Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 578 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУНАУ БАЛЫ
ағастарҙың ботаҡтарын тунарға ҡуштылар. Р. Байбулатов. Ана, ялбыр тирәккә һөйәлеп торған егет менән ҡыҙ ҡапыл яҡтыға тартылды, береһе сәғәтенә ҡараған булды, икенсеһе, егет остоғо, ашығып-ашығып яҡындағы сирень ботаҡтарын тунарға кереште. Д. Бүләков. Ҡул ҡаушырып ултырһаҡ, был «кәкүк >тәр берәм-берәм бөтәбеҙҙе лә сүпләп бөтәсәк, — тип, Сәғиттәр, пулемёт кәбәктәрен үргә кутәреп, ҡарағай баштарын тунарға тотондолар. И. Ғиззәтуллин.
♦ Ете {йәки ун, унар, ҡырҡ) ҡат {йәки энә менән) тирене тунау ҡар. тереләй тирене тунау. ■ Юғиһә ҡырҡ ҡат тирегеҙҙе тунармын. Д. Исламов. Сирай Хәбибуллин-дың минең тиремде энә менән тунарға әҙер тороуының сәбәбен яҡшы белә инем. Ә. Вәли. Ҡайһы ваҡытта уларҙың берәуһенән унар ҡат тиреһен тунарға тура килә. С. Злобин. Тереләй тирене тунау ныҡ яфалау, язалау. □ соотв. Драть шкуру с кого', спустить шкуру {или семь шкур) с кого. ■ Юҡ инде, тереләй тиремде тунаһалар ҙа, минән ишетә алмаҫтар уны! Р. Ғабдрахманов.
ТУНАУ БАЛЫ (Р: остаток зимнего запаса мёда в улье; И.: honey wintered in a hive; T.: kıştan sonra kovanda kalan bal) и. диал.
Умартала йыллаған бал. □ Остаток зимнего запаса мёда в улье. Тунау балын алыу. Тунау балын ҡорттарға ем итеп тотоу.
ТУНАШЫУ (тунаш ) ҡ. урт. ҡар. тунау. взаимн. от тунау. Һарыҡ тунашыу. Тиреһен тунашыу.
ТУНГ [ҡыт. t’ung] (Р: тунг; И.: tung-tree; T.: tung) и. бот.
Буяу яһауҙа ҡулланыла торған майлы ағас. □ Тунг, тунговое дерево, масляное дерево (лат. Aleurites). Тунг ағасы Азия, Ҡоньяҡ Америка урмандарында үҫә. Тунг ағасын Грузияның субтропиктар райондарында ла осратырға була.
ТУНГУС (Р: тунгус; И.: Tungus; Т: Топ-guz) и. этн.
Эвенктарҙың элекке исеме. □ Тунгус. / Тунгусский. Тунгус ҡатыны. Тунгус ҡыҙы. Тунгус теле.
ТУНГУС-МАНЖУР ТЕЛДӘРЕ (Р: тунгусо-маньчжурские языки; И.: Tungu-sic languages; T: Mançu-Tunguz dilleri) и. лингв.
Урал-алтай телдәренең бер тармағы булған телдәр ғаиләһе. □ Тунгусо-маньчжурские языки. Тунгус-манжур телдәренә нанай, эвенк, солон, эвен, ороҡ, ульчи, негидаль, ороч, удэгей, манжур телдәре инә. Тунгус-манжур телдәренә Себер, Алыҫ Ҡөнсығыш, Монголияла йәшәүсе халыҡтар һөйләшкән ҡәрҙәш телдәр инә.
ТУНДРА [фин. tunturi ‘ағасһыҙ бейек тау’] (Р: тундра; И.: tundra; T: tundura) и.
Арктик бүлкәттең ҡырыҫ тәбиғәтле, үҫемлеккә бик ярлы мәңге туң көньяҡ өлөшө. □ Тундра. / Тундровый. Тундра ҡайыны. Тундрала йәшәу. а Әгәр ҙә киләсәктә уларға тундра аша атларға, күкте штурмларға, океан төбөнә төшөргә тура килһә лә, партизан отрядында алған һабаҡ һәр ваҡыт ярап ҡаласаҡ. Ә. Бикчәнтәев. Бына былар — бик алыҫтан, төньяҡтағы тундраларҙан көньяҡҡа китеп бара торған ҡыр ҡаҙҙарының каруаны. М. Ғафури. Тундра шарттарында йылы яҡтар төшөмә керә ине, әле селлә эҫеһендә мамыҡтай ап-аҡ ҡарҙарҙы һағынам. А. Мағазов.
ТУНЕЦ [гр. thynnos] (Р: тунец; И.: tuna (fish); T: ton balığı) и. зоол.
Алабуғалар ғаиләһенә ҡараған бик эре йыртҡыс диңгеҙ балығы. □ Тунец. / Тунцовый (лат. Thunnus thynnus). Тунец консерваһы. Тунец промыслаһы.
ТУНИКА [лат. tunica] (Р: туника; И.: tunic; T: tünik) и.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың яғаһыҙ иркен өҫ кейеме. □ Туника. Туника кейеү. Туника тектереү. Ҡыҙыл туника.
ТУНЛЫ (Р: с шубой; И.: in a fur-coat; T: kürklü) с.
Туны булған, тун кейгән. □ С шубой, в шубе; имеющий шубу, а Билалдың шул һүҙҙәрен ишеткәс тә, Шакир Шамунов, һүҙен көслө итергә тырышып, һары тунлы кешегә ҡарай имән бармағын һуҙҙы. А. Таһиров. Ҡырҡ ҡат тунлы, быйыл уңды.
578