Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 332 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ФӘҠИРЛЕК
ғаиләһендә иң өлкән ҡыҙ булып уҫкән. М. Садиҡова. Михнәт сигеп малдар таба беҙҙең кеуек фәҡир ир. Халыҡ йырынан. • Байҙың татлы ашы — фәҡирҙең ҡанлы йәше. Әйтем.
ФӘҠИРЛЕК (фәҡирлеге) (Р.: бедность, нищета, нужда; И.: poverty, want; T.: fakirlik) и.
1. Ауыр тормош, мохтажсылыҡ. □ Бедность, нищета, нужда. Фәҡирлектә йәшәу. Фәҡирлектән сығыу. И Ғәйшә абыстайҙар ҙа көндән-көн фәҡирлеккә ҡала башланылар. М. Ғафури. Ҡараңғылыҡ, наҙанлыҡ, фәҡирлек тырнағынан инде генә ҡотолоп, матур ғына йәшәй башлағайнылар [Разыялар], яман һуғыш ил өҫтөнә ҡара болот һымаҡ ябырылды. Ш. Янбаев. • Байлыҡ — бер айлыҡ, фәҡирлек — мәңгелек. Мәҡәл.
2. Фәҡир булыу хәле. □ Бедность, убогость. Йорттоң фәҡирлеге.
ФӘҠИРЛӘНДЕРЕҮ (фәҡирләндер-) (Р.: обеднеть, делать, сделать бедным, нищим; И.: make poor, go poor; T.: fakirlendirmek) ҡ.
Фәҡиргә әйләндереү, фәҡир итеү. □ Обеднеть, делать, сделать бедным, нищим. ■ Шәриғәт ҡушҡандан тыш ялҡаулыҡ һәм нәфсе артынан йөрөу әҙәм балаһына ауырыу килтерә, тәбиғәтен боҙа һәм фәҡирләндерә. Р. Фәхретдинов.
ФӘҠИРЛӘНЕҮ (фәҡирлән-) (Р.: беднеть, обеднеть, нищать, обнищать; И.: grow poor; T.: fakirleşmek) ҡ.
Фәҡиргә әйләнеү, фәҡир, ярлы булыу. □ Беднеть, обеднеть, нищать, обнищать, становиться бедным, впадать в бедность (в нищету). М Ваҡыт уҙған һайын, халыҡтың тормошо насарлана барҙы, халыҡ фәҡирләнде. Һ. Дәүләтшина. Бесән әҙерләрҙәй сабынлыҡтары ҡалмаған башҡорт халҡы бөтөнләй фәҡирләнде, бөлгөнлөккә төштө. Я. Хамматов.
ФӘҠИРСЕЛЕК (фәҡирселеге) и. ҡар. фәҡирлек. Фәҡирселектә көн куреу. Фәҡирселектән сығыу.
ФӘҠИР-ФОҠАРА (Р.: беднота, неимущие люди; бедняки; И.: the poor, the needy; T.: fakir fikara) и. йыйн.
Ярлылар, ярлы-ябаға. □ Беднота, неимущие люди; бедняки. ■ Үҙ рәте бөткәс,
фәҡир-фоҡараға ярҙам итеуҙе һорап, Кинйә атаһына ялбарҙы. Ғ. Ибраһимов. Фәҡир-фоҡара, уҙ алдына йәшәп, бер иркен тын алып ҡалыр ине. Р. Өмөтбаев.
ФӘҠР [ғәр. >а] (Р.: бедность, нищета; И.: poverty; T.: fakirlik) и. иҫк. кит.
Фәҡирлек, ярлылыҡ. □ Бедность, нищета. ■ Ошо дурт нәмәне курһәтмә беҙгә донъяла, йә Рабби: береһе — фәҡр, береһе — дәин, береһе — мараз, береһе — зиндан. Бәйеттән.
ФӘҠӘТ I [ғәр. -La һүҙ йәки һөйләмде айырып сикләү өсөн ҡулланыла; тик. □ Только, лишь, лишь только. ■ Йәй көнө килә шундай илаһи ваҡыт, ундай сәғәт фәҡәт ауылда ғына була. И. Абдуллин. Башҡорттар фәҡәт тыныс тормош шөғөлөн генә — иген игеу, мал аҫырау, мәктәптәр, мәҙрәсә һәм мәҙәниәт эштәрен генә — алып барасаҡ. Ғ. Хисамов.
ФӘҠӘТ II [ғәр. Lââ] (Р.: только; И.: solely, only; T.: fakat) терк.
Мәғәнә яғынан киреһен белдергән, ҡаршы ҡуйылған һүҙ йәки һөйләмде теркәү өсөн ҡулланыла; тик. □ Только. ■ Уның атай, минең әсәй улгән, ҡайғылар бер, фәҡәт төҫ башҡа. X. Ҡунаҡбай. [Зәйнәп] ауырлыҡтарҙы кургән, фәҡәт тамам биҙмәгән. М. Ғафури.
ФӘЛЛӘХ [ғәр. ] (Р.: феллах; И.: fellah; Т.: fellah) и. иҫк.
Ғәрәп илдәрендә игенселек менән шөғөлләнеүсе крәҫтиәндәр. □ Феллах (земледелец в арабских странах). Эшсән фәлләх.
ФӘЛСӘФИ [ғәр. (Р.: философский; И.: philosophical; T.: felsefi) с.
1. Фәлсәфәгә (1) мөнәсәбәтле; фәлсәфәүи.
□ Философский. Фәлсәфи фекер. ■ [Индрил] паровоздарҙың көсөн айырым бер дәрт менән тасуир итергә, шуға фәлсәфи төҫ бирергә ярата. Д. Юлтый. Ауылда тәуге ҡар төшкәндән һуңғы тантаналы тынлыҡ, хыялый куркәмлек, ғәҙәттә, тынысландыра, шиғри хистәр уята, фәлсәфи уйҙарға көйләй куңел-дәрҙе. Яр. Вәлиев.
2. Донъяға ҡараш концепцияларын сағылдырған тәрән фекерле; фәлсәфәүи.
□ Философский. Фәлсәфи әҫәр. ■ Калҡан-
332