ТУҢАҘЫТЫУ
Н. Мусин. [Алпар менән Туҡтағол] һуңғы кәлсәне уртаға һындырып, туңын ҡуйында ебетеп кимерҙеләр. Ғ. Ибраһимов.
3. һыуытып, аяҡ аҫты ҡатҡан мәл; туңғаҡ. □ Мёрзлая, подмороженная поверхность, наст. Иртәнге туң. Киске туң. ■ [Әхмәҙиҙе] сәйгә лә, ашҡа ла, балға ла саҡырҙылар, сөнки ул көҙгө туңда ҡайтып килде. Ж. Кейекбаев. • Алты ай ҡыштың алты туңы була. Әйтем. Ер туңы ҡояш йылыһынан ирей, куңел туңы моңға ирей. Әйтем.
4. диал. Түмәләс, ҡалҡыулыҡ; тирә-йүндән бейегерәк булып торған ер. □ Возвышенность, холм. В Уйпаттарҙы ҡар һырыған, туңдар ҡап-ҡара булып ята. Б. Бикбай.
♦ Туң ағас мыҫҡ. рәте, йүне булмаған, аҡылы етешмәгәнерәк кешегә ҡарата әйтелә; аңра, наҙан. □ Невежа, тупой, соотв. Дуб дубом. Яңы килгәндәр — туң ағастар. Туң {йәки ағас) ауыҙ һөйл. кеше менән йүнләп һөйләшә белмәгән, тупаҫ. □ Невежливый, непочтительный, грубый на язык. ■ Кәзә әйткән төлкөгә: «Ми-ки-ки-ки, шул яуызды тотоғоҙ әле, шул хәйләкәр туң ауыҙҙы». С. Ҡудаш. Туң аяҡ 1) саҡырылмаған ҡунаҡ. □ Незваный гость. Туң аяҡтарҙы һыйлау. Былары тағы ла ниндәй туң аяҡтар килгән? Туйҙың икенсе көнөнә туң аяҡтар килеп тулды. ■ Ҡыш көнө ҡунаҡ-төшөм осоронда саҡырылмай ғына өйҙән өйгә йөрөп, аяҡтары боҙланып ҡатҡан әрһеҙ бәндәне туң аяҡ тип атайҙар. Йәй көнө ундайҙарҙың аяғы туң булмаһа ла, ҡәҙерҙәре барыбер шул уҡ була. М. Кәрим; 2) эше рәтле бармаған, гел уңышһыҙлыҡҡа осрап торған кеше. □ Неудачник. Туң аяҡтың эше кире булыр. Туң баш мыҫҡ. һөйл. аңра, аҡылһыҙ. □ Глупый, бестолковый, голова еловая. ■ Был туң баш малайға уҙенең агитацияһы утмәугә асыуы ҡабарған Ҡаһымбай ҡысҡырып ебәрҙе. И. Ғиззәтуллин. [Кунакбаев:] Минең баш һинекенә ҡарағанда аңлыраҡ та, белемлерәк тә. һин бына, туң баш, бер нәмә лә белмәй ҡысҡыраһың. Б. Ишемғол. [Шәрәфетдин:] Иҫәр, аңра, туң баш булғанмын мин! Ш. Янбаев. Туң бүкән игелекһеҙ; наҙан кеше. □ Бездушный человек; олух. Йыйын туң букән. ■ Тел болғап йәшәргә генә өйрәнгән туң букәндәр эшләй
бит унда. А. Ғиләжев. Туң йөрәк {йәки күңел) шелт. хисһеҙ, дәртһеҙ, һалҡын кеше. □ Бесчувственный, чёрствый человек, соотв. Каменное сердце. Йыр ул туң йөрәкте лә иретә. М Ниндәй генә туң йөрәкте лә иретерлек итеп моңло тауыш менән йырлап ебәрҙе Флурә Килдейәрова. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2010. [Роза — Илдарға:] Ә һин .. туң куңел, һиҙмәйһең дә, курмәйһең дә. Р. Байбулатов. Туң күңелле {йәки йөрәкле) йылы хис, тойғоһоҙ; ҡаты. □ Чёрствый, равнодушный. ■ Үҙҙәре былай туң йөрәкле тугел тугелен, шулай ҙа сәйер кешеләр улар. А. Мағазов. Эшкә ашмаған хыялдар, утәл-мәгән пландар йыш ҡына кешеләрҙе эгоист һәм туң куңелле итә. А. Абдуллин. [Байназаров — Тәлиәкбәровҡа:] Һеҙгә туң йөрәкле палач тугел, ә ысын мәғәнәһендә ғәҙел судья булырға кәрәк ине! X. Зарипов. Туң ҡолаҡ
1) һаңғырау, суҡраҡ кеше. □ Глухой человек;
2) башҡа кешеләрҙең үтенестәренә ҡолаҡ һалмаған, иғтибар итмәгән кеше. □ Человек, остающийся безучастным, глухим к просьбам других. * Беҙҙең туң ҡолаҡ өсөн барыбер: «Кар-ҡар-р...» И. Абдуллин.
ТУҢАҘЫТЫУ (туңаҙыт-) (Р.: морозить; И.: freeze a little; T.: biraz dondurmak) ҡ.
Әҙ генә туңдырыу. □ Морозить, примораживать. Ерҙе туңаҙытыу. ■ Иртәнсәк бик туңаҙытҡан ине. Б. Бикбай. Яугирҙар төнөн ҡаты ҡырауҙар төшөп туңаҙытҡан ерҙе йылытыу өсөн бик куп урындарға усаҡ яҡҡандар. Н. Мусин. [Аҡбирҙе:] Вагондарҙан бушатынып ятабыҙ, көҙгө туңаҙыта башлаған мәл. 3. Ураҡсин.
ТУҢАҘЫУ (туңаҙы-) (Р: слегка подмёрзнуть; И.: freeze a bit; T.: biraz dondurmak) ҡ.
Епшегәндән һуң бер аҙ һыуытып, туңып тороу. □ Немного промёрзнуть. Ер туңаҙыу. Юл туңаҙыған. ■ Ҡарағайлыға ун биш саҡрым ҡалғас, Зөһрә юлдың туңаҙыуын көтөргә, кисләтеп ҡайтырға булып, шундағы утарға ат ашатырға туҡтаны. Н. Мусин. Иртәнгә табан ер өҫтө бер аҙ туңаҙыған-дай булһа ла, төш тә етмәй иретә, унан епшек ҡар йәки ваҡ ҡына ямғыр һибәләй башлай. М. Хужин.
580