ФӘРЗӘНД
1. Фәнгә (1) бәйләнешле; ғилми. □ Научный. Фәнни проблема.
2. Ниндәйҙер проблеманы тикшереүгә бәйле. □ Научный. Фәнни асыш. Фәнни ойошма. ■ Фәтхелҡадир уҙе лә Зәки Вәли-диҙең фәнни эшмәкәрлеген, бигерәк тә уның «Төрк-татар тарихы» китабын яҡшы белә булып сыҡты. Р. Байымов. Республика ашығыс медицина ярҙамы больницаһы Ғиниәт Хәсәновтың фәнни асышын нәҡ ошо премияға тәҡдим итте. Р. Камал.
3. Фән талаптарына ярашлы. □ Научный. Хужалыҡты фәнни нигеҙҙә алып барыу.
■ Документаль йыйынтыҡтар һәм белешмәләр — төп нөсхә, уларҙың фәнни нигеҙгә ҡоролоу ы мотлаҡ. «Ағиҙел», № 5, 2010.
ФӘННИЛЕК (фәннилеге) (Р.: научность; И.: scientific essence; T.: fenni olma durumu) u.
Фәнни булыу сифаты. □ Научность. Дәлилдәрҙең фәннилеге.
ФӘННИ-ПОПУЛЯР (Р.: научно-популярный; И.: science fiction; T.: bilimsel ve popüler) c.
Фән һәм техника өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы ябай һәм аныҡ итеп аңлатып биреүгә ҡоролған. □ Научно-популярный. Фәнни-популяр әҙәбиәт. ■ Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул [Ғайса Хөсәйенов] йәштәрсә дәрт, зиһен менән бынамын тигән фәнни һәм фәнни-популяр китаптар әҙерләп донъяға сығарҙы. М. Нәҙерғолов.
ФӘННИ-ТЕХНИК (Р.: научно-техни ческий; И.: scientific and technical; T.: bilimsel ve teknik) c.
Техникаға бәйле фәндәргә ҡарата. □ Научно-технический. Фәнни-техник әҙәбиәт.
■ Башҡорт дәуләт университетында, ға-лимдың яҡты иҫтәлегенә бағышлап, «Тәбиғи һәм техник фәндәрҙең көнуҙәк проблемалары» тигән төбәк-ара фәнни-техник конференция уткәрелде. «Ағиҙел», № 10, 2013.
ФӘРАУАН [фарс. (Р.: состоя-
тельный; И.: plentiful; T.: varlıklı) с. иҫк. кит.
Бай, етеш тормошло. □ Состоятельный, зажиточный. ■ Рәхәтлеккә утептер нисә
дәуран, ере киң һәм мәғишәттәре фәрауан. С. Яҡшығолов.
ФӘРҘЕ и. ҡар. бәрҙе. Фәрҙе тотоу. Фәрҙе бешереу. Фәрҙе ыуылдырығы.
ФӘРҘӘ и.
1. диал. ҡар. пәрҙә. Фәрҙәне тартып ҡуйыу. Ҡыҙыл фәрҙә.
2. диал. ҡар. бөркәнсек 2. ■ Кеше улгәс, уның фәрҙәһен кәфенгә төрөп бергә кумгән-дәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
3. миф. Кешене һаҡлау, ҡурсалау көсөнә эйә булған нәмә. □ Мифологизированный предмет-оберег.
ФӘРЕШТӘ [фарс. >] (Р.: ангел; И.: angel; T.: ferişte) и.
1. Дини ҡараш буйынса, Алланың вәкиле (ҡартаймай, улмәй торған ҡанатлы йән эйәһе). □ Ангел. М Был юлы ла фәрештә уның [Әлфиәнең] башы өҫтөндә ҡанатын йәйҙе. И. Абдуллин. Әубәкер ҡарт, себендән ҙур йәнле нәмә һурәте булһа, өйҙән фәрештә ҡаса, ти. С. Агиш.
2. кусм. Саф күңелле, керһеҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ Ангел. Торғаны бер фәрештә!
3. эйл. ф. фәрештәм. Ҡатын-ҡыҙға иркә-ләп әйтелә. □ Ангел мой. ■ Зәңгәр куҙҙәренән шиғыр һибеп, көлөп тора минең фәрештәм. Ш. Бабич.
♦ Фәрештә ҡанатлы бер гөнаһһыҙ, саф. □ Безгрешный. Фәрештә ҡанатлы кеше. Фәрештәнең амин тигән сағына (йәки сәғәтенә) тура килеү нимәнеңдер тормошҡа ашыуын теләгәндә әйтелә. □ Да будет так (пожелание). ■ [Таибә әбей — улына:] Ярабби, шулай ғына булһын... Әйткән һуҙең фәрештәнең амин тигән сағына тура килһен... 3. Биишева. [Әбей:] Эйе шул, Зыя, фәрештәнең амин тигән сәғәтенә тура килеп, сәсегеҙ сәскә бәйләнеп тә ҡуйыр әле. М. Тажи.
ФӘРЗӘНД [фарс. ^jjâ] (Р.: сын, дитя; И.: boy, male child; T.: oğlan) и. иҫк. кит.
1. Ир бала, ир сабый. □ Сын, дитя. Н Йылдар утер, балаларыбыҙҙың балалары [булыр], уларҙың тағы фәрзәндтәре тыуыр. Ә. Хәкимов.
335