ХАНА
Күңелен сорнай башлаған шундай иләҫ-миләҫ халәтенән ҡотолорға теләгәндәй, [Хәсән] ҡулы менән битен һыпырып алды. «Ағиҙел», № 2, 2013.
ХАМ I [гр.] (Р.: хам; И.: boor; Т.: һат) и. һөйл.
Оятһыҙ, һөмһөҙ кеше. □ Хам. / Хамоватый. Хам әҙәм. ■ Зөһрә, тиле, шунда тиҙ генә үҙе тапшыраһы урында, ҡыҙып киткән: «Миндә Һеҙҙең ни эшегеҙ бар, һеҙ хам, дурак!» — тип ыскындырған Салихҡа. А. Карнай. Хам! — тине гимназистарҙың береһе [комиссарға], күҙенән нәфрәт сәсеп. Ә. Хәкимов.
ХАМ II [фарс. fhk] (Р.: недоделанный; И.: unfinished; Т.: һат) с.
Еренә еткереп эшкәртелмәгән, сейле-бешле. □ Недоделанный; сырой; огрех. M Ep-ҙәрендәге тәбиғи байлыҡтарын, хам нәмәләрен сит мәмләкәттәргә һатырға мәжбүр булалар. Ғ. Ғисмәти.
ХАМЕЛЕОН [гр. chamaeleon ‘карлик арыҫлан’] (Р.: хамелеон; И.: chameleon; Т.: bukalemun) и.
1. зоол. Кеҫәрткеләр отрядына ҡараған, йәшәгән урынына яраҡлашып төҫөн үҙгәртә торған һөйрәлеүсе йәнлек. □ Хамелеон (лат. Chamaeleonidae). ■ Нәфсе — ялҡау, үҙенең холҡон минут һайын үҙгәрткән хамелеонға оҡшаш. Ә. Үтәбай. Үҙгәреү хәҙер хамелеонға ғына хас нәмә түгел! Ғ. Хәйри.
2. күсм. Үҙ мәнфәғәтен һаҡлау өсөн ҡарашын, фекерен тиҙ үҙгәртә торған аумаҡай кеше. □ Хамелеон. ■ Ҡыҫҡаһы, хамелеон булырға инде, — тине Василь, әсе йылмайып. И. Абдуллин. Вәт хамелеон, — тип Ҡасим Зарифҡа боролоп ҡараны. Ғ. Аллаяров.
ХАМИЛӘ [ғәр. ÂLL] (Р.: беременная; И.: heavy with young; T.: hamile) с. иҫк. кит.
Ауыры булған, йөклө (ҡатынға ҡарата). □ Беременная. ■ Нурсәйеттең бер ҡалмыҡ ҡатыны бар ине, хамилә ине. «Башҡорт шәжәрәләре » нән.
ХАМЛЫҠ (хамлығы) (Р.: хамство; И.: clownery; T.: hamlık) и. һөйл.
Оятһыҙлыҡ, әшәкелек, тупаҫлыҡ. □ Хамство. Аралашыуҙағы хамлыҡ. Сиктән ашҡан хамлыҡ.
ХАМСА I [ғәр. (Р.: амулет; И.: amulet; T.: hamail) и.
Төрлө насар көстәрҙән һаҡланыу өсөн йәһүдтәрҙең, ғәрәптәрҙең ус формаһындағы амулеты. □ Амулет. Ҡүҙ тейеүҙән хамса ҡулланыу. Ишек башына ҡуйылған хамса.
ХАМСА II (Р.: европейский анчоус; И.: Black Sea anchovy; T.: hamsi) и.
Сельдтар төркөмөнә ҡараған ваҡ диңгеҙ балығы. □ Европейский анчоус (лат. Еп-graulis encrasicolus). Хамсалар тубы. Ҡара диңгеҙ хамсаһы.
ХАН [төрк. каан ‘хөкөмдар, хаким’] (Р.: хан; И.: chagan; Т.: һап) и. тар.
Төрки һәм монгол халыҡтарында дәүләт башлығы титулы һәм шул титулды йөрөткән кеше. □ Хан. / Ханский. Хан һарайы. Хан вәзирҙәре. М Был алтау ҙан алданмаған батша, алданмаған хан ҡалмаған. С. Агиш. Хандар кеүек, бейҙәр хакимлығы ла нәҫелдән нәҫелгә күсә барған. Ғ. Хөсәйенов. Ханға бирһәң ҡулыңды, ханға түшәк йәйерһең, төшһәң менгән атыңдан, ханға башың эйерһең. Ҡобайырҙан. • Барма бейгә, үҙе килер өйгә; барма ханға, үҙе килер малға. Мәҡәл. Ҡайһы ырыу көслө — ханды шул ҡуя, ҡайһы ырыу үсле — ҡанды шул ҡоя. Мәҡәл.
♦ Хан заманы әллә ҡасан, күптән. □ Давние времена, давным-давно. В Әшрәфкә рәхмәт, хан заманынан ҡалған тегеү машинаһына, .. итәкте шундай оҫта итеп текте, хатта «осло күҙ» әсә лә бер нәмә һиҙмәне. И. Абдуллин. Яңыраҡ сыҡҡан Иж-56 тамғалы мылтыҡ алып ебәрһәң, әсеңде тишер инеме: бынауы хан заманындағы мылтыҡты һөйрәп йөрөткәнсе. Ә. Чаныш.
ХАНА I [фарс. <1А] (Р.: дом; И.: house; Т.: hane) и.
Кеше йәшәй торған урын; йорт, бина. □ Д ом, здание. • Эшсән ханаһы туп-тулы, ялҡау ханаһы буп-буш. Әйтем.
ХАНА II (Р.: плохо; И.: bad; T.: kötü) р.
Хөрт, мөшкөл; харап. □ Плохо. Хана итеү. ■ Ҡараңғылы-яҡтылы Халиҡ ҡарт барып, ферма ҡапҡаларын асып ебәрмәһә, һарыҡтарға хана булаһы икән. Р. Байымов.
349