Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 355 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХАСЛАНЫУ
берәу килә, хас та яныйым атлауы. Халыҡ йырынан.
ХАС III [фарс. (Р.: затаивший злобу на кого; И.: held a grudge; T.: kinli) с.
Кемгәлер ҡаныҡҡан; ҡонло, үсле. □ Затаивший злобу на кого. Хас кеше. Н Өфө воеводаһы уҙ башына төшөр яу ҡазаһының кире хас дошманына йунәлеуен куреп, усә-нешле һөйөнә-һөйөнә, ҡулдарын ыуғыланы. Ғ. Хөсәйенов. Батыр ғына егет, ай, шул булыр — хас дошмандың етер башына. Халыҡ йырынан. • Ике ас бер-береһенә хас. Әйтем. Яҡшы бала иленә баш булыр, яман бала иленә хас булыр. Әйтем.
ХАС IV [ғәр. (Р.: аристократ; И.: aristocrat; T.: aristokrat, asilzade) и. иҫк.
Юғары ҡатлам кешеһе. □ Аристократ.
■ Хастар менән ғәмдәр араһын айыра торған һинме ни? Ш. Бабич.
ХАСИЛ [ғәр. cUaU.] (Р.: результат; И.: the result; T.: hasıla) и.
1. Нәтижә, һөҙөмтә. □ Результат, итог; следствие. Эштең хасилы. Билдәле хасилға килеу.
2. Бар булыу. □ Образование, создание.
■ Кеше лә, Оло йыһан да бер ук хасилда: беҙҙең тәнебеҙ — тупраҡтан, ҡаныбыҙ — һыуҙан, тыныбыҙ — һауанан, йылыбыҙ — уттан. Г. Яҡупова. Бындағы һәр улән ҡыяғы, ағас-ҡыуағы, тау-ташы, бәрәкәтле тупрағы моңдан ғына яралған, йырҙан ғына хасил һымаҡ. X. Тапаҡов.
ХАСИЛ БУЛЫУ (хасил бул) (Р.: зарождаться; И.: to emerge; T.: hasıl olmak) ҡ.
Барлыҡҡа килеү, яралыу. □ Зарождаться; зачинаться, появляться. // Зарождение, появление. Тулҡын ҡуласаһы хасил булды. Үҙенән-уҙе хасил булған куренеш. К Һабан төрәненә һуғыуҙан хасил булған сыңлау, тауҙарға китеп, төрлө яҡтан серле шаңдау булып урап ҡайта. А. Абдуллин. Тарлауыҡ башы киңәйә, йырын урынында һис кем утә алмаҫлыҡ тәрән кул хасил булырға тора. Ә. Хәкимов. Көлгәндә [ҡатындың] бит остарында соҡорҙар хасил булды, тигеҙ аҡ тештәре ялтыраны. Ә. Әминев.
ХАСИЛЕ ҠӘЛӘМ [ғәр. J^] (Р.: короче говоря; И.: in short; T.: kısacası) инш. иҫк.
Һүҙҙең ҡыҫҡаһы, ҡыҫҡаса әйткәндә.
□ Короче говоря, одним словом. Хасиле ҡәләм, хәл ителде. Хәсиле ҡәләм, мин әйттем.
ХАСИЛ ИТЕҮ (хасил ит-) (Р.: образовать; И.: to form; T.: meydana getirmek) ҡ.
Барлыҡҡа килтереү. □ Образовать, зарождать. ■ һырт тип йөрөткән тәпәш кенә ҡалҡыулыҡтар теҙмәһе аҫтында теҙелеп киткән өйҙәр яңы урам хасил иткән. М. Ху-жин. Гузәл заттың аңы бөтөн куренеште бар тулылығында ҡабул итә һәм уны хасил итеусе өлөштәргә һуңынан ғына иғтибар бирә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 11, 2010.
ХАСИТ [ғәр. (Р.: завистник; И.: the envious; T.: hasetçi) и. иҫк. кит.
Үҙендә юҡты бүтәндәрҙә күреп, эстән үртәнә торған тар тәбиғәтле кеше; көнсөл.
□ Завистник. ■ Хаситтарҙың уткер ҡылысынан ҡырҡтырырға бирмәм телемде. X. Ғәбитов.
ХАС ИТЕҮ (хас ит-) (Р.: вымещать злобу на ком-л.; И.: to vent; T.: haset etmek) ҡ.
1. Үс итеү; үслек, яманлыҡ ҡылыу.
□ Вымещать злобу на ком-л.
2. Кемделер дошман күреп, үсләшеп ҡаҙалыу; ҡанығыу. □ Придираться, приставать к кому-л. ■ Карағөлөмбәт [Бабсаҡ ҡатынын] алырға хас итте. «Башҡорт шәжәрә-ләре»нән.
ХАС ҠЫЛЫУ (хас ҡыл-) ҡ. ҡар. хас итеү. ■ Теге ғифрит ант итте, ти, әҙәм затына һис бер хас ҡылмам бынан артабан, тип әйтте, ти. Әкиәттән.
ХАСЛАНЫУ (хаслан-) (Р.: таить злобу на кого; И.: to conceal anger; T.: hasetlenmek) ҡ.
1. Кемгәлер йәки нимәгәлер ҡаршы хаслыҡ уйлау, үсләшеп ҡанығыу. □ Таить злобу на кого. Хасланып йөрөу. Н Үсле кешеләр хасланыпмы, әллә хулиган малайҙар шаярыпмы, Мирхәйҙәр бабайҙың баҡса башындағы ситәнен ауҙарғандар. И. Ғиззәтуллин. Варшау ҡалаһы — таш ҡала, куп ҡалаға баш ҡала; герман тигән йөҙө ҡара шул Варшауға хаслана. Халыҡ йырынан.
2. кусм. Үс иткәндәй ҡыҙышып ҡаҙалыу; ҡанығыу. □ Придираться к кому-чему. Эшкә хасланыу. ■ Ҡара уны, аҙаҡ укенмә, — тип
355