ХАЛЫҠ КОМИССАРИАТЫ
систик-ленинсы партияның өҫтөнлөгөнә нигеҙләнгән сәйәси төҙөлөш формаһы. □ Народная демократия. ■ 1948 йылда .. «Советтар Союзы тыныслыҡ һәм именлек өсөн көрәштә», «Халыҡ демократияһы илдәре» һымағыраҡ лекциялар киң танылыу яулай. «Башҡортостан», 2 июль 2013.
ХАЛЫҠ КОМИССАРИАТЫ (Р.: народный комиссариат; И.: the people’s Commissariat; T.: Halk Komiserleri Kurulu) u.
1946 йылда министрлыҡтар төҙөлгәнгә тиклем СССР-ҙың хужалыҡ һәм мәҙәниәт төҙөлөшөндәге айырым тармаҡтар менән идара иткән үҙәк дәүләт органы. □ Народный комиссариат. ■ Аҙнаев республиканың Урман сәнәғәте халыҡ комиссариатында штат мәсьәләһе хәл ителгән саҡта .. баш инженер табышып биреүҙәрен һораны. Н. Мусин. Шул ғаиләлә [Кушаевтарҙа] .. 1937 йылда Мәскәүҙә СССР Халыҡ комиссариатында эшләгән осоронда «халыҡ дошманы» мөһөрө баҫылып атылған Хафиз бабай Кушаев тәрбиәләнә. С. Ильясов. Уның [килешеүҙең] күсермәһе килешеү һәм иҫкәрмәләр индереү өсөн РСФСР Халыҡ комиссариатына ебәрелә. «Йәшлек», 23 март 2010.
ХАЛЫҠ КОМИССАРЫ (Р.: народный комиссар; И.: people’s Commissar; T.: Halk Komiseri) и.
1946 йылға тиклем халыҡ комиссариатының береһе менән етәкселек иткән совет хөкүмәте ағзаһы. □ Народный комиссар. Я Ике көн үткәс, Ю. Бикбов юстиция халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. Р. Насиров. Өсөнсө йыл мин Өфөлә Эске эштәр халыҡ комиссары иптәш Шәһит Хоҙайбирҙиндә булдым. С. Агиш. Егерме ике йәшлек егеттец ҙур хыялдары өсөн киләсәктә халыҡ комиссары булыу теләге лә ят түгел ине. Б. Бикбай.
ХАЛЫҠЛАШЫУ (халыҡлаш-) (Р.: приобретать народный характер; И.: to acquire a national character; T.: halklaşmak) ҡ.
Халыҡ араһына таралыу, халыҡтыҡы булып үҙләшеү. □ Приобретать народный характер, становиться народным по духу, манере. Халыҡлашҡан йыр. ■ [Я. Колмой-ҙоң] айырыуса мөхәббәт темаһына яҙылған
йырҙары бөгөн дә онотолмай, күбеһе күптән халыҡлашып бөткән. «Ағиҙел», № 9, 2013. Китап сюжеттарынан күсеп, халыҡлашҡан мөнәжәттәр .. көйлө шиғырҙар ижад итеү өсөн дә ифрат әһәмиәтле роль уйнай. «Ағиҙел», № 5, 2011.
ХАЛЫҠСАН (Р.: народный; И.: national; T.: halk) с.
Халыҡҡа яҡын торған, уның рухи байлығын, ынтылышын сағылдырған. □ Народный. Халыҡсан шағир. Халыҡсан рух. М Мин ябайыраҡ, халыҡсаныраҡ исем ҡушыу яғында, .. халыҡ телендә йыр булып яңғыраған исемдәр нимәнән кәм? 3. Биишева. Әҫәр бай халыҡсан тел менән, һүҙ ҡәҙерен белеп яҙылған. Н. Мусин. Әллә халыҡсан мәҙәк, әллә ауылса йор тел арбаны күцелде — көләмәстәр оҡшаны, иҫтә ҡалды. С. Шәрипов.
ХАЛЫҠСАНЛЫҠ (халыҡсанлығы) (Р.: народность; И.: national character; T.: kavmiyet) и.
Халыҡсан булыу. □ Народность. Образдың халыҡсанлығы. ■ Ниндәй милли колорит, ерлек, халыҡсанлыҡ, монументаллек; ундайҙар [Лотфуллин кеүектәр] Союз кимәлендә бик һирәк. Ә. Әминев. Тормоштан сәхнәгә күскән күренештәр халыҡсанлығы, ябайлығы менән әсир итә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4, 2011. Гөлназ Аҡназарованың бейеүҙәре халыҡсанлығы, үҙенсәлеклеге менән арбай. «Йәшлек», 29 апрель 2010.
ХАЛӘТ [ғәр. (Р.: состояние; И.: condition; shape; T.: halet) и.
1. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер билдәле бер ваҡыттағы торошо, хәле. □ Состояние, положение. Газ халәтендәге матдә. Уйһыҙ халәт. М [Сабир] шунан ҡапыл тынысланды, хатта бер кемгә, бер нәмәгә иғтибар итмәҫ халәткә инде. Б. Рафиҡов. Урамдағы ысынбарлыҡ төшөнкөлөккә этәргән халәттә лә .. һүнгән өмөттәрҙе баҙлатырлыҡ әҫәрҙәр кәрәк ине бит. Ф. Күзбәков. Юлай белә, командирҙың күңел халәте шунда уҡ яугир-ҙарға күсә. И. Ғиззәтуллин.
2. Кешенең рухи хәле, кәйефе. □ Настроение. Гәжәйеп халәт. ■ Нурания һуңғы ваҡытта елкенеүле лә, аптыраулы ла, ҡыуаныслы ла халәттә йөрөнө. Т. Даянова.
348