Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 353 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХАРАП ИТЕҮ
Бер быуат өсөн характерлы күрһәткестәрҙе аңлатыу йәһәтенән иң элек Нияз Мәжитовтың һәм Марат Ҡолшәриповтың хеҙмәттәре айырылып тора. Р. Шәкүр.
2. Кем йәки нәмәлә була торған, кем йәки нәмәгә хас. □ Характерный, свойственный. ■ Боронғораҡ заманда башҡорт халҡының йыр репертуарында сюжетлы эпик йырҙар төп урынды тотһалар, һуңғыраҡ осор өсөн лирик йөкмәткеле йырҙар характерлы. С. Галин. Эске законлылыҡ һәр телдең уҙе өсөн генә характерлы грамматик төҙөлөшө менән бәйле. Р. Шәкүр.
3. Холоҡло. □ С характером, нравом. Алмашыу сан характерлы кеше. М [Рәссамдың] әсәһе эре һөйәкле, оҙон буйлы, ҡырыҫ холоҡло, көслө характерлы, ифрат тырыш булды йәш сағында. Ә. Әминев. Сашка .. иҫ киткес аҡыллы ла, куп ерҙәр кургән дә, мауыҡтырғыс хикәйәләү оҫтаһы ла, көслө характерлы ла булып сыҡты. «Ағиҙел», №4, 2013.
ХАРАМ [ғәр. с. ҡар. хәрәм. Харам ризыҡ. Харам әйбер. ■ Мал, эйәһенә оҡшамаһа, харам була, тигән мәҡәлде раҫлап, әсәйемдең бөтә һыйырҙары ла сабыр, аҡыллы булды. Г. Ғиззәтуллина. [Хәтмулла] харам эшкә лә барманы, әммә малды таба белә ине. Д. Исламов. • Харам харамға тарта. Әйтем.
ХАРАМ ҠОЛАҠ (ҡолағы) (Р.: сердечный клапан; И.: cardiac valve; T.: kalp kapakçığı) и. диал.
Йөрәк ҡапҡасы. □ Сердечный клапан. Харам ҡолаҡты алмаштырыу. Харам ҡолаҡты дауалау. Харам ҡолаҡ эшмәкәрлеге.
ХАРАП I [ғәр. (Р- жалкий; И.: piss poor; T.: harap) с.
Мөшкөл, насар. □ Жалкий, достойный сожаления; в плохом состоянии. Эштәр харап. Я Ой, ҡурҡам, харап бит, — тине Зөбәйҙә, уфтанып. К. Фазлый. Ныязғол, уҙенең һуҙе үтмәгәнен күргәс, урынынан ҡуҙғалды. Ысынлап та, ерҙәр шулай итеп уның [Ныязғолдоң] ҡулынан ысҡынып ҡуйһа, харап бит. һ. Дәүләтшина.
ХАРАП II [ғәр. cjIj^] (Р.: очень; И.: much; T.: çok) р.
Бик, үтә. □ Очень, сильно. ■ Закондар сығарырға теләүселәр харап куп. М. Ҡотло-ғәлләмов. Ул [өләсәй] — һәр кешенең куңеле харап ҙур, хайран ҡалырлыҡ донъя булыуын асыусы тәүге уҡытыусым булды. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2008. [Хөмәйрә:] Ҡыҙы харап егәрле, эшләмәгән эше юҡ... Курмәгә лә харап матур. Буй-Һыны бар. Ж. Кейекбаев.
ХАРАП III (Р.: эк, эка; И.: perish; Т.: desene) мөн.
1. Мыҫҡыллау, кәмһетеү тойғоһон белдерә. □ Эк, эка (выражает презрение, принижение). ■ Харап, .. ниндәйҙер аҡыл эйәһе пәйҙә булған, башҡалар барыһы ла аҡылһыҙ. Ғ. Аллаяров. Харап икән! — тине Сәрби, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә йылмайып. С. Агиш. [Шәһәрбаныу:] Харап, сатан түрә бисәһе булған да шәбәйгән! Һ. Дәүләтшина.
2. Үпкәләү тойғоһон белдерә. □ Эк, эка (выражает обиду). Я Иркәләтмәй, харап, йылмайһаңсы ҡарап. Халыҡ йырынан.
ХАРАП БУЛЫУ (харап бул-) (Р.: погибнуть; И.: perish; T.: mahvolmak) ҡ.
һәләк булыу, юҡҡа сығыу. □ Погибнуть; быть погубленным, загубленным; приходить в жалкое состояние. Уйламаҫтан харап булыу. М Ырашҡылап торған яҙғы көндә һунарға китеп харап булды ул [Уҙаман]. Т. Ғарипова. Траншеялар буйлап үҙәк өҙгөс хәбәр килде: «Капитан Морозов, Нина Матвеева һәм рота командирының экипаж ағзалары харап булғандар...» Ғ. Аллаяров. Яппар ҙа шулай һауығып етмәҫ борон китеп харап булды. Б. Бикбай.
ХАРАП ИТЕҮ (харап ит-) (Р.: губить кого, И.: destroy; T.: mahvetmek) ҡ.
Һәләк итеү, юҡҡа сығарыу. □ Губить кого', приводить в негодное состояние. Ж Иң батыр кеше лә, түҙемлеге, тотанаҡлығы етмәһә, эште һәм үҙен харап итергә мөмкин. И. Абдуллин, һыны ҡойоп ҡуйған һымаҡ матур, йөнө бәрхәт төҫлө күпереп торған аҡыллы этте нисек ҡыҙғанмайынса кәпәс өсөн харап итмәк кәрәк. Р. Байбулатов. [Бабай менән әбей:] Балаҡайым, аяҡ атлайһы ла булма, һыу хужаһы дейеү харап итер үҙеңде. Әкиәттән.
353