Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 351 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХАРАКТЕР
М Был хант — бик шәп һунарсы, балыҡсылыр, һатыусы уның менән ихтирамлы һөйләшә. «Ағиҙел», № 7, 2013. Беҙҙе бында урындағы халыҡ — ханттар, .. күршеләш эшләгән башҡа нефть компанияһы вәкилдәре лә ихтирам менән «башҡорттар» тип кенә торалар. «Киске Өфө», № 42, 2011.
ХАНЫМ (Р.: госпожа; И.: lady; Т.: hanım) и.
1. Кейәүҙә булған ҡатын-ҡыҙ; ҡатын кеше. □ Госпожа, дама. Һөйкөмлө ханым.
■ Хөснури ханым яулыҡ мөйөшө менән әллә юҡ йәшен, әллә ысын йәшен һөртөп алды. И. Абдуллин. Мирсаяпов был ханым менән бәхәскә инмәне, хатта уға яуап һуҙе лә әйтмәне. X. Зарипов.
2. Таныш булмаған ҡатын-ҡыҙға ҡарата ҡулланылған һүҙ. □ Женщина. Хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарған ханым.
■ Хәсәнша .. теҙҙән юғары кулдәк кейеп алған ниндәйҙер һары сәсле йәш кенә ханымды ҡултыҡлаған. Ә. Байрамов. Юлда осрағандарға ихлас сәләм биреп, ауыл урамынан шәп аҙымлап бер ханым бара. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2011.
3. Ҡатындарға хөрмәтләп өндәшкәндә ҡулланылған һүҙ. □ Госпожа, дама. ■ [Гер-манияның Олденбург университеты профессоры Шапур Равасани — Фәнүзә Нәҙерши-наға:] Ханым, йылға ағышын хәтерләткән йырығыҙҙы тағы бер ҡат йырлап күрһәтегеҙ әле, — тип өндәшә. Г. Ғиззәтуллина. Йәш сағынан уҡ һүҙен үлсәп һөйләгән, тотанаҡлы ханымдың абруйына саң бөртөгөләй тап та төшмәгән — ил алдында йөҙө аҡ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 1, 2011.
ХАНЫШ и. ҡар. ханса. ■ Айбала — хан затынса ханыш, бармаҡтары — ҡамыш, ҡаштары ҡыйғас, йөҙҙәре алсаҡ, күҙҙәре ут сәсмәле бешкән һылыу ҡыҙ ине — оҡшаны илселәргә. Г. Хөсәйенов.
ХАОС [гр. chaos ‘сикһеҙ арауыҡ’] (Р.: хаос; И.: chaos; T.: kaos) и.
1. Мифологияла донъя барлыҡҡа килгәнгә тиклемге стихия. □ Хаос. Н Е. М. Меле-тинский билдәләүенсә, «хаостың космосҡа әүерелеүе мифологияның төп мәғәнәһен билдәләй». «Киске Өфө», № 37, 2009.
2. күсм. һөйл. Тәртипһеҙлек, буталсыҡ. □ Хаос, беспорядок. ■ Барса матди һәм рухи донъя хаос рәүешендә көн күрмәй, ә Оло программа ҡушҡанса хәрәкәт итә, алға бара, үҫешә. Н. Ғәйетбаев. Кавалерист итегеләй оҙон һуҙылған күректән күкле-йәшелле тауыштар хаосы урғылды — сит илдәрҙән ябырылған яңы заман көйө төпкөл ауылдарҙы ла ҡармай башлағайны шул. Й. Солтанов. Закондарҙың эшләмәүе хаосҡа килтерә. Ә. Үтәбай.
ХАПАТАЙ с. диал. ҡар. әрпеш. Хапатай булыу. Хапатай кеше.
ХАПЫР-ХОПОР оҡш. диал. ҡар. шапыр-шопор. Хапыр-хопор сәй эсеү. ■ Ҡарт .. ашты хапыр-хопор бер-ике ҡалаҡ ҡапҡыланы ла кейенә башланы. Б. Бикбай.
ХАР I [ғәр. >*■] (Р.: жара; И.: heat; T.: har) и. иҫк. кит.
Температура юғарылығы; ҡыҙыулыҡ, эҫелек. □ Жара. ■ Аҡрынлап ут итер һыуҙы ла хар. М. Ғафури.
ХАР II [фарс. j^] (Р.: ость; И.: awn; Т.: һаг) и. иҫк.
Сәнсә, ҡаҙала торған бәләкәй генә осло нәмә; сәнске, ҡылсыҡ. □ Ость, шип, колючка.
ХАРАБА [ғәр. Емерек хәлгә килгән йорт-бина, ҡаралты, төҙөлөш нәмәләре. □ Развалины, руины. Харабалар аҫтында ҡалыу. Харабаға әйләнеү. ■ Фәтихов .. уң яҡта бушлыҡ күреп тертләп китте — дүрт ҡатлы мөһабәт Оборона йорто харабаға әйләнгән. И. Абдуллин. Ҡарағалпаҡ ҡоҙаларына барған бер сәфәрендә был яу харабаларын Алдар үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Ғ. Хөсәйенов. Ҙур аҡ йорт урынында — ҡара ҡором ҡаплаған аяныслы хараба. Ә. Хәкимов.
ХАРАКТЕР [гр. charakter ‘һыҙат, үҙенсәлек’] (Р.: характер; И.: character; Т.: karakter) и.
1. Кешенең ҡылығында сағылған тотороҡло психик үҙенсәлектәр, эске тәбиғәт; холоҡ. □ Характер. Характерҙар оҡшашлығы. Йомшаҡ характер. Ҡыҙыу характер. ■ Ә бына Арсланов характеры менән Әхмә-дулла ағайҙың бөтөнләй киреһе булһа кәрәк.
351