ТУНАУ
1. Тиренән теккән ҡышҡы өҫ кейеме. □ Шуба. Баса тун. Буре тун. Бәрән тун. Илтер тун. Йорон тун. Курпә тун. Ҡама тун. Ҡыҫҡа тун. Тамаҡ тун. Тейен тун. Тире тун. Төлкө тун. Тышлы тун. 0 Башҡорт байҙарының эшкә барһа ла шул сәкмән, ябынып ятырға ла шул сәкмән, ҡунаҡҡа барһа ла шул бәрәкәтле бер сәкмән, ҡыш кейеу өсөн, булһа шул, бер ҡыптыр туны була, булмаһа, һаман әлеге бахыр бәрәкәтле сәкмән. Ж. Кейекбаев. Төлкө тун, ҡамсат бурек кейгән, ҡылыс таҡҡан Бикбулат старшинаны, эргәһендәге яман ярандарын куреу менән ук, ҡышлау кешеләре уларҙың тиктәҫкә йөрө-мәуен һиҙенде, әлбиттә. Ғ. Ибраһимов. Ҡу-ҙыйкурпәс атаһынан ҡалған ҡама тунын кейҙе лә, билен көмөш ҡәмәре менән быуҙы ла, әҙерәк серем итеп алайым әле тип, тирәк төбөнә ятты, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс». [Зөһрә:] Өҫтөңдәге барыс тун да, аяҡ кейемең дә һинең ялан халҡынан икәнеңде әйтеп тора. «Зөһрә менән Алдар». Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем, тышҡынайын ниҙән тышлайым. Халыҡ йырынан. • Тик торғансы, тун сабыуыңды ыуа тор. Әйтем. Атлының аяғы ла арымай, туны ла туҙмай. Мәҡәл. Тун яғаһыҙ булмаҫ, ил ағаһыҙ булмаҫ. Мәҡәл. Ат менмәгән ат менһә, саба-саба ултерер, тун курмәгән тун кейһә, ҡаға-ҡаға туҙҙырыр. Мәҡәл. Ат ҡәҙерен белмәгән теҙгенен тотоп ултырыр, тун ҡәҙерен белмәгән яғаһын тотоп ултырыр. Мәҡәл.
2. иҫк. Өҫ кейеме. □ Верхняя одежда. • Байҙың — ете тун, ярлының — ите тун. Мәҡәл. Байҙың туйы булһа, ярлының туны туҙыр. Мәҡәл. Урманлы юл — бер ҡат тун. Мәҡәл. Үс итеп, тунды утҡа яҡмайҙар. Әйтем, һаҡла туның, килер көнөң. Әйтем.
3. миф. Туй йолаһында ҡыҙҙың атаһына һәм әсәһенә кейәү бирә торған бүләк. □ Обрядовая одежда (подарок-отдарок родителям невесты от жениха). Ата туны буләк итеу. Инә туны алып килгәндәр. • Туйҙа тун кейерһең, иленә ҡарай. Әйтем. Тун да китте, тауыш та бөттө. Әйтем.
4. кусм. Ер өҫтөн, үҫемлектәрҙе, ҡоролмаларҙы ҡаплаған ҡар. □ Снежный покров. И Бына ер ҙә аҡ тунын ябына хәҙер, бәрәкәте
менән булһын! — тип һөйләнде ҡарт. Б. Но-ғоманов.
5. кусм. һөйл. Йәнлек тиреһе, үҫемлектәрҙең тышы. □ Покров шерсти (у животных), кожура (у растений). 0 Йәшел тунын һалдырҙым, уҙ янымда ҡалдырҙым. Йомаҡ. • Һарыҡтың туны — һары алтын. Мәҡәл.
ТУНА и. диал. ҡар. туҡмас таҡтаһы. 0 Тәҙрәнең бер өлгөһө ватылды. Көндөҙ мендәр тығалар, кисен туна ҡаплайҙар. Ғ. Ибраһимов.
ТУНАЛЫУ (тунал-) ҡ. төш. ҡар. тунау. страд, от тунау. Тиреһе туналған. ■ Тиреһе туналып, боҫорап ятҡан боланды кургәс, ике-өс һикереуҙә Байморат уның [Тәләу-ҙең] эргәһендә булды һәм һелтәп тә ебәрҙе. Н. Мусин. Мандарҙы һуңғы һынау буласаҡ был: әгәр мәкер менән килһә, тиреһе туналып, кәбәк тултырылған хәлдә ете юл сатына элеп ҡуйылыр. Б. Рафиҡов. Йә шундай утә яуаплы сәфәр алдында торғанда ғына, туналып, эште боҙоп ҡуйырмын. Д. Исламов.
ТУ Н АТЫУ (тунат-) ҡ. йөкм. ҡар. тунау. понуд. от тунау, һарыҡ тунатыу. Тире ту-натыу.
ТУНАУ (туна-) (Р.: сдирать шкуру; И.: skin; T.: postunu yüzmek) ҡ.
1. Мал, йәнлектең тиреһен һыҙырыу; һуйыу. □ Сдирать, обдирать, драть шкуру. Һыйыр тунау. Тунап алыу. 0 Сәйҙән һуң Фәхри бер һарыҡ һуйып, тунап бирҙе ағайға. Б. Бикбай. Былар [Йылҡыбай, Аллабирҙе], аттарынан төшә һалып, доға ҡылалар ҙа боланды салып та ебәрәләр, унан тиреһен дә тунай башлайҙар. «Зөһрә менән Алдар». Һунарсы бер ҡуян атып алып ҡайтып, тиреһен тунап, киргегә кейҙереп ҡуйған, ә итен ҡаҙанға һалған, ти. Әкиәттән. • Бер ҡуянды ике тунамайҙар. Әйтем.
2. кусм. Талау, урлау; бөлдөрөү. □ Обирать, обобрать; разорить. Тунап сығыу. Баҡсаны тунағандар.
3. диал. Мөнтәү. □ Кромсать. Сәсте тунау. 0 Уйлап-уйлап, мин дә башты тунап алдым. Б. Ишемғол.
4. Ботау. □ Обрубать сучья. // Обрубание сучьев. Ағасты тунау. 0 Йығылған
19- 1.0037.16
577