Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 579 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҢ
Йомаҡ. Ҡыуыш таштың аҫтында йәшел тунлы ҡыҙ ята. Йомаҡ. • һабантуй — атлыныҡы, табын-туй — тунлыныҡы. Мәҡәл. һыуыҡ төлкө тунлы кешегә сәләм бирә, йыртыҡ тунлы кешенең ҡуйынына инә. Әйтем.
ТУНЛЫҠ (тунлығы) (Р.: материал, предназначенный для шитья шубы; И.: fabric for a fur-coat; T.: kürklük) и.
Тун тегә торған әйбер. □ Материал, предназначенный для шитья шубы. / Пригодный или достаточный для шитья шубы. Тунлыҡ алыу. Тунлыҡ тире иләу. ■ Мәҙинә, бурандың тауышында берсә Буранбай, берсә йәш кәләшенә тунлыҡ йәнлек ауларға Ашҡаҙар буйына шәшкегә киткән егет һағыштарын, берсә ялан ғына ерҙән боландай йугергән Зөлхизә, берсә ер ҡыртыштарында аяҡ табандарының ҡанын туҙғытып, «илкәйем» тип атлыҡҡан Ғилмияза әрнеуҙәрен тыңлап, тышта тора бирҙе. Т. Ғарипова. Үҙҙәренә иген йыйнаған колхоздар тарафынан улар [комбайнсылар] һарыҡ, сусҡа балаһы, тунлыҡ тире һәм костюмдар менән буләклән-деләр. С. Ҡудаш. Бер көн шулай ҡайыш яһауҙы туҡтатып, халыҡҡа тунлыҡ тире иләргә тотонғас, төҫө-башы ҡасҡан бригадир менән председатель килеп инде. Й. Солтанов.
ТУННЕЛЬ [ингл. tunnel} (Р.: туннель; И.: tunnel; T.: tünel) и.
Ер аҫтынан соҡоп үткәрелгән юл. □ Туннель. / Туннельный. Туннелдән утеу. Туннель юлы. ■ [Нияз:] БАМ төҙөлөшөнә барған йәштәргә ҡушылып, туннель ҡаҙыным, тимер юлдар өсөн шпал һалдым. X. Зарипов. Егерме алты километр оҙонлоҡта туннелдәр төҙөләсәк. Й. Мостафин. Ғайса туннель аша вокзал алдына сыҡты ла «Волга»һына табан атланы. Н. Мусин.
ТУҢ I (Р: мёрзлый, мороженый; И.: frozen; T: don) с.
1. һыуыҡҡа ҡатҡан. □ Мёрзлый, мороженый. Туң ер. Туң быйма. Туң һөт. Туң батҡаҡ. Туң бейәләй. ■ Ат тояҡтары ғына, туң ерҙә таҡылдап, тынлыҡты боҙа. Б. Бикбай. Ташлы тупраҡ нисектер туң кеуек ине. Ә. Вахитов. Фашистарҙы бындағы туң
дзоттар менән көсәйтелгән позицияларынан ҡыуып сығарыуы анһат булманы. И. Ғиззәтуллин. Урылған ҡамыл, туң ер буйлап ялан аяҡ йөрөп башаҡ эҙләу уйын тугел. М. Иҙелбаев. Беҙҙе кутәреп тышҡа алып сығыуҙары, унан һуң туң миләш ашатып, маңлайыбыҙға ҡар ҡуйып ятҡырыуҙары, һуңынан өләсәйеңдең кипкән ҡурай еләге менән сәй эсереуҙәре — бөтәһе лә иҫтә. Ф. Ча-нышева. • Байҙың ишеге — туң тимер: уны иретергә көс кәрәк. Әйтем.
2. Өҫтө йоҡа боҙ менән ҡапланған. □ Покрытый тонким слоем льда. Туң тәҙрә. ■ Туң юл буйлап машина еңел барҙы. Ә. Вәли. Ингән кешенең кем икәнлеген туң тәҙрә арҡыры курә алманы Гөлбикә. С. Ҡудаш.
3. кусм. Йылы хис, тойғоһоҙ; яғымһыҙ, ҡаты. □ Равнодушный, чёрствый. ■ Ҡараған һайын Тәҡбировтың туң сырайына йылмайыу йәйелә барҙы. Н. Мусин. Старшинаның сырайы әуәлгесә туң һәм етди ине. Ғ. Лоҡманов. Йөрәге туң булмаһа, ҡолаҡ һалмай ҡалмаҫ оло ҡыҙының һуҙенә. М. Иҙелбаев.
4. кусм. Аңлау, төшөнөү һәләте самалы. □ Тупой. Туң кеше. ■ Эх, һеҙ, туң маңлайҙар! Ә. Хәкимов. [Хәмит:] Ҡайһылай туң бәндә Рәмзил! Д. Бүләков.
5. кусм. диал. Сей, бешеп етмәгән. □ Неспелый, ещё твёрдый. Туң еләк. Туң ҡарағат. ■ Бешеп етмәгән туң еләк бит һин! И. Ғиззәтуллин.
ТУҢ II (Р.: мерзлота; И.: frozen condition; T: don, buzlanma) и.
1. Ниҙеңдер һыуыҡҡа ҡатҡан хәле, торошо. □ Мерзлота, мерзлость. Итте һыуытҡыстан алып, ит турағыстан уткәреу алдынан туңын иретеу. ■ Мәңгелек туң зонаһындағы Норильск, Воркута, Магадан ҡалалары төҙөуселәренән иптәш Тырыш-баев адресына ҡаратып рәхмәт хаттары ла килде. И. Ғиззәтуллин.
2. Ниҙеңдер өҫтөндә барлыҡҡа килгән боҙ ҡатламы. □ Тонкий слой льда. Яҙғы ҡояш ныҡ ҡыҙҙырып, ерҙең туңын тиҙ бөтөрҙө. ■ Мәктәп тәҙрәләрендәге туң ҡыш башланғаны бире иреп тә ҡарағаны юҡ.
19*
579