тумпаҡ ҡойроҡ буреле, сатаҡ мөгөҙ боланлы, .. ай, Уралым, Уралым. «Ҡараһаҡал».
ТУМПАҠЛАНЫУ (тумпаҡлан-) (Р: становиться округлённым; И.: get round and puffy; T: yuvarlaklaştırılmak) ҡ. һөйл.
Йомро ғына булып ҡабарыу; бүлтәйеү. □ Становиться округлённым; пухлым. Таяҡ башы тумпаҡланып бөткән. Тау башы тумпаҡланған. Бите тумпаҡланған. Тум-паҡланған танау.
ТУМПЫШ (Р: короткий и толстый; И.: short and thick; T: bodur) c.
Йыуан, тәпәш кәүҙәле. □ Короткий и толстый (о человеке). Тумпыш кеше. Тумпыш малай. Тумпыш көйөңә ҡулыңдан килмәҫтәйгә ҡыҫылып йөрөмә.
ТУМРАЙТЫУ (тумрайт-) (Р: хмуриться; И.: frown; T: somurtmak) ҡ. диал.
1. Кәйефһеҙләнеп, төҫ боҙоп, өндәшмәҫ булып йөҙҙө һытыу. □ Хмуриться; морщиться, насупиться, выражая недовольство, озабоченность и т. п. Йөҙҙө тумрайтыу. Йөҙөн тумрайтып ултыра.
2. кусм. Күңелһеҙ, төҫһөҙгә әйләндереү; томһайтыу, томһа итеү; томһартыу; ҡараһыу, ҡараңғы төҫ бирҙереү. □ Хмуриться, быть пасмурным, сумрачным (о погоде, небе и т. п.); чернеть. Ҡара болоттар һыуҙы тумрайтты.
ТУМРАЙЫУ (тумрай-, тумрая) (Р.: хмуриться; И.: sulk; T.: somurtmak) ҡ. диал.
1. Кәйефһеҙләнеү, төҫ боҙоу, өндәшмәҫ булыу; йөҙ һытыу; томһайыу. □ Хмуриться, нахмуриться; морщиться, насупливаться, выражая недовольство, озабоченность. Юҡҡа тумрайыу. ■ Нисә курмә, сырайы ғәмһеҙ, йөҙө, әуене янғандай, йомоҡ, тумрай-ған була торғайны уның [Нәсри ағайҙың]. Ғ. Лоҡманов. Атайым бик оҙаҡ эсе бошоп, тумрайып йөрөнө. 3. Биишева.
2. кусм. Күңелһеҙ, төҫһөҙгә әйләнеү; томһарыу; ҡараһыу, ҡараңғы төҫ биреү. □ Хмуриться, быть пасмурным, сумрачным (о погоде, небе и т. п.); чернеть, haya тумрайып тора. Һыу тумрайып ята.
ТУМРАН (Р: обрубок; И.: stump; T.: kütük) и. диал. ҡар. түмәр.
Йыуан ағастың ҡыҫҡа ҡырҡындыһы. □ Обрубок. М Шафиҡ утҡа йыуан-йыуан ҡайын тумрандарын тәгәрләтеп һалды. Я. Хамматов.
ТУМРАНДАУ (тумранда-) ҡ. диал. ҡар. тумранлау. Сатан Фәхри был яҡҡа тум-рандай. Тумрандап йөрөу. Әле генә тыуған һымаҡ ине, балаһы тумрандап йөрөп тә ята. Ҡалай тумрандай теге әбей, уҙе һис ырамай.
ТУМРАНЛАУ (тумранла-) (Р: ходить переваливаясь; И.: walk with difficulty; T.: badi badi yürümek) ҡ.
Тубыҡты яҙылдырмай, иңкәйә биреп, саҡ ҡуҙғалыу. □ Ходить переваливаясь, с трудом (о толстом человеке, медведе и т. п.). Тумранлап йөрөу. Тумранлап айыу утте.
574