ТУМЫРТҠА БАЛАНЫ
ТУМРАУ (Р.: обрубок; И.: stump; T.: kütük) и.
1. Киҫелгән йәки бысылған утын ағасы, түмәр; ярҡа. □ Обрубок; полено, чурбан. Бер тумрау ағас. ■ Ваҡ-ваҡ имән һәм ҡайын тумрауҙары, һауыттағы кәнфит һәм шәкәр киҫәктәре һымаҡ, һибелеп ята. Р. Байбулатов. Тумрауға ултырып, балта алһа ла, ҡулына эш барманы Байдәуләт-тең. Т. Килмөхәмәтов. Тумрауға киҙәнеп һәр һуҡҡан һайын, балта кире кәклегә лә тора. Ғ. Лоҡманов.
2. диал. Тумырып, сабып, киҫеп алған бер өлөш, бер киҫәк. □ Кусок, часть чего-л. Бер тумрау ит. Бер тумрау бал.
ТУМҪЫҠ (Р: суровый; И.: stern; Т.: sert) с. диал. ҡар. ҡырыҫ.
Асыулы, өндәшмәҫ. □ Суровый, сердитый; молчаливый. Тумҫыҡ кеше. Тумҫыҡ холоҡло. Ул тумҫыҡ иргә барып уңырмын тиһеңме әллә?
ТУМТАЙЫУ (тумтай-, тумтая) ҡ. диал. ҡар. тумпайыу. Тумтайып тороу. Тумтайып ултырыу. ■ Хатта ниндәйҙер ғәмһеҙ тыныслыҡ менән текә ҡарап, тумтайып ултыра бирҙе [Емеш]. 3. Биишева. Тумтайған ветеринарҙың Саматов тугел, Килмәтов икәнен, Таһирҙы Барыйға әйләндереуҙәрен белгәс, Шәрғиә йоҡонан яҙҙы. Ә. Хәкимов.
ТУМТЫҠ с. диал. ҡар. тумпаҡ 1. Тумтыҡ бит. Тумтыҡ танау.
ТУМҺАЙЫУ (тумһай-, тумһая) (Р: нахмуриться; И.: frown; T.: somurtmak) ҡ. диал.
Томһайыу, асыуланыу. □ Нахмуриться, мрачнеть. ■ Карам уҙе нимә, атаһының тумһайып йөрөгәнен Зильда курмәйме ни? Н. Мусин. Берауыҡ ҡына тумһайып өндәшмәй торған Маһитап уны ҡосаҡлап алды ла буҫығып иларға тотондо. Ғ. Ибраһимов. Был көндө Ғайса нисектер бутән ваҡыттағынан аҙ һөйләште, тумһайып ултырмаҫ өсөн генә көлдө. Н. Мусин.
ТУМЫРАЙЫУ (тумырай-, тумырая) ҡ. диал. ҡар. тумрайыу. Йөҙөн боҙоп, тумы-райып тик йөрөй был бабай. Тумырайһаң да, тумыраймаһаң да, куҙеңә ҡарап дөрөҫөн әйтәм хәҙер.
ТУМЫРАНДАУ (тумыранда-) ҡ. диал. ҡар. тумранлау. Ҡалай тумырандай, уҙе һис ырамай.
ТУМЫРАУ (Р: мера измерения длины толстого длинного дерева; И.: unit of measuring timber; T: ağaçta boy ölçümü) и. диал.
Йыуан ағастың оҙонлоғон иҫәпләү берәмеген белдергән һүҙ. □ Мера измерения длины толстого длинного дерева. Ошо ағастан нисә тумырау утын сығыр ине икән?
ТУМЫРТҠА (Р: дятел; И.: wood-pecker; T: ağaçkakan) и. зоол.
1. Оҙон үткер суҡышы менән ағасты соҡоп тапҡан ем менән туҡлана торған урман ҡошо. □ Дятел. / Дятловый (лат. Dend-rocopos). Ала тумыртҡа. Йәшел тумыртҡа. Сыбар тумыртҡа. Ҡара тумыртҡа. Аҡбаш тумыртҡа. Тумыртҡа ағастарҙың ҡабығын суҡып тишкеләп бөтә. ■ Ҡайҙалыр урман төпкөлөндә тырышып-тырышып тумыртҡа туҡылдай, һәм таныш булмаған тағы бер тауыш ишетелә. Ә. Бикчәнтәев. Урмандың арыу-талыу белмәҫ эшсеһе тумыртҡа уҙенең кәсебенә тотондо: туҡ-туҡ! Яр. Вәлиев. Ағастан ағасҡа ҡоштар пырылдап оса, ҡайҙалыр тумыртҡа туҡылдай, кәкук саҡыра, ут йомғағы төҫлө йомолоп ырғыған тейен куренеп ҡала. Ә. Хәкимов. • Балта сапҡансы тумыртҡа ял итә. Әйтем.
2. миф. Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, тумыртҡа — ҡурҡыныс, насар хәбәр килтереүсе ҡош. □ Дятел (мифологизированная опасная птица). ■ Тумыртҡа ей мөйөшөн туҡылдатһа, йортҡа улем килә. «Башҡорт мифологияһы»нан.
♦ Тумыртҡа тәүбәһе үҙенә яуапһыҙ ҡараған кешенең һүҙе үтәлмәгәндә, ялған тәүбәгә ҡарата әйтелә. □ доел. Зарок (клятва) дятла (о человеке, нарушающем свой зарок). ■ Тумыртҡа тәубәһе булмаһын, балаҡайым! — тине әсәйем, Ғилмеярҙың тыңлауһыҙ сәстәренән һыйпап. Яр. Вәлиев. [Грязнов:] Нишләйһең, Твердышевтың һуҙе — тумыртҡа тәубәһе генә. Ғ. Ибраһимов.
ТУМЫРТҠА БАЛАНЫ (Р: синюха голубая; И.: wild grass species; T.: mizrakotu) и. бот.
575