Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 585 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУПАҠ
М. Кәрим. Ҡайҙалыр пулемёт татылдап ҡуйҙы, гөрһөлдәп туптар шартлау ы ишетелде. Ә. Хәкимов. Һуғыш майҙандарында туптар гөрһөлдәуе туҡталыу менән Ғимат Сәлимович, яуаплы вазифаһын шәкерттәренә тапшырып, уҙенең яратҡан эшенә, тәу башлап нигеҙен һалған Үтәғол мәктәбенә ҡайтты. Яр. Вәлиев. Иҫкәртмәҫтән туп атылды, Порт-Артурҙы ут алды. Иҫкәртмәҫтән туп атылғас, беҙҙең ғәскәр буталды. Бәйеттән.
ТУП III (тубы) (Р.: стая; И.: flock; congregation; T.: sürü) и.
1. Күмәк булып бергә йыйылған кеше йәки башҡа нәмә; төркөм. □ Стая, куча, косяк; скопление, сборище (людей). Бер туп кеше. Ҡош тубы йылы яҡҡа осто. Тупҡа йыйылыу. Н Ҡош туптары барыһы ҡош тундарын һалған да һылыу ҡыҙға әйләнгән. «Урал батыр». Ҡояш һурән булһа ла, көн йылы, ағастарҙан япраҡ яуа, һауала йылы яҡтарға китеусе ҡош туптарының инрәуле хушлашыу ауазы ишетелеп ҡала. Ә. Хәкимов. Сәукә ту былай сырылдашып, кемуҙарҙан бала-саға йугерҙе. Р. Байымов.
2. иҫк. Бер ырыу эсенә ингән яҡын туғандар төркөмө; ара. □ Родовое подразделение у башкир. Туп йыйыны. Бер туп кешеләре. Туп шәжәрәһе.
ТУП IV (Р: тук; И.: rat-tat; T.: küt!) оҡш.
Тос нәмә ҡатҡыл ергә ҡапыл төшкәндә һ. б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку падения чего-л. на твёрдую поверхность: тук. Туп тигән тауыш сығарыу. Туп итеп ҡалыу. ■ Алмағастан өлкән ҡыҙыл алма туп итеп өҙөлөп төштө лә Дилә яғына тәгәрәне. Һ. Дәүләтшина.
ТУПА (Р.: медлительный; И.: slow; Т: yavaş) с. диал. ҡар. ығыш.
Мыштыр, бызмыр. □ Медлительный, нерасторопный. Тупа кеше. Тупа ат. Тупа килен.
ТУПАЙСЫҠ (тупайсығы) (Р.: мозоль (на ладони); И.: callousity; T: nasır) и. диал.
1. Ус һөйәле. □ Мозоль (на ладони). Тупайсыҡ сығыу. Ҡартуф ҡаҙып, ҡулға тупайсыҡ сыҡты. Тупайсыҡ һытылған.
2. Тубыҡ, тубыҡ ҡапҡасы. □ Колено, коленная чашечка. Йығылып, тупайсыҡты ярыу. Тупайсыҡ һыҙлау. Тупайсыҡҡа май һөртөу.
ТУПАЙТЫУ (тупайт-) (Р.: выпячивать; И.: make bulge; T: kabartmak) ҡ.
1. Туп кеүек итеп бүлтәйтеү; туптайтыу. □ Выпячивать, выпирать, выступать. Иренде тупайтыу. М Ҡаланың ҡыян малайҙары, магазинға инеп, кеҫәләренә тупайтып кәнфиттәр, перәниктәр тултырып алып сыҡтылар һәм, ата-әсәләре әрләуҙән ҡурҡып, Иҙел буйына, туғайға йугерҙеләр. Ж. Кейекбаев.
2. Ҙур итеп асыу (куҙҙе). □ Вытаращить, выпучить. ■ Башын баҫып, куҙен тупайтып, артҡа ҡарап торған һарун терт итеп ҡалды. И. Ғиззәтуллин. Иванов, куҙҙәрен тупайтып, көлөргәме, иларғамы белмәгәндәй, өнһөҙ генә бер аҙ тапанып торғандан һуң, .. сығып китте. Яр. Вәлиев.
ТУПАЙЫУ (тупай-, тупая) (Р: выпячиваться; И.: protrude; T: kabarmak) ҡ.
1. Туп кеүегерәк булып бүлтәйеү; туптайыу. □ Выпячиваться, выдаваться (вперёд), вздуваться. Бите тупайып тора. ■ Ул [Фазыл] тупайып торған кеҫәләрен һәрмәштерә, шешәне нисек сығарырға белмәй аптырай. Р Солтангәрәев. Үҙәнгә оҡшаш ерҙән юғары һуҙылған, уҫемлектәрҙән мәхрум тауҙар тирәһендә тупайып торған таштарҙан башҡа нәмә куренмәй. Я. Хамматов.
2. Түп-түңәрәк, ҙур булып асылыу (куҙгә ҡарата). □ Таращиться, выпучиваться (о глазах). Баланың куҙҙәре тупайған. М Әсҡәптең йотҡолоҡ балыҡтыҡы һымаҡ тупайып торған ҙур ҡара куҙҙәре, тубән төбәлеп, йәшкәҙәй башланылар. Б. Бикбай. Бейек кәуҙәле, ҡалын ҡара ҡашлы, ҡабаҡ аҫтынан тупайып торған куҙҙәре серә янған .. Хәби бай иҙән уртаһына килеп баҫты. Т. Хәйбуллин.
3. Ослоға әйләнеү, ослайыу. □ Торчать, выпячиваться; заостряться. Тупайып торған таштар.
ТУПАҠ I (Р: тупой; И.: blunt; T: küt) с.
1. Осо йомро; осло түгел. □ Тупой, с тупым концом. Тупаҡ башлы итек. Тупаҡ
585