ТУҢДЫРМА
ТУҢҒАҘАҠ (Р.: примороженный; И.: frozen a little; T.: donmuş) с.
Әҙ генә туңған. □ Примороженный. Туңғаҙаҡ юл. Туңғаҙаҡ ер. Я Аҡбәкәл .., тояҡтарын туңғаҙаҡ юлда уйнатып, ярһып елә. С. Кулибай.
ТУҢҒАҘАҠЛАНЫУ (туңғаҙаҡлан-) (Р.: промерзать, застывать; И.: freeze through; T.: biraz dondurmak) ҡ.
Туңғаҙаҡҡа әйләнеү, туңғаҙаҡ булыу; туңаҙыу. □ Промерзать, застывать. Ер туңғаҙаҡланды. Юл туңғаҙаҡланған. Туңғаҙаҡланып бөтөу.
ТУҢҒАҘАУ (туңғаҙа-) (Р: подморозить; И.: freeze slightly; T.: hava ayaza çekmek) ҡ.
Бер аҙ туңдырыу. □ Подморозить. Туң-ғаҙап тороу. Туңғаҙа башлау. Таңға бер аҙ туңғаҙаған.
ТУҢҒАҠ I (Р: мёрзлый; И.: frozen; Т.: donmuş) с.
Ҡар яумай туңған. □ Мёрзлый, промёрзший (о земле); затвердевший (о дороге). Туңғаҡ ерҙән барыу. Я Ҡапыл шундай ныҡ һыуытты, хатта туңғаҡ ер суйын кеуек ярсылып бөттө. Й. Мостафин. Ҡыҙҙарын тыштан йоҙаҡлап, туңғаҡ юл менән Мәҙинә өҫкә атланы. Т. Ғарипова.
ТУҢҒАҠ II (туңғағы) (Р: мерзлота; И.: frozen surface; T.: donmuş kar) и.
һыуытып, аяҡ аҫты туңған мәл. □ Мерзлота; мёрзлая поверхность. Яҙғы туңғаҡ. Иртәнге туңғаҡ. Я Салих, һалҡын көндәр килеп, туңғаҡтар башланғанын көтә. X. Мохтар. [Шаһиәхмәт:] Көҙгө туңғаҡта боҙға төшөп йығылып, янбашынан умрау һөйәге һынғанға әлеге, ярты ҡаза булһын тип, зыянлап барғандан былтыр саҡ-саҡ бысаҡлап өлгөрҙөк хайуанды. Ж. Кейекбаев.
ТУҢҒАҠЛАНЫУ (туңғаҡлан-) (Р: подмерзать; И.: freeze slightly; T.: buz bağlamak) ҡ.
Епшегәндән һуң бер аҙ һыуытып, туңып тороу; туңғаҡҡа әйләнеү, туңғаҡ булыу. □ Подмерзать, примерзать. Ҡар туңғаҡланған. Туңғаҡланып тороу. Туңғаҡлана башлау.
ТУҢҒАЛАҠ I с. диал. ҡар. туңғаҡ I. Туңғалаҡ ер. Туңғалаҡ юлдан барыу. Туңға-лаҡ юл.
ТУҢҒАЛАҠ II (туңғалағы) и. диал. ҡар. туңғаҡ II. Көҙгө туңғалаҡ. Я Ишмәмәттең аты, киске туңғалаҡты ҡыштырлатып, Әхмәдулла мулланың йортонан сығып китте. А. Карнай.
ТУҢҒА ҺӨРӨҮ (туңға һөр-) (Р: пахать под зябь; И.: plough fallow land; T.: güzün sürmek) ҡ.
Яҙын ашлыҡ сәсеү өсөн көҙҙән һөрөү. □ Пахать под зябь. Иртә туңға һөроу. Я Бер юлы тракторсылар янына ла һуғылайыҡ инде, — тине Ғәлиәхмәт, — ни эшләптер, туңға һөрөу бер ҙә ырағанға оҡшамай. Р. Байымов. Агроном туңға һөргән тракторсылар янына баҫыуға сығып китте. Ә. Әминев.
ТУҢҒЫР (Р: подражание громыханию, грохоту; И.: sound imitative word; T.: tangur tungur) оҡш.
Ҙур ҡыңғырау, ағас һауыт-һаба ҡағылып һуғылғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ.
□ Подражание громыханию, грохоту (например, телеги или звону ботала). Туңғыр итеу. Туңғыр итеп ҡалыу. Ҡыңғырауҙар туңғыр килә.
ТУҢДАТЫУ (туңдат-) (Р: отбеливать холст в снегу; И.: chill canvas; T.: kastarlamak) ҡ. диал.
Һуҡҡан киндерҙе ҡарға күмеп ағартыу.
□ Отбеливать холст в снегу. Киндерҙе туңдатыу. Туңдатып алыу. Туңдатырға һалыу.
ТУҢДЫРМА (Р.: мороженое; И.: icecream; T.: dondurma) и.
Ҡаймаҡ, һөт, еләк-емеш һуты һәм башҡа нәмә ҡушып туңдырған татлы ашамлыҡ.
□ Мороженое. Емеш-еләк туңдырмаһы. Шоколадлы туңдырма. Ҡаймаҡлы туңдырма яратыу. Туңдырма әҙерләу. Я [Ҡаланың] оҙон автобустары, ике ҡатлы универмагы, йәй көнө лә һатылған туңдырмаһы янында ай буйы урмандар гиҙеп тапҡан аҡса менән йөрөу куңелгә шундай рәхәтлек бирә! Д. Шәрәфетдинов. Малайҙарҙың береһе тантаналы рәуештә Тулыбайға өс туңдырма тапшырҙы. Д. Бүләков. Ф әнистең әсәһе һәм йәнә бер нисә апай уҡыусыларға тәуҙә ашығып-ашығып еҙ һауыттарҙа туңдырмалар таратып сыҡты. Р. Байбулатов.
581