Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 333 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

-ФӘЛӘН
лы, фәлсәфи шағир булғанлыҡтан, кургәнде лә курмәгәнгә һалышырға, тормош ваҡлыҡтарынан йөҙ сөйөрөргә бурыслы. Ә. Хәкимов.
ФӘЛСӘФӘ [гр. philosophia < ғәр.
(Р.: философия; И.: philosophy; T.: felsefe) и.
1. Тәбиғәт, йәмғиәт һәм фекер үҫешенең дөйөм ҡанундары тураһындағы фән; философия. □ Философия. Я Фәлсәфә мәсьәләләре менән махсус рәуештә шөғөлләнгәне юҡ ине Сәйфтең. Ә. Хәкимов.
2. Берәй кешенең, ғалимдың донъяға ҡарашы, донъя тураһындағы тәғлимәте; философия. □ Философия. Я Ауыл ҡатынының ошондай ҡинәйдле фәлсәфәһе Кәбир-ҙе аптыратты. М. Хужин. Индрил шунда уҙенең ҡәҙимге фәлсәфәһенә бирелеп алмай булдыра алманы. Д. Юлтый.
3. һөйл. Кемдеңдер нимәлер хаҡындағы ныҡлы фекере. □ Философия. ■ Воробь-ёвтың ҡулынан китап өҙөлмәй, куп уҡый ул. Уның китаптарға ҡарата ла уҙ фәлсәфәһе бар. Н. Мусин.
3. һөйл. Буш һүҙ, сафсата. □ Бессмыслица, вздор, пустословие, чушь. Буш фәлсәфә. ■ Фәлсәфәнән туйҙыҡ инде, һатма, ташла фәлсәфәң. Фәлсәфә сәйнәр заман уҙған, хәҙер эшләр заман. Ш. Бабич.
ФӘЛСӘФӘИ [ғәр. I с. ҡар. фәлсәфи. ■ Һуңғы йылдарҙа [Б. Бикбай] йәшәу һәм уның фәлсәфәи йөкмәткеһе хаҡында бик куп шиғыр яҙҙы. Ә. Вахитов. Улының шул рәуешле йән ғазабы кисереп ятыуын ишетмәҫ өсөнмө, Мөхәмәтша фәлсәфәуи әңгәмәгә төшөп китте. И.Ноғманов.
ФӘЛСӘФӘҮИ [ғәр. ] с. ҡар. фәлсәфи. ■ Биксәнтәйҙең фәлсәфәуи ғәмен булдереп, бөгәл аръяғында тоноҡ шаҡылдау ишетелде. И. Ноғманов.
ФӘЛСӘФӘ ҺАТЫУ (фәлсәфә һат-) (Р.: философствовать; И.: philosophize; Т.: felsefe yapmak) ҡ.
1. Уйлау, фекер йөрөтөү. □ Философствовать. м Һыуҙы ни уны матур һауытҡа һалдың ни ҙә, насар һауытҡа һалдың ни... — тип уҙенсә фәлсәфә һатҡан [Өйрәнсек].
3. Биишева.
2. Кәрәкмәгән буш һүҙ һөйләү. □ Разглагольствовать, болтать. Я Хужа фәлсәфә
һатыуға ғына тугел, тел сарлауға ла харап әуәҫ булып сыҡты. Яр. Вәлиев.
ФӘЛӘ [ғәр. ^з| (Р.: пусто; И.: empty; absent; T.: boş) р.
1. Буш, юҡ булған. □ Пусто. ■ Ер ҙә юҡ һәм мир ҙа юҡ, хөрлөк тә юҡ — бары ла фәлә. С. Ҡудаш.
2. һөйл. һис бер ауырлығы юҡ, ҡыйын түгел, еңел тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Легко. Был эште эшләуе фәлә. Я Мал ҡайғылары фәлә тугел, баш ҡайғылары куберәк. Халыҡ йырынан.
ФӘЛӘК (фәләге) [ғәр. ] (Р.: небо, небеса; И.: welkin; T.: felek) и. иҫк. кит.
1. Күк йөҙө, күк көмбәҙе. □ Небо, небеса, небосвод (о системе звёзд и планет). ■ Сулпан ҡалҡты, янды әшкәрә, .. ян шулай мәңге, ҡыҙарт фәләкте. И. Насыри.
2. кусм. Яҙмыш, тәҡдир. □ Судьба, удел, рок, предопределение. Көтөлмәгән фәләк. Я Кәрәк «ҡара бәхет» тип исем бир, кәрәк «фәләк» тип тәҡбир ит, нисек булһа ла, шуларҙың береһе осрап, ҡулдағы рәхәтлекте кире ала. М. Ғафури.
ФӘЛӘКӘТ [фарс. (Р.: беда; И.:
misfortune; calamity; T.: felaket) и. иҫк. кит.
Бәлә, ҡаза. □ Беда. Я Туҙҙы утрау өҫтөнә елдәр, ғәрәсәттәр һаман, ҡупты ла торҙо ҡиәмәттәр, фәләкәттәр тамам. Ш. Бабич. Бәләһе өҫтөнә ҡаза, фәләкәте өҫтөнә һәләкәт була курмәһен. Ғ. Хөсәйенов.
ФӘЛӘН [ғәр. (Р.: такой-то; И.: such and such; T.: falan) билдһ. a.
Исемен атамай ғына, кемгәлер йәки нимәгәлер ишаралап, «шул, шундай» тигән мәғәнәлә ҡулланыла. □ Такой-то; имярек. Фәлән кеше. Фәлән урамда. Фәлән көндә. Я Мәстурә, әсәһенең янына ултырып, быныһын фәлән кеше бирҙе, быныһын төгән кеше бирҙе, тип һөйләп ултырҙы. Ж. Кейекбаев. Йәшникте асҡас, фәлән тиклем бюллетень сыҡты. Р. Ғабдрахманов. • Фәлән ерҙә алтын бар, барһаң — баҡыр табылмаҫ. Мәҡәл.
-ФӘЛӘН [ғәр. j^â] (Р.: и так далее, и тому подобное; и прочее; И.: et cetera; T.: falan) киҫ.
Тулы мәғәнәле һүҙгә ҡушылып, билдәһеҙлек мәғәнәһе бирә; -маҙар. □ И так далее,
333