Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 584 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУҢЫРТҠА
ТУҢЫРТҠА и. диал. кар. тумыртҡа. Туңыртҡа туҡылдата. Туңыртҡа бала сығара. Туңыртҡа ояһы.
ТУҢЫУ (туң-) (Р.: замерзать, застывать; И.: freeze; T.: donmak) к.
1. һыуыҡҡа ҡатыу. □ Замерзать, застывать, затвердеть. // Замерзание, затвердение от холода. Ит туңа. Тышта аш туңған, һыу туңған. ■ Иртәгеһенә, төш яҡынлағанда, район яғынан килгән суғырмаҡланып туңған юлда бер нисә машина күренде. Ә. Әминев. Урман тынған. Аяҡ аҫты туңған, йоҡа ғына күкһел ҡар ятҡан. Р. Ғарипов. Көҙҙән ҡалған бәрәңгеләр ҡышын туңып бөткән. Н. Мусин. • Байҙың бите туңғансы, ярлының ите туңған. Әйтем.
2. Өҫтән боҙ менән ҡапланыу. □ Замерзать, покрываться льдом. Йылға туңыу. Тәҙрә туңыу. ■ Һис кем һиҙмәгән был күлдең донъяла булғанлығын, йәйен томанға төрөнөп, ҡыштарын туңғанлығын. Р. Назаров. Яр буйҙары үтеп сыҡҡыһыҙ урман булып, гел урман араһынан аҡҡанға күрә, сатлама һыуыҡтарҙа ла һыуы туңмай уның [Бөрөнөң]. «Зөһрә менән Алдар». Беҙҙең тура һалҡын шишмә таң алдынан туңалыр. Халыҡ йырынан.
3. Ныҡ өшөү. □ Зябнуть, мёрзнуть. // Замерзание. Туңып бөтөү. Туңа башлау. Автобусты көтә-көтә туңдыҡ. ■ Аҡман, Тоҡман унлап юлдашы менән ошо буранда асығып, туңып үләләр. Легенданан. Берҙән, ҡурҡыу, берҙән, һыуыҡ үтә, дер-дер ҡалтырап туңып ятабыҙ. Бәйеттән. Аяҡтар боҙға ҡуша йәбешә, иҫен юғалтып, бармаҡ остары туңа башланы. Н. Мусин. • Берәү туңып һикерә, берәү туйып һикерә. Әйтем.
4. күсм. Хис, тойғоһоҙ булып ҡатыу; хис-һеҙләнеү. □ Остывать, охладевать (о чувствах). Күңел туңыу. Йөрәк туңыу. 11 Тик юҡ бында [мавзолейҙа] ҡәбер һалҡынлығы, йөрәк туңмай өнһөҙ тынлыҡтан. М. Кәрим. Туңып ятҡан хистәр уяндылар... Тын бәхетте йығып, әйтерһең дә, тере ут сығарҙың, боҙҙо боҙға һуғып. Р. Назаров.
5. күсм. Ҡурҡыштан, аптыраштан, күңел тетрәндергес хәл-хәбәрҙән һ.б. ҡатып ҡалыу. □ Оцепенеть, оледенеть, застыть, окаме
неть (от страха, ужаса, удивления и т. п.).
■ [Алтыша:] Алыр һулышым тарыҡты, күкрәгемә ҡыҫылып, йөрәгем туңып бөттө, күҙҙәремдә йәш кипте. «Ҡуҙыйкүрпәс». [Таңһылыу:] Фәнисәкәйем, һинең яҙғандарыңдан күңелем бер йылына, бер туңа. Р. Камал. Радио тыңлағанда, Саръяндың ҡаны туңып, йөрәге туҡтап ҡалғандай булды. Ә. Байрамов.
ТУП I (тубы) (Р: мяч; И.: ball; Т.: top) и.
1. Берәй материалдан эсе бөтәш йәки ҡыуыш итеп яһалып, ҡаты нәмәгә бәргәндә ғәҙәттә һикерә торған шар. □ Мяч, мячик. Йөн туп. Баскетбол тубы. Сәпәмә туп. Урта туп. Ямғыр туп. Туп тибеү. Туп уйнау.
■ Кемгә таш ҡурсаҡ, кемгә һыҙғыртҡыс, кемгә кәтүк, кемгә бәләкәс резинка туп .. тейҙе. М. Кәрим. Ятаҡ ишеге алдындағы кипкән майҙансыҡта малайҙар, шау-гөр килеп, туп һуға ине. А. Абдуллин. Бер мәлде туп, Клараның һонолған ҡулдары араһынан шыйлап үтеп, арттараҡ торған Гөлгөнәнең маңлайына шап итеп барып тейҙе. Р. Байбулатов.
2. миф. Ырыҫ, байлыҡ тартҡан предмет. □ Мяч (символ плодородия). ■ Туп уйнағыҙ, туп уйнағыҙ, туҡлыҡ булыр, тиҙәр ине. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТУП II (тубы) (Р: пушка; И.: gun; cannon; Т.: top) и.
1. Төрлө калибр һәм төҙөлөштәге оҙон кәбәкле артиллерия ҡоралы; пушка. □ Пушка, орудие. / Орудийный; пушечный. Туптан атыу. Туп уты. ■ Дошман яуы беҙгә ҡаршы атһа әгәр туп менән, беҙҙең яуап: туптарға — туп, уттарына ут менән! Халыҡ йырынан. Бәлки, шулай ғәзиз һөйөүен дә туп иҙгәндер һуғыш ҡырында? Р. Ғарипов. Ауыр туптарҙың, катюшаларҙың дәһшәтле уты дошман өҫтөнә ябырылды. Ғ. Аллаяров. Туптар тынғанға инде егерме бер йыл тулып китһә лә, Бәхтиҙәрҙең өйөндә һуғыштың ҡара күләгәһе ошо көнгә тиклем йәшәй. Р. Ғабдрахманов.
2. Шул ҡоралдан ата торған шартлағыс нәмә; снаряд. □ Артиллерийский снаряд, пушечное ядро. Дошман тубы. ■ Тик ул [Юлдаш] ишетмәне алыҫ туптар шартлауын.
584