Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 352 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХАРАКТЕРИСТИКА
Ф. Әсәнов. Иғтибар менән ҡарағанда, йоҡлаған кешенең дә уҙенә генә хас характер һыҙаттарын куреп була бит. М. Садиҡова. Куптәрҙец ҡылығына, характерына, уй-хы-ялдарына төшөнөргә ярҙам итте бөгөнгө дуҫтарса танышыу кисәһе. Я. Хамматов.
2. Көслө ихтыяр, ныҡлыҡ. □ Характер. И Кисерештәр, хис-тойғолар байлығын һығылмалылыҡ һәм ым-хәрәкәт ярҙамында сағылдырыу өсөн әҙерлек тә, тәбиғи һәләт тә, характер ҙа кәрәк. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2011.
3. Нимәгәлер хас үҙенсәлекле күренеш, төҫ, сифат. □ Характер, вид. Милли характер. Сатирик характерҙағы әҫәр. Сәйәси характерҙағы сығыш. ■ Мәжлес митинг характерын алып китте. Д. Юлтый. Урман производствоһындағы яңылыҡтар, хеҙмәттең характеры кешеләрҙең исемдәрен дан менән, маҡтау, батырлыҡтар менән биҙәне. М. Тажи. Башҡорт характерының ҡайһыһын ғына һынландырғанда ла, уны урын-еренә еткереп, бар тулылығында кәуҙәлән-дерергә тейешбеҙ. «Киске Өфө», № 22, 2009.
4. әҙ. Билдәле бер йәмғиәттә йәшәгән кешеләрҙең типик үҙенсәлектәрен сағылдырған әҙәби шәхес, образ, тип. □ Характер, образ. Әҙәби характер. Дөйөмләштерелгән характер. М Ләкин уларҙың [Пушкин ҡәләмдәштәренең] һәр береһе — ғәжәп уҙенсәлек-ле поэтик характер. Р. Бикбай. Трилогияла («Кәмһетелгәндәр »ҙә] халыҡ тарихын кәу-ҙәләндереусе характерҙар — көрәш кешеләре булып беренсе сиратта Тимербай һәм Хаммат тора. Ә. Вәхитов.
ХАРАКТЕРИСТИКА [гр. charakter ‘һыҙат, үҙенсәлек’] (Р.: характеристика; И.: characteristics; T.: karakteristik) и.
1. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер үҙенсәлекле һыҙаттарын, етешле-етешһеҙ яҡтарын күрһәткән баһа. □ Характеристика. Характеристика алыу. Н Карсыҡ бөтә рәсемдәргә лә уңай характеристика бирҙе. С. Агиш. Башҡорт диалекттарының фонетик характеристикаһы, тураһын әйткәндә, айырым оригиналь бер тикшереу була алыр ине.
Э. Ишбирҙин. Элек иң ышаныслы кешегә бер һуҙ менән генә характеристика бирергә тура
килһә, «уның менән ат урлап була», тигәндәр. И. Абдуллин.
2. Кешенең эш-тәртибен баһалау рәүешендә бирелгән рәсми ҡағыҙ. □ Характеристика. Характеристика яҙыу. М Ринатҡа мәктәптән, шулай уҡ инспекциянан характеристика талап иттеләр. Р. Байбулатов. Следователдең төҙөлөш-монтаж идаралығынан һоратып алған характеристикаһында Ардаширов Мансур хаҡында насар яҙылмаған. X. Зарипов.
3. махе. Нимәнеңдер үҙенсәлектәрен билдәләгән график күрһәткес. □ Характеристика. Машинаның характеристикаһы.
ХАРАКТЕРЛАНЫУ (характерлан-) ҡ. төш. ҡар. характерлау, страд, от характерлау. Ыңғай яҡтан ғына характерланыу.
■ Әҫәр геройҙары ғына тугел, әҙиптәрҙең байтағы ла тормошҡа еңел ҡараш, уйһыҙ мөнәсәбәт, бөгөнгө менән генә йәшәргә ынтылыу менән характерлана. Ф. Күзбәков. Уның [Әнғәм Хәбировтың] мәҡәләләре, ғәҙәттә, конкрет ижадсыға бағышланып, әҫәрҙәргә тәрән анализ яһалыуы, әйтелгән фекерҙәрҙең төплө һәм нигеҙле булыуы менән характерлана. М. Нәҙерғолов.
ХАРАКТЕРЛАУ (характерла-) (Р.: характеризовать кого-что', И.: characterize; Т.: karakterize etmek) ҡ.
Кемгәлер йәки нимәгәлер хас һыҙаттарҙы, үҙенсәлектәрҙе күрһәтеү; характеристика биреү; ҡылыҡһырлау. □ Характеризовать кого-что', охарактеризовать. Дөрөҫ характерлау. Яҙыусының ижадын характерлау.
■ Оҙон көй, билдәле булыуынса, — башҡорт халыҡ музыкаһының нигеҙе, уның төп сифаттарын характерлай торған уҙенсә-леге. Ә. Вәли.
ХАРАКТЕРЛЫ (Р.: своеобразный; И.: peculiar; original; T.: karakterli) с.
1. Үҙенә бер төрлө; үҙенсәлекле. □ Своеобразный. Характерлы бейеу. Характерлы образ. Характерлы сюжет. М Халыҡ ижадындағы ҡайһы бер темаларҙың әҫәрҙә көсәйтелеп, ҡабартылып курһәтелеуе лә «Кәмһетелгәндәр »ҙең характерлы уҙенсәле-ген — уның социаль көнкуреште һурәтләусе һыҙатын барлыҡҡа килтергән. Ә. Вәхитов.
352