Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 586 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУПАҠ
танау. ■ Юлай, йәһәт кенә пугачтың резинкаһын ысҡындырып, көпшә эсенә өс шырпы башын ҡырып төшөрә, тупаҡ башлы ҡаҙағы менән төйгөсләй. Д. Шәрәфетдинов. Третъяк, пушкаһы янына тупаҡ башлы ҡорос януарҙың ҡалҡыуын кургәс, тертләгәндәй итте. Я. Хамматов. Ул [кәмә], тупаҡ мороно менән тулҡындарҙы ярып, суҡаңлап ағып килгән бурәнәләрҙән оҫта ялтанып, арғы яҡ ярға ынтылыуын дауам итә. Н. Мусин. [Әлфиә] өлгөрҙө буғай, граната тап тупаҡ башлы фауст-патрон өҫтөндә шартланы. И. Абдуллин.
2. диал. Йөҙө йәки осо үткер түгел; үтмәҫ. □ Тупой, затупленный. Тупаҡ бысаҡ. Тупаҡ балта менән сабыу. ■ [Хан:] Ҡаҙаҡ ҡылысы истәктекенән тупаҡмы? Й. Солтанов.
3. диал. ҡар. туҡалаҡ I, 1. Тупаҡ йорт. ■ Шәурәләрҙең эсе-тышы һыланып та ағартылмаған тупаҡ өйҙән дә бер һыйырлыҡ лапаҫтан торған йорттары урамдың Эйек яҡ осонда, Сәрбиямалдарса ҡапма-ҡаршы ултыра. 3. Биишева. Бикмырҙа ҡарттың тупаҡ ҡына өйөнөң эргәһендәге бурәнәгә бер нисә кеше теҙелеп ултырған. Т. Хәйбуллин. Бер нисә минуттан тупаҡ өй башына һалған ҡар өҫтөндә шығыр-шығыр иткән аяҡ тауыштары ишетелде. Р. Өмөтбаев.
4. кусм. диал. Аңра, белекһеҙ. □ Бестолковый, неразумный. Тупаҡ баш. Тупаҡ кеше. Тупаҡ малай.
ТУПАҠ II (Р: бессмысленный; И.: meaningless; T.: manasız) с.
Мәғәнәһе булмаған, мәғәнәһеҙ. □ Бессмысленный, бессодержательный. Тупаҡ ҡараш. Тупаҡ тормош. Тупаҡ һуҙ.
ТУПАҠЛАНЫУ (тупаҡлан-) (Р: стать тупым; И.: go blunt; T.: küt olmak) ҡ.
Тупаҡҡа әйләнеү, тупаҡ (1) булыу. □ Стать тупым, затупляться. // Затупление. Тупаҡланған ҡәләм. М [Нуникянов:] Әгәр [ҡоросто] сыныҡтырыуҙы һалам төҫөндә килеш туҡтатһаң, тешәуес тиҙ тупаҡлана. Й. Мостафин. Ғәлиә, эҙләнеп йөрөй торғас, .. тупаҡланып бөткән һәргәуҙе Ғиззәткә һондо. Н. Мусин. [Гуҡтуҡ бабай:] Иртән иртук тимерлеккә барып, ызбурыйҙарымды
уткерләтәм. Үтә тупаҡланғандар. Й. Солтанов.
ТУПАҠЛАУ (тупаҡла-) (Р: затуплять; И.: make blunt; T.: körleştirmek) ҡ.
Тупаҡҡа әйләндереү, тупаҡ (1) итеү. □ Затуплять, закруглять (конец чего-л.). Таяҡтың башын тупаҡлау. Ҡәләмдең осон тупаҡлап бөтөу. Тупаҡлап сығарыу.
ТУПАЛАҠ I с. диал.
1. ҡар. тупанай 1, 2. Тупалаҡ бала. Тупа-лаҡ ир. Тупалаҡ кейәу.
2. ҡар. туҡалаҡ I, 1, 2. Тупалаҡ һарай. ■ Егет бер уҙе тороп ҡалған. Уның бер тупалаҡ ҡына өйөнән башҡа бер байлығы ла булмаған. Әкиәттән.
ТУПАЛАҠ II (тупалағы) (Р: буханка; И.: loaf; T.: bir somun ekmek) и. диал.
1. Бешкән бөтөн икмәк. □ Буханка. Бер тупалаҡ икмәк. Бер тупалаҡ һатып алыу. Тупалаҡ еҫе өйгә таралды.
2. Түңәрәктең үҙ диаметры тирәһендә әйләнеүенән барлыҡҡа килгән геометрик есем; шар. □ Шар. Тупалаҡ майҙаны. Тупалаҡ һымаҡ. Тупалаҡ төшөрөу.
ТУПАЛАМ (Р: цинга; И.: scurvy; T.: is-korbüt) и. диал.
1. Теш ите сереп, ҡан һауып, хәлде бөтөрә торған яман ауырыу; зәңге (аҙыҡта витамин етешмәгәнлектән була). □ Цинга. Тупалам ауырыуы. ■ [Үмәр ҡарт:] Беҙ бында ту палам тейеп, барыбыҙ тигәндәй ауырышып киттек. Һ. Дәүләтшина.
2. Аҡһаҡ ауырыуы. □ Хромота (болезнь у животных). Ат тупаламдан йонсой. Һарыҡ тупаламы. Ферманың һыйырҙары тупалам менән ауырый.
3. Ауырыу, һыҙланыу менән бергә барған йөрәк-ҡан тамыры системаһы һәм быуын ауырыуы; ревматизм. □ Ревматизм. Тупалам менән сирләу. Аяҡ тупаламы. ■ Тупаламдан бәрәңге бешереп, ҡабығы менән һыуына ултыраһың. Экспедиция материалдарынан.
ТУ ПАЛАМА и. диал. ҡар. тупалан 1. Ту-палама тейеу. Тупаламанан мал ҡырылыу. Тупаламаға ҡаршы вакцинация уткәреу.
ТУПАЛАН (Р: мор; И.: high mortality; T: kıran) и. диал. ҡар. ҡырғын 2.
586