Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 582 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҢДЫРТЫУ
ТУҢДЫРТЫУ (тувдырт-) ҡ. йөкм. ҡар. туңдырыу 1-3. понуд. от туңдырыу 1-3. Бер аҙ туңдыртыу. Туңдырта башлау. Туң-дыртып ебәреу.
ТУҢДЫРЫЛЫУ (туңдырыл-) ҡ. төш. ҡар. туңдырыу 1-3. страд, от туңдырыу 1-3. Туңдырылған ит. Туңдырылған ҡурай еләге. ■ Куберәк «тере», йәғни туңдырылмаған, консерваланмаған, микроволновкала йылытылмаған ризыҡ ашарға тырышығыҙ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 12, 2010. Ҡатындар, шаҡмаҡлап туңдырылған мал эсәктәрен бәләкәй тимер арбаға һалып, әллә ҡайҙан шалдыр-шолдор һөйрәп алып киләләр ҙә ошо боҙло булмәнең тубәһенә еткәнсе тигеҙләп өйөп ҡуялар. Ә. Ҡотлозаманов.
ТУҢДЫРЫУ (тундыр-) (Р.: морозить; И.: freeze; T.: dondurmak) ҡ.
1. һыуыҡҡа ҡатырыу. □ Морозить, замораживать. Ит туңдырыу. Ҡарағатты туңдырыу. ■ [Этҡол] ишле бейәләрҙе һауҙырып, ҡымыҙын мискәләргә ҡойоп, туңдырып, һикһән кунәк ҡымыҙ яһатып, әҙерләтеп ҡуйҙы. Ғ. Дәүләтшин. [Нурый — ярҙамсыһына:] Бер грамм иҙмәне лә туңдырмаҫҡа тейешбеҙ. Р. Ханнанов.
2. Өҫтән йоҡа боҙ менән ҡаплау. □ Морозить, замораживать. ■ Яңаҡтарына боҙ ҡатҡанлыҡтан, йунләп ябылмаған ишектән һырҡырап ингән һыуыҡ һауа иҙәндәге һыуҙы туңдыра ла башлағайны инде. 3. Биишева. Ул [Фәхри], быҙауҙарҙың аяҡ аҫтын елләтергә кәрәк тип, өй ишеген асып, бер кисте иҙәнде туңдырғайны. Б. Бикбай. Аяҡ аҫты аҙ ғына туңдыра төшкән. С. Агиш. Алыҫтағы урман арты тауҙары араһынан иҫкән һалҡын елдәр тәҙрәләрҙе туңдыра. Н. Ҡәрипов.
3. Ныҡ өшөтөү. □ Схватить морозом; обмораживать. Аяҡты туңдырыу. Ҡулдың бармағын туңдырыу. Ш Бер ҡараһаң, [ел] бит остарын туңдырып, семтеп алғандай итә, икенсе ҡарағанда, ялҡын теле кеуек ҡағылып, ирендәрҙе ҡурылдыра ул. Ә. Байрамов. [Рая] ҡулдарын, аяҡтарын туңдыра, арый, асыға, әммә төшөнкөлөккә бирелмәй, зарланмай. И. Абдуллин. Бер ҡышты шулай Азамат та, атаһына оҡшатырға ты
рышып бурекһеҙ йөрөп, ҡолағын туңдырып ҡуйғайны. Ә. Бикчәнтәев.
4. кусм. Хис, тойғоһоҙ итеп ҡатырыу; хисһеҙләндереү. □ Делать бесчувственным, равнодушным, безучастным. Ҡуңелде туңдырыу. ■ Зарядтарҙы детонация шнуры менән тоташтыра башлағанда инде йылғаның һул яҡ ярындағы урман эсенән килгән танкылар гөрләуе йөрәктәрҙе туңдырып ебәрҙе. Ә. Байрамов. Йөрәк туңдырырлыҡ ҡараңғы, ҡырыҫ тынлыҡ хөкөм һөрә ине хәҙер был өйҙә. 3. Биишева. [Шәрәфи:] Һалҡын поляр ҡышы менән Төньяҡ диңгеҙенән өргән ыжғыр елдәр ҙә минең Тыуған илемә, Башҡортостаныма, Шәрифәгә булған һө-йөуемде туңдыра алманылар. И. Ғиззәтуллин.
5. эйһ. ф. ҡар. туңыу 1. Туңдырып ебәреу. Ҡистән туңдырҙы. ■ Әле ҡарлы-боҙло ямғырҙар яуҙырҙы, әле шыҡырлатып туңдырҙы ла боҙлауыҡ яһап китте. Ғ. Аллаяров.
ТУҢҠАЙТЫУ (туңҡайт ) ҡ. йөкм. ҡар. туңҡайыу, понуд. от туңҡайыу. ■ [Мох-тасар:] Әлеге ҡорҙаш, берәй аҡса төшкәндә туңҡайтҡансы һыйлармын, тип һөйләнеп ҡайтып килә. Н. Мусин. • Илле итәктән алды, алтмыш аяҡтан алды, етмеш йугән һалды, һикһән һикегә йыҡты, туҡһан туңҡайтып һалды, йөҙ өҙөп алды. Мәҡәл.
ТУҢҠАЙЫУ (туңҡай-, туңҡая) (Р.: нагнуться; И.: bend; T.: domalmak) ҡ.
Ҡул менән таянып, билдән бөгөлөү. □ Нагнуться, наклониться. Туңҡайып тороу. ■ Бара торғас, [Караса батырҙар] юл буйында ергә туңҡайып ятҡан бер кешегә тап булалар. Әкиәттән. [Гөлзифа — Пла-товҡа:] һине бит мин, ошолай һаҡал-мыйыҡ уҫтереп, пәрей рәуешенә инеу тугел, дәруиш ҡиәфәтенә инеп, туңҡайып торһаң да, саҡрым ярымдан таныйым. Д. Исламов. [Ниязғол — Ҡарасураға:] һинең Әрмет Ҡарасураһы икәнеңде туңҡайып ятһаң да таныйбыҙ бит инде. Б. Рафиҡов.
ТУҢҠАНБАШ (Р: вниз головой; И.: head down; T.: tepetaklak) р. диал.
Баш түбән. □ Вниз головой. Туңҡанбаш тороу. Туңҡанбаш китеп, муйынын ауырт
582