Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 583 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҢ МАЙ
тырыу. ■ Тиҫкәреһен кейеп асылының, ҡояштарын элеп туңҡанбаш, асыш яһай ғилем әһелдәре, аҡ һәм ҡара икән туғандаш. Г. Хәлфетдинова. Алты [һаны] эсен тотоп көлә башлағайны, туңҡанбаш әйләнде лә ҡуйҙы. «Аҡбуҙат», № 11, 2011.
ТУҢҠАНЛАУ (туңҡанла-) (Р.: ковылять; И.: hobble; T.: topallamak) ҡ.
1. Сатанлау. □ Ковылять. Туңҡанлап барыу. Туңҡанлап китеу.
2. Иңкәйә биреп, алпан-толпан баҫыу. □ Идти вразвалку, вперевалку. Туңҡанлап атлау. ■ Куҙҙәренә аҡ-ҡара куренмәй, ҡыуаҡтарҙы кукрәктәре менән ярып, мышылар сабып утте, бер яҡ ситтә айыуҙың туңҡанлағаны куренеп ҡалды. Б. Рафиҡов.
3. Имгәкләп йөрөү. □ Ходить на четвереньках. М [Атай:] Бәрәңгене әсәйең менән туңҡанлап икәу кумгән булдыҡ. С. Шәрипов. Меҫкен балаҡай дурт тағанлап, туңҡанлап йөрөгән. Н. Ҡәрипов.
ТУҢҠАНЛАШЫУ (туңҡанлаш) ҡ. урт. ҡар. туңҡанлау, взаимн. от туңҡанлау. Туңҡанлашып барыу. Туңҡанлашып йөрөу. Туңҡанлашып китеп барыу.
ТУҢҠАҢНАУ (туңҡаңна-) ҡ. диал.
1. ҡар. туңҡанлау 2. Эйелеп йүгереү. □ Бегать гуськом. Балалар туңҡаңнап йуге-рәләр. Туңҡаңнап ҡасыу.
2. Бөкрәйеп йөрөү. □ Ходить сгорбившись. Туңҡаңнап йөрөп ятыу. Туңҡаңнап килеу. Әбей туңҡаңнап әллә ҡайҙа барып еткән.
3. Бер батып бер ҡалҡыу. □ Тонуть и всплывать. Туңҡаңнап килеу. Йылғанан бер ағас туңҡаңнап ағып килә.
ТУҢҠАС с. диал. ҡар. тоҡос. Кулдәгенең арты туңҡас булған. Туңҡас итеп тегеу. Туңҡас тун.
ТУҢҠОЙРОҠ (туңҡойроғо) (Р: луговой чекан; И.: whinchat; T.: çayır taşçalanı) и. диал. ҡар. шаҡылдаҡ.
Ала таштурғай (ташҡа оялай, шунда бала сығара). □ Луговой чекан (лат. Saxicola rubetra). Туңҡойроҡ ояһы. Туңҡойроҡ балаһы. Туңҡойроҡ һайрай.
ТУҢҠЫЛДАҠ (Р: медлительный; И.: sluggish; T.: yavaş) с. диал. ҡар. яй.
Ауыр ҡуҙғалыусан. □ Медлительный, неспособный. Туңҡылдаҡ бала. Туңҡылдаҡ кеше. Бигерәк туңҡылдаҡ был курше.
ТУҢҠЫС и. диал. ҡар. баш бала. Кур-шенең туңҡысы. Туңҡыс егәрле була. Туңҡыс бәләкәйҙәргә урнәк була.
ТУҢЛЫҠ (туңлығы) (Р.: мерзлота; И.: frozen condition of ground; T.: donmuşluk) и.
1. Ерҙең туң, һыуыҡҡа ҡатҡан хәле. □ Мерзлота; мёрзлость. ■ Мәңгелек туңлыҡ, һаҙлыҡтар ҡышын үтәнән-утә туңа. Й. Мостафин. Әгәр ҙә углекислый газ буленеу ошо уҡ кимәлдә ҡалһа, мәңгелек туңлыҡ иреп, океандар ҙа һауаға парник газдары сығара башлаясаҡ. «Ағиҙел», № 7, 2011. Әйтерһең, илле градуслы һыуыҡтарҙа өшөгән, һис тә осо-ҡырыйы булмаҫтай тойолған төндән ялыҡҡан кешеләр ошо мәңгелек туңлыҡ ҡаплаған ерҙе йылытырға, яҡтыртырға тырыша. Н. Мусин.
2. кусм. Ҡаты күңеллелек, рәхимһеҙлек. □ Чёрствость (души). Куңел туңлығы.
■ Бесәнгә эшкә йөрөй башлағас ҡына, уның [Нәғимәнең] куңел туңлығы ирей башлаған һымаҡ булды. Ш. Янбаев. Шағир, .. кешенең йәмғиәттәге урыны, дәрәжәһе байлыҡ менән тугел, башҡарған эше, белем һәм әхлаҡ кимәле менән билдәләнергә тейеш, тип фекер һәм хис туңлығын тәнҡитләй. Ғ. Ҡу-нафин.
ТУҢ МАЙ (Р.: нутряное сало; И.: lard; T: içyağı) и.
1. Һуғым һыйыр, һарыҡ һ.б. эсенән алынған һәм иретелгән эс майы. □ Нутряное сало, нутряной жир. Туң май иретеу.
■ [Ғәзимә:] Туң май бауырһаҡтың тәмен ала ул. Һ. Дәүләтшина. Он, ярма, туң май, ҡабаҡ, һуған һымаҡ нәмәләрҙе төйнәп тотҡан уҫмер ҡыҙҙар шыбырлашып беҙҙең өйгә йыйыла башланы. М. Садиҡова. • Һыйыр майы — һары май, һыйыр көткән арымай; кәзә майы — туң май, кәзә көткән уцмай. Мәҡәл.
2. этн. Магик дауалауҙа ҡулланылған мифлаштырылған май. □ Нутряное сало, нутряной жир (используется во время магического лечения). Туң май менән дауалау. Туң май һөртөу.
583