ТАБАЛДЫРЫҠ
менән самокаттың табалдырығына баҫып, икенсеһе менән ергә тибеп этәрә-этәрә, тротуар буйлап уға [Байрасҡа] ҡаршы еләләр. 3. Биишева.
ТАБАЛДЫРЫҠ II (табалдырығы) (Р.: намордник; И.: muzzle; T.: ağızlık) и. диал. ҡар. морондоҡ I.
Сөй ҡағылған моронса. □ Намордник. Быҙау табалдырығы. Эт табалдырығы. Табалдырыҡ кейҙереу.
ТАБАН I (Р.: стопа; И.: foot, plantaris; T.: taban) и.
1. анат. Аяҡтың баҫа торған аҫҡы яғы. □ Стопа, ступня. Табан һыҙлау. Табанға суп кереу. Фил табаны. Яланғас табан. ■ Тимербай башы менән һыуға сумды. Ту мэров уның ҡуш табандарын ғына куреп ҡалды. С. Агиш. Мәҙинә,.. ер ҡыртыштарында аяҡ табандарының ҡанын туҙғытып, тышта тора бирҙе. Т. Ғарипова. [Закир] ҡояш нурҙары аҫтында гәуһәр-яҡут шикелле йәшелле-ҡыҙыллы нур сәсеп емелдәгән ҡырсынташтарына табанын яндыра-яндыра бөҙрә талдар куләгәһенә, йомшаҡ һары ҡом өҫтөнә һуҙылып ятты. 3. Биишева. • Эшкә булһа — «уф, табаным!», ашҡа булһа — «килтер табағым!» Әйтем.
2. Аяҡ кейеменең аҫҡы өлөшө. □ Подошва, подмётка. Быйма табаны төпләу. Тире менән табан төпләтеу. Аяҡ кейеменең табаны аҡтарылып сыҡҡан. Ш [Сәрбиямал Йәнешкә ҡарата:] Итек табанын туҙҙырып, һырғалаҡ эйгәндер! 3. Биишева.
3. Сана йәки бүтән нәмәнең шыуып бара торған аҫҡы шыма өлөшө. □ Полоз, полозья. Сана табанын ҡарама ағасынан бөгәләр. ■ Сана табандарының тигеҙ шығырлауы асыҡ ишетелде. Ә. Вәли. Доклад аҙағына етеп килгәндә, соланда торған кешеләр ишек алдында сана табаны шығырлаған һәм ат бышҡырған тауыш ишеттеләр. С. Агиш. Өрпәк ҡар бөртөктәре, сана табаны аҫтында ҡалып, ниндәйҙер һыҡранған тауыш сығара. Ғ. Аллаяров. Ниместәрҙең санаһы, бөгөлмәгән табаны. Бәйеттән. • Табан юлы тар булыр. Әйтем.
4. Икмәктең аҫҡы яғы. □ Низ хлеба, пирога, нижняя корка. Мейес һурән бу
лып, икмәктең табаны бешмәгән. Икмәктең табаны көйгән. Икмәк табаны табаға йәбешкән.
5. диал. Мейестең иҙәнгә йә ергә тейеп торған урыны, нигеҙе. □ Основа печи. Мейес табаны бик ныҡлы эшләнгән. Мейес табанына өс рәт кирбес теҙелгән.
♦ Бер табандан бергәләшеп, бер булып; бер төптән. □ Дружно, единодушно. Бер табандан булыу. Бер табандан йәшәу. ■ Ҡатил серен бирмәгән, бер табандан уҡтал, тип, дурт батырға ымлаған. «Урал батыр». Йөн табан шым ғына йөрөгән шикле кешегә ҡарата әйтелә. □ Подозрительный тип. Йөн табан булыу. Йөн табандарға ойоштороусылар араһында урын юҡ. Табандан ут сығарыу {йәки сығыу) көслө дәрт күрһәтеү, янып тороу. □ Быть энергичным. ■ Бөтөрөлөп йөрө, Гөлсирә, табаныңдан ут сыҡһын. М. Кәрим. Табан итен ашау бушҡа күп йөрөү.
□ Попусту ходить. Табан итен ашап йөрөу. Табаны ергә теймәү ҡыуаныстан ҡайҙалыр бик шәп атлап барыу, шатланып елеү.
□ Летать, двигаться очень быстро (от радости). ■ Мин урамға сыҡһам, табандарым ергә теймәй. Осорҙай булып барам. М. Кәрим. Табан яҙҙырмай бер аҙым да ҡалмай, эҙ яҙлыҡтырмай. □ Не отставая ни на шаг, по пятам. ■ Йәрмәштең иптәше ҡасып китмәһен өсөн, Әптерәй уның артынан табан яҙҙырмай барырға кәңәш итә. Хикәйәттән. Табан ялау ярарға тырышып, үтә ярамһаҡланыу, ялағайланыу, юхаланыу.
□ Лизать пятки кому-л., чьи-л:, подхалимничать перед кем-л. ■ Бында бөтә тирә-яҡтан байҙар, сауҙагәрҙәр, бай табанын ялап көн куреуселәр йыйылған. 3. Биишева. • Ялағай табан ялар. Әйтем. Табан ялтыратыу тиҙ генә ҡасып китеү, һыҙыу. □ Засверкать пятками; показать пятки; пуститься наутёк; дать стрекача. ■ Уның [ташсының] бик йыш ҡабатлай торған бер һуҙе бар: «Юлда эшләусегә юл таҡыр, тип, табан ялтыратырға уйлайһыңмы?» Н. Мусин. Тоҡ-тоҡ алтын өмөт иткән Ҡошанға, мәкерле Субудәйҙе әрләй-әрләй, мал-монаятын юғалта-юғалта табан ялтыратырға тура килә. Б. Рафиҡов.
62