Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 64 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТАБАНЛАУ
тимер менән табанлау. Сананы табанлап биреу. ■ Сукеш Ғәбиттең иртәнән ҡара кискә тиклем бурәнәнән табанлап яһалған ҙур санаға тимер һалыу менән тамағы кип-те. Т. Хәйбуллин.
ТАБАНЛАУ II (табанла-) (Р.: ходить пешком; И.: walk; T.: yürümek, yaya gitmek) ҡ. һөйл.
Йәйәү атлау. □ Ходить пешком. Ауылға табанлау. Бер нисә кеше табанлай башланы. Бесәнлеккә табанлап йөрөу. Табанлап барып етте. Табанлап сығып китте. ■ Аталарҙың бурысы билдәле, .. йә, тыуған төйәген һаҡлап, яуҙа йән ата, йә табанлап ризыҡ артынан йөрөй. Р. Низамов.
ТАБАНЛАУ III (табанла-) (Р: приближаться (к какому-л. возрасту)', И.: advance in age; T.: belli bir yaşa gelmek) ҡ. һөйл.
Ниндәйҙер йәшкә табан барыу, яҡынлау.
□ Приближаться (к какому-л. возрасту). Етмешкә табанлау. Ҡартлыҡҡа табанлау. Туҡһанға табанлау. ■ Уның [Котлоярҙың] төҫө лә, уҙенең йәше алтмыш биштәргә табанлаһа ла, әле йәштәрсә, һ. Дәүләтшина.
ТАБАНЛАШЫУ I (табанлаш-) ҡ. урт. ҡар. табанлау I. взаимн. от табанлау I. Сананы табанлашыу. Быймаларҙы табанлашыу. Табанлашырға ярҙам итеу. Табанлашып тороу.
ТАБАНЛАШЫУ II (табанлаш-) (Р: про являть настойчивость; И.: insist; persevere; T.: ısrar etmek) ҡ. диал. ҡар. ныҡышыу.
Үҙ теләген тормошҡа ашырыу өсөн тырышыу, талапсанлыҡ күрһәтеү. □ Проявлять настойчивость в чём, настаивать на чём, упорствовать. Табанлашып һорау. Бик табанлашыу.
ТАБАНЛЫ I (P: имеющий подошву; И.: having a sole; T.: tabanlı) с.
1. Табаны (I, 2) булған. □ Имеющий подошву; с (определённого качества) подошвой. Кун табанлы. Резина табанлы итек. Ҡалын табанлы. Аҡ табанлы кроссовка.
2. Табан (I, 3) ҡуйылған. □ Имеющий полозья; с (определённого качества) полозьями. Тимер табанлы сана. Ҡарама табанлы сана. Тире табанлы саңғы.
ТАБАНЛЫ II (Р: настойчивый; И.: insistent, persistent; T: ısrarcı) с. диал. ҡар. ныҡымыш.
Алдына алғанын ҙур тырышлыҡ менән атҡара торған. □ Настойчивый, упорный, напористый. Табанлы бала. Табанлы кеше булыу. Табанлы ҡыҙ. Табанлы килен.
ТАБАН Л ЫҠ I (табан л ығы) (Р: подошва; И.: sole; T: tabanlık) и. диал. ҡар. олтан.
Аяҡ кейеменең табанына өҫтәп һалынған өлөшө; олтораҡ. □ Стелька. Итегемдең та-банлығы. Табанлыҡ туҙыу. Кейеҙ табанлыҡ ҡырҡып һалыу. Табанлыҡҡа барырҙай йылы кун кәрәк.
ТАБАНЛЫҠ II (табанлығы) (Р: материал для изготовления подошв, полозьев; И.: material for making soles; T: tabanlık) и. диал.
Табан (I, 2, 3) һалырға яраҡлы йәки етерлек материал. □ Материал, годный, достаточный или предназначенный для изготовления подошв, полозьев. Ҡарама ағасы сана табанлығына ярай.
ТАБАНСА I (Р: подносик под самовар; И.: small tray for a samovar; T: semaver altına konulan koruyucu tepsi) u.
Самауыр аҫтына ҡуя торған бәләкәй батмус. □ Подносик под самовар. Самауырҙы табансаға ултыртыу. Самауыр табансаһын ҡом менән ышҡып йыуҙы. ■ Ул [Фатима] киленде төшкән ыңғайына маҡтарға ярамағанын белһә лә, .. табансаларҙың яп-ялтыр булып йышылғанын, солан иҙәненең таҡыр итеп һеперелгәнен куреп, ҡартына булһа ла әйтмәй туҙмәне. Һ. Дәүләтшина. Барсын уларҙың [ас һөлөктәрҙең] туйып төшкән береһен табансала әҙерләп ҡуйылған ваҡ тоҙға баштарын төртөп ҡоҫтора ла, һығып, һыуҙа сайҡап, кире бутылкаға төшөрә бара. Һ. Дәүләтшина.
ТАБАНСА II и. диал. ҡар. табалдырыҡ I. Ағас табанса. Теген машинаһының табансаһы. Табансаға баҫып эшләтеу.
ТАБАНСА III и. диал. ҡар. табанлыҡ II. Итеккә табанса һалыу. Табанса ҡырҡыу. Быймаға табанса әҙерләу. Кейеҙҙән ҡырҡылған табанса менән быйма төпләу.
64