Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 354 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХАРҘА
♦ Бер ҙә харап аптырағанда, ғәжәпләнгәндә әйтелә. □ Эк, эка. Я Мин әйтәм: «Ну, мин булдыра алмайым быны», — тим, йөрәк инде, бер ҙә харап, сығып килә. Т. Йәнәби. Харап <булған> икән кешенең эш-ҡылығын, ниәтен хупламағанда мыҫҡыл менән әйтелә. □ Тоже мне. ■ [Динә — Зәһүрәгә:] Харап икән! Яҙыусымын тип әллә кем булып йөрөй инец! Ф. Аҡбулатова. [Кып-саҡтар] шаҡмандарҙыц аҫабалыҡ даулап тызырайыуҙарынан: «Ай-Һай, харап икән, олаталары батшаға барған», — тип көләләр генә. Б. Бикбай. Харап икән, йәнәһе, минец турала ҡайғырта була [Ҡорбанов], — тип уйланы Рәшиҙә. Ғ. Аллаяров.
ХАРҘА [төрк.] (Р.: харза; И.: Indian marten; T.: sarı gerdanlı sansar) и. зоол.
Һуҫарҙар ғаиләһенә ҡараған затлы тиреле ?УР булмаған йыртҡыс йәнлек. □ Харза, желтогрудая куница, уссурийская куница. / Харзовый (лат. Martes flavigula). Харҙа тиреһе. Харҙа бүрек. Харҙа туны. ■ Харҙа-ныц йөнө урман һуҫары йөнөнән байтаҡ ҡайтыш була. Р. Фәхретдинов.
ХАРИҠЫЛҒАДӘ [ғәр. ojhdl jjbL] (Р.: чрезвычайный; И.: emergency; T.: harikulade) с. иҫк. кит.
Ғәҙәттән тыш. □ Чрезвычайный, необычайный. Хариҡылғадә бер эш. Я Бер көн кис Ғәйнетдин, .. хариҡылғадә булараҡ, көн дә алып ҡайта торған нәмәләрҙән башҡа, ашамлыҡ нәмәләре алған, шатланған көйөнсө ҡайтып керҙе. М. Ғафури.
ХАРИТА [ғәр. и. иҫк. ҡар. карта. Харитаға төшөрөү. Иҡтисад харитаһы. Рәсәй харитаһы. Я Ул [минец ат] был тирәнец харитаһын бик яҡшы белә. Ғ. Хәйри. Начальник харитаһына ниҙер билдәләп, тапҡан еренә башына берәй нәмә тағып, ҡолға ҡаҡтырып бара. Ғ. Хөсәйенов. Тима-шев өҫтәлгә таушалып бөткән ҡалын ҡағыҙлы хаританы йәйеп һалды. И. Ноғманов.
ХАРУНЪЯ [пол. chorazy] (Р.: хорунжий; И.: ensign; T.: horuncıy) и. тар.
Революцияға тиклемге Рәсәйҙә казак ғәскәрендәге түбәнге офицер дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Хорунжий. ■ Заманында Ҡурман харунъя ла һалдат булып
хеҙмәт иткән. Ғ. Дәүләтшин. Элек ул ауылда есаул, харунъялар хөкөм һөрһә, хәҙер хажиҙар, мулла-байҙар хакимлыҡ итә. Р. Өмөтбаев. [Сәлимгәрәй бай:[ Минец олатайым Ырымбур генерал-губернаторы мәр-хүм Перовский заманында атлы ғәскәрҙә харунъя булған. Ж. Кейекбаев.
ХАРЧЕВНЯ (Р.: харчевня; И.: tavern; T.: aşhane) и. иҫк.
Тамаҡ туйҙырып сыға торған урын; трактир. □ Харчевня. Харчевняла эшләү. Харчевня хужаһы. я [Рота һалдаттары] оло юл ситендәге бейек ҡаяға һыйынып ултырған хужаһыҙ харчевняла туҡталдылар. Ә. Хәкимов. Улар [Айбулат менән Зөфәр] бер аҙ кәцәшләштеләр ҙә, Алтынбайҙыц.. буш арбаһын күперҙән алыҫ түгел бер харчевняға ҡалдырып, .. ҡалаға үрләй башланылар. һ. Дәүләтшина.
ХАС I [ғәр. (Р.: свойственный; И.: typical; Т.: has) с.
1. Үҙенә бер төрлө, үҙенсәлекле, характерлы. □ Свойственный, присущий кому-чему. Оло кешегә хас сифат. Ирҙәргә хас олпатлыҡ. Йәштәргә хас булған егәрлелек. Я Ләкин уныц [Байгилде ағайҙыц] .. шаяры-уын Емештец балаға хас булмаған ҡырыҫ, асыулы ҡыланышы шып туҡтатты. 3. Биишева. Бүлмәгә .. ауыл кисенә генә хас морон ҡытыҡлаусы хуш еҫтәр бәреп инде. Яр. Вәлиев. Сурағолов .. һалдатта күп йылдар хеҙмәт иткән кешеләргә генә хас ныҡлы аҙымдар менән .. ҡапҡаға ҡарай йүнәлде. Н. Мусин.
2. Ысынбарлыҡта, тормошта булған, булыуы шикһеҙ; ысын. □ Действительный, подлинный, настоящий. Хас бәхет. Хас исем.
ХАС II [ғәр. 3-°^] (Р.: точно; И.: exactly; T.: tam) р.
Сағыштырыу, оҡшатыуҙы көсәйтеп килә; нәҡ, тап. □ Точно, точь-в-точь. Хас әсәһе. Хас бала күцелле. Я [Прозоров] хас әсәһенә оҡшатып, ике ҡулын күкрәге өҫтөнә ҡуйҙы ла бармаҡтарын сатраштырҙы. А. Мағазов. Тау итәгенә һыйынып ултырған бер төрлө ағас өйҙәр хас сыйырсыҡ оялары һымаҡ күренә. Й. Мостафин. Үрге яҡтан
354