Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 63 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАБАНЛАУ
ТАБАН II (Р.: карась; И.: crucian carp; T.: Çin sazanı) и. зоол.
Һаҙандар ғаиләһенә ҡараған һары тәңкәле, ҡыҙғылт ҡанатлы, яҫы, ялпаҡ кәүҙәле күл балығы. □ Карась (лат. Carassius). Ҡара табан. Һары табан. Мин табан ашарға яратам. ■ Табан муйыл сәскә атҡанда уйнай. һынамыш. • Тымыҡ кулдә табан ятыр. Әйтем.
ТАБАН III (Р.: к; по направлению к; И.: towards; to; T.: -e doğru) бәйл.
1. Эш-хәрәкәттең йүнәлешен белдерә; ҡарай. □ К, по направлению к. Ишеккә табан атлау. Үргә табан йөҙөу. Ауылға табан сабыу. Урманға табан юлланыу. Утарға табан йунәлеу. Ташҡын мәлендә балыҡтар ургә табан урләй. М Рәмзил, айыу яҡынлашҡан һайын, палаткаға табан сигенде. Д. Бүләков. Һәйкәлдән урамға табан сағандар аллеяһы һуҙылған. Яр. Вәлиев. Сөнәғәт юл яҙлыҡтырыу өсөн тәуҙә Үҙәште буйлап ургә табан ярты яҡ киткәйне. Ж. Кейекбаев. • Туҡ бурене тауға табан ҡыҫтама. Әйтем.
2. Эш-хәрәкәттең билдәле бер ваҡытҡа яҡын булғанын белдерә; ҡарай. □ Под, к. Ҡышҡа табан. Төшкә табан көн боҙолдо. Кискә табан көн асылды. ■ Көҙгә табан тау итәктәренә землянкалар төҙөп ебәргәндәр. И. Абдуллин. Ҡарағура, һуңға табан иҫке һалам ашап ҡыш сыҡҡан мал бик яйлап мандыны, һауым артманы. А. Абдуллин.
♦ Бармағы {йәки ҡулы) үҙенә табан кәкре 1) кеше нәмәһенә тейеүсән; ҡулсыр, уғры, бур. □ Нечист на руку. Ҡулы уҙенә табан кәкре кеше; 2) үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртырға яратҡан, үҙ яғын ғына ҡарай торған. □ соотв. Своя рубаха (шкура) ближе к телу. Завхоздың бармағы уҙенә табан кәкре булып сыҡты. • Мулланың бармағы уҙенә табан кәкре. Әйтем.
ТАБАН IV и. диал. ҡар. тәлгәш. Балан табаны. Муйылды табаны менән йыйыу. Бер табан виноград. Суҡ миләш табандары йыраҡтан ҡыҙарып куренә.
ТАБАН V и. диал. ҡар. быуын II. Ете табанды белеу. Ун ике табандан торған шәжәрә ағасы. Беҙҙең табан балалары юғары техник уҫеш заманына тура килде.
ТАБАН АҪТЫ (Р.: земля под ногами; И.: ground underfoot; T.: ayak altı) и.
Кеше аяғы баҫҡан ер; аяҡ аҫты. □ Земля под ногами. Табан аҫтына ҡарап атлау. Табан аҫтын курмәу. М [Сибәркәй — тәфтишсегә:] Беҙҙә байлыҡ табан аҫтында ғына ята, урелеп ала белергә генә кәрәк. Р. Вәлиев. • Бәлә табан аҫтында ғына ята. Әйтем.
ТАБАН БАЛЫҠ (балығы) и. зоол. ҡар. табан II. ■ Табан балыҡ серем итә, башын төртөп ләмдәргә. Р. Назаров. Көҫәмбәт ҡарт һунарға йөрөй, мурҙа һалып, табан балығы тота. Риүәйәттән.
ТАБАНҒА ҺУҒЫУ (Р: способ магического лечения; И.: name of a magic ritual; T.: büyü ile tedavi usulü) и. миф.
Быума эйәһен магик ҡыуыу ысулы.
□ Способ магического лечения эпилепсии. доел. Бить по стопе. Табанға һуғыуҙы атҡарыу. ■ Быума булһа, ауырыу эйәһен ҡурҡытыр өсөн табанға һуғыу ысулы менән имләгәндәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТАБАН ҠЫУЫШЫ (Р: плюсна; И.: те tatarsus; T.: ayaktarağı) и. диал. ҡар. бәшәләй һөйәге.
Биш көпшәле һөйәктән торған аяҡ башының үксә менән бармаҡтар араһы өлөшө.
□ Плюсна. Табан ҡыуышының анатомияһы. Табан ҡыуышына массаж эшләтеу. Табан ҡыуышының бер нисә һөйәге сатнаған.
ТАБАНЛАТЫУ (табанлат-) ҡ. йөкм. ҡар. табанлау I. понуд. от табанлау I. Быйманы табанлатыу. Йөн ойоҡто табанлашып бирҙе өләсәйем. Сананы табанлатыу.
ТАБАНЛАУ I (табанла-) (Р: подшивать (обувь)', И.: stitch (shoes)', T.: pençe vurmak) ҡ.
1. Аяҡ кейеменә табан һалып тегеү.
□ Подшивать, подбивать (об обуви). // Подшивание, подшивка (обуви). Итек табанлау. К Урындыҡ өҫтөнә йәйгән алама кейеҙ өҫтөндә [Гөлйөҙөмдөң]атаһы һәр ваҡыт итек тегеп, итек ямап, быйма табанлап ултыра. Һ. Дәүләтшина. Һикелә тарамыш еп менән иҫке быйманы табанлап ултырған Уйылдан ҡарт урынынан торманы. Р. Өмөтбаев.
2. Табан ҡуйыу (санаға). □ Крепить, ставить полозья (к саням). Иҫке сананы яңы
63