ТУМЫРТҠАБАШ
Ҡауырһын япраҡлы, күк ҡыңғырау сәскәле үлән. □ Синюха голубая, синюха лазоревая (лат. Polemonium caeruleum). Тумыртҡа баланы кук сәскә ата. Тумыртҡа баланы — куп йыллыҡ уҫемлек, уның бейеклеге бер метрҙан да ашыу.
ТУМЫРТКАБАШ (Р.: клевер; И.: clover; T.: yonca) и. бот.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған тумалаҡ сәскәле, өсәрләп торған түңәрәк япраҡлы мал ашай торған үлән; туҡранбаш. □ Клевер (лат. Trifolium). Аҡ тумыртҡабаш. Ҡыҙыл тумыртҡабаш. Алтынһыу тумыртҡабаш. Баҫыу тумыртҡабашы. Болон тумыртҡа-башы. Ҡуңыр тумыртҡабаш. Тау тумыртҡабашы. Һарылыусан тумыртҡабаш.
ТУМЫРТҠА МЫШАРЫ (Р.: клевер красный; И.: clover species; T.: kınlı yonca) и. диал.
Ҡыҙыл тумыртҡабаш. □ Клевер красный (лат. Trifolium rubens). Тумыртҡа мышары баҫҡан был ерҙе. Тумыртҡа мышары — куп йыллыҡ уҫемлек.
ТУМЫРТЫУ (тумырт-) ҡ. йөкм. ҡар. тумырыу. понуд. от тумырыу. Аҙыраҡ утын тумыртыу. Ит тумыртыу. Нәҙегерәк имән ағасын тумыртып алайым тигәйнем был баланан.
ТУМЫРЫҠ (Р: короткий и толстый; И.: short and thick; T.: kısa ve şişman) с. һөйл.
Йыуан, ҡыҫҡа кәүҙәле. □ Короткий и толстый. Тумырыҡ кеше. ■ Дусмәт тумырыҡ ҡара айғырын менеп алды. Б. Хәсән.
ТУМЫРЫЛЫУ (тумырыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. тумырыу 1, 2. страд, от тумырыу 1,2. Тумырылған ағас. Тумырылған утын.
2. кусм. диал. Айырылыу. □ Оторваться, разлучаться, расставаться. Халыҡтан ту-мырылыу. Ағай-эненән тумырылыу. ■ Лотфи! Лотфи булмаһаң, һин йөрөмәҫ инең һеперелеп, йорт-ереңдән умырылып, бар рәхәтеңдән тумырылып. Ш. Бабич.
ТУМЫРЫУ (тумыр-) (Р: рубить, разрубить; И.: chop, cut; T.: doğramak) ҡ.
1. Ике яҡлап сабып ҡырҡыу. □ Рубить, разрубить. Бурәнә тумырыу. Йыуан ағасты балта менән тумырыу. Тумырып
өҙөу. Тумырып биреу. Ағас тумырып яғыу. ■ Хәйретдин ҡарағай осон тумырып өҙҙө. Я. Хамматов. Ни эшләгәнен дә уйламай, ул [Ғәлиәхмәт], ҡапыл эйелеп, эргәһендә ятҡан оло балтаны алды ла, ике-өс сабыуҙа ауҙарырға теләгәндәй, ғифриттәй һелтәнеп, йыуан ҡарағайҙы төптән ук тумыра башланы. Р. Байымов. Һолтанбай ситтәрәк ятҡан ҡоро ҡайын киҫкәһен янып бөтөп тә барған усаҡ өҫтөнә килтереп һалғас, йыуан уҡ ҡыу муйылды шарт та шорт тумырырға кереште. Н. Мусин.
2. Киҫәк-киҫәк итеп китеп алыу. □ Откалывать, отламывать. Руда тумырыу. ■ Күкрәтеп Урал күкрәген, шахталарҙа руда тумыралар. Ғ. Амантай. Ҡана, тиҙ генә келәттән йукә бал тәпәнен индерә һалып, кәрәҙле бал тумыр ҙа, ана, өлкән таштабаҡтарға һалып бир. һ. Дәүләтшина. Хәҙер инде буйға уҫеп, нығынып киткән сабатасы егет аслы-туҡлы көйө сайыр тумыра. Н. Мусин. Бәғзеләре — һатып алырға аҡсалары юҡтары, утә ҡыҫынҡы ғумер иткәндәре — ғәҙәттәгесә бушлай тумыра торған тоҙҙарын шул тау-кулдәрҙән урлап алмаҡ булдылар. Ғ. Хөсәйенов. Иртәнсәк сығалар ҙа туң ерҙе тумыра башлайҙар. Й. Мостафин.
3. кусм. Эләктереү, ҡулға төшөрөү; ҡайырыу. □ Хватать, схватывать; брать, захватывать; ловить. ■ Тимерселәр сиктән ашҡан ҡомһоҙ бәндәләр булып сыҡтылар, эштең бик ҡабалан икәнен һиҙеп алып, эш хаҡын алтылата мулыраҡ тумырҙылар. Ф. Иҫәнғолов. Ҡалыуын ҡалаһың инде, Сәлимә, — тип һуҙ ҡушты Гөлгөнә. — .. Бында эше лә ҡыҙыҡ, хеҙмәт көндәрен дә тумыраһың. Д. Исламов.
4. диал. Умырып ашау. □ Откусывать, отхватывать, отрывать зубами. Ауырыуҙың сәләмәтлеге яҡшырҙы, буғай, нимә ашатһалар, шуны тумыра ғына. М Улым ифрат асыҡҡан, ахыры, рюкзактан икмәк, май, тағы әллә нәмәләр алды ла, термостан сәй яһап алып, тумырырға кереште. Ф. Иҫәнғолов. • Тулғатҡаның ул булһын, тумырғаның май булһын. Мәҡәл.
ТУН (Р: шуба; И.: fur coat; T.: kürk manto) и.
576