Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 350 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХАНАҠА
Эшең хана икән, ҡустым, — тине Әмир [Зөфәргә], йәшниктәге бойҙайҙы бутап. X. Ғиләжев. Купер һалынып бөткәс, .. әгәр халыҡты, транспортты кутәрә алмаһа, конструкторға хана. И. Абдуллин.
ХАНАҠА [фарс. ölük] (Р.: келья дервишей; И.: dervish lodge; T.: tekke, hankâh) и.
Суфыйҙар, дәрүиштәр торған өй. □ Келья дервишей. Ханаҡаны төҙөкләндереу. Ханаҡала төнәу. ■ Ханаҡаға әйләнеп ҡайтып ингәндә, заһидтар, суфыйҙар бер мөйөшкә йыйылғандар ҙа, Кинйәгә таныш Әббаҡтың һөйләуен мауығып тыңлап ултыралар. Ғ. Ибраһимов. Куп йылдарҙан бирле Сәйфетдин, ханаҡаға .. барып, уның [Абрар] менән һөйләшеп, йәненә таяныс таба. Ә. Хәкимов.
ХАН АЛСЫ (Р.: детская игра; И.: sort of children’s game; T.: bir çocuk oyunu) и. этн.
Ир балалар уйыны (ашыҡ булешеп алалар; бер ашыҡты, ҡыҙылға буяп, «хан» итәләр; шунан уйнаусылар ашыҡтарҙы тотош һибеп ебәрәләр ҙә, ятышына ҡарап, алсыһын алсы, бөгәһен бөгә менән сиртеп алалар; уҙенә тейеш ашыҡты алып бөткән кеше «ханды» ата; кем «ханды» ала — шул ота). □ Детская игра для мальчиков. Хан алсы уйнау.
ХАНБИКӘ (Р.: ханша; И.: lady; T.: hanın karısı) и. тар.
Хан бисәһе; ханса. □ Ханша, госпожа. ■ Сати — бөтә һын-ҡиәфәте менән балҡып торған ханбикә бит, ундай ханбикә алдында ергә тубыҡланыуҙы дан-шөһрәтле баһадир-ҙар ҙа бәхеткә һанаған. Р. Вәлиев. Карауыл төмәне Маһипәруәз ханбикә һарайын куҙ яҙҙырмай куҙәтеп тора. Ә. Хәкимов, һикһән ете йәшлек Гөлгизәр инәйҙең бөгөнгө тормошо ханбикәләрҙекенән кәм тугел. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2011.
ХАНЖА (Р.: ханжа; И.: prude; T.: yalancı sofu) и. һөйл.
Монафиҡ, ике йөҙлө кеше. □ Ханжа. Кара эсле ханжа.
ХАНЗАДА [фарс. jjlk] (Р.: сын хана; И.: Lord; T.: hanzade) и. тар.
Хан улы. □ Сын хана, ханский сын. Хан-зада бойороғо. Ханзаданың тормошо. Кырым ханзадаһы.
ХАН ҠЫҘЫ (Р.: дочь хана; И.: lady; T.: han kızı) и.
1. Хандың ҡыҙ балаһы. □ Дочь хана.
■ Хан ҡыҙы, ас ишегең, мин керәйем, һинең буйың зифа, тиҙәр, мин курәйем. Халыҡ йырынан. Һипкел куплеген куп, ләкин ундай ғына етешһеҙлек хан ҡыҙында ла була, тиҙәр. Ә. Бикчәнтәев.
2. кусм. Бик иркә, эш яратмай торған ҡыҙға йәки егеткә ҡарата әйтелә. □ Ханша.
■ [Ғәйшә әбей — Ғәлиәгә:] Горған ере торна ояһы тугел, Сәхибгәрәйгә ни булған?! Йәшәһен шунда. Уға ни, «уңған кешегә», «хан ҡыҙына» угәй әсә лә ярамай, Ғиҙелбанат та... И. Ғиззәтуллин.
ХАНЛЫҠ (ханлығы) (Р.: ханство; И.: khanate; T.: hanlık) и. тар.
1. Хан булыу хәле. □ Ханство. ■ Башҡорт хандың ханлыҡ дәрәжәһе, яу батырлыҡтары, илселек һәләттәре, бағындырыр ир-егетлек сифаттары менән уның тоҡомдаштары ғорурланырға хаҡлы. Ғ. Хөсәйенов. Ғабдулла хан Болғарҙа илле йыл ханлыҡ ҡылған. Р. Шәкүр.
2. Хан идара иткән дәүләт. □ Ханство. Мәскәу ханлығы. Әстрхан ханлығы. К Башҡорт хан ҡартая барһа ла, XII быуаттың 80-се йылдарында уның ханлыҡ урҙаһының шаҡтай ҡеуәтле икәне рус тарихына һаман билдәле әле. Ғ. Хөсәйенов. [Зәки Вәлиди] Багдад хәлифе Әл-Мөҡтәдирҙең Болғар ханлығына ебәрелгән илселеге сәркәтибе Ибн Фаҙ-ландың сәйәхәтнамәһе буйынса 1935 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. М. Ҡолшәрипов.
ХАНСА (Р.: ханша; И.: lady; T.: kadın) и.
1. Ҡатын-ҡыҙ. □ Ханша, һөйкөмлө ханса.
2. Хан бисәһе. □ Ханша. ■ Хандың ҡыҙын алһана! Һин хан, ул ханса булып, шыбырлашып һөйләшеп, шәрбәт эсеп, серләшеп, дәуран ғумер һөрһәнә! Ҡобайырҙан.
ХАНТ (Р.: хант; И.: Khanty; T.: Kantı veya Hantı) и. этн.
Ханты-Мансийск һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында йәшәгән халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе (уғыр-фин телдәренең береһендә һөйләшә). □ Хант. / Хант-ский. Хант халҡы. Ханттарҙың йолаһы.
350