ФӘЛӘН дә төгән
и тому подобное; и прочее. Кеше-фәлән. Уҡырға-фәлән тура килһә. ■ Ауылда ут-фәлән сыҡмаһа ярар ине. һ. Дәүләтшина. Стена буйындағы диванда ултырған Ғиззәт Абдуллин һуҙ-фәлән һорап тормай, таяғына таянып, аҡрын ғына кутәрелгәс, баштар уға табан боролдо. Н. Мусин.
ФӘЛӘН ДӘ ТӨГӘН билдһ. а. ҡар. фәлән-төгән. ■ Иҫәкәй, ҡыҙым йәш әле, фәлән дә төгән, тип баш тартты. Н. Мусин.
ФӘЛӘН ДӘ ФӘСМӘТӘН билдһ. а. ҡар. фәлән-төгән. ■ Килеусе кеше, купме ярҙам курһәттем мин һеҙҙең лесхозға, ҡәҙерҙе белмәһәгеҙ әле, фәлән дә фәсмәтән, тип һөйләнеп, туҙып сығып китте. Н. Мусин.
ФӘЛӘНСӘ (Р.: столько-то; И.: a number or so; T.: falan) р.
Әйберҙең атап әйтелмәгән күләмен белдерә. □ Столько-то, приблизительно, примерно, что-то около. Фәләнсә кеше. ■ Фәләнсә центнер ашлама сығарылды, тип шапыртып сводка бирелә. Р. Низамов. Кон-торҙың тышына ҙур итеп, фәләнсә тонна мамыҡ ҡабул иттек, тип яҙып элделәр. Ғ. Хисамов.
ФӘЛӘН-ТӨГӘН (Р.: то да сё; И.: this and that; T.: falan filan) билдһ. a.
Нимәнелер теҙеп һанап китеү йәки кеше һүҙен тотош ҡабатлау урынына ҡыҫҡартып әйткәндә ҡулланыла. □ То да сё. ■ Идаралыҡта, фәлән-төгән эштәр эшләнмәне, тип һөйләнеп йөрөмәһендәр аҙаҡтан. Н. Мусин. Гәзит мәҡәләләрендәге кеуек, теге ере килмәгән, был ере өлгөрөп етмәгән, фәлән-төгән тип, пыран-заран килтерергә тотонор тип көткәйнем. Яр. Вәлиев.
ФӘЛӘН-ФӘСМӘТӘН билдһ. а. ҡар. фәлән-төгән. ■ [Таймаҫ:] Һин, Юлдыбай, миңә фәлән-фәсмәтән тигән булып, өҫтән һыйпауыңды ҡуй әле. һ. Дәүләтшина.
ФӘЛӘНӘ (Р .: эй (возглас, которым окликают, подзывают, обращаются)', И.: that creature (of females); T.: falan) билдһ. a.
Ҡатын-ҡыҙҙың атап әйтелмәгән исеме урынына ҡулланыла. □ Эй (возглас, которым окликают, подзывают, обращаются). ■ Бер көн суфый ҡатынына: «Эй, фәләнә, мин һине изге тауға барып йәмин иттер
мәйенсә паклығыңа ышанмайым», — тине. Әкиәттән.
ФӘЛӘҮӘН (Р.: богатырь, исполин; И.: giant, colossus; T.: pehlivan) и. диал. ҡар. бәһлеүән.
Сиктән тыш көслө, ғәйрәтле кеше. □ Богатырь, исполин. Фәләуән булыу.
ФӘН [ғәр. jâ ] (Р.: наука; И.: science; Т.: fen) и.
1. Тәбиғәт йәки йәмғиәттең үҫешендәге законлылыҡты һәм тирә-йүнгә тәьҫир итеү сараларын асып бирә торған белем системаһы; ғилем. □ Наука. / Научный. Фәнде уҫтереу. ■ Фән, техника, яңы асыштар кеше мәнфәғәтенә йунәлтелә бөгөн. «Киске Өфө», № 22, 2009.
2. Шул ғилемдең бер тармағы. □ Наука. / Научный. Физика фәндәре. Математика фәне. ■ Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Хәйрулла Яубаҫаров кутәргән проблема кисектергеһеҙ хәл итеуҙе талап итә. Д. Бүләков.
3. Шул тармаҡтағы эш әлкәһе. □ Наука. / Научный. Фән менән шөғөлләнеу. Фәнгә бирелеу. ■ Петербурҙағы фән ҡапҡалары Әхмәтзәкигә ана шулай асыла ғына барғанда ҡапыл донъя һуғышы ҡупты. Р. Байымов. Шураның был һәм быға оҡшаш төрлө әлкәләрҙән биргән һорауҙары уның фәнгә, белемгә булған ынтылышын, һәр нәмәгә яуап табырға тырышыуын, эҙләнеуен һәм уның һәләтлеген курһәтәләр ине. Б. Дим.
4. Мәктәптә, уҡыу йортонда уҡытылған айырым белем тармағы. □ Наука, дисциплина, предмет. ■ Дәрес аҙағында Ғариф Закирович уҙ фәненән ашыҡмай ғына сирек баһаларын әйтеп сыҡты. Р. Байбулатов.
ФӘНА [ғәр. и. иҫк. кит. ҡар. һәләкәт. Фәна хәлгә дусар булыу.
ФӘНА БУЛЫУ (фәна бул-) (Р.: погибать; И.: perish; T.: fena olmak) ҡ.
Һәләк булыу, юҡҡа сығыу, насарайыу. □ Погибать, умирать, ухудшаться. ■ Ел илә йығылды ағас һәм фәна булды руан. С. Яҡшығолов.
ФӘННИ [ғәр. (Р.: научный; И.: scientific; scholarly; T.: fenni) с.
334