ХАЛЫҠ ДЕМОКРАТИЯҺЫ
бер тарихи шарттарҙа бер бөтөн булып ойошҡан кешеләр төркөмө, милләт. □ Народ, нация, народность, национальность. // Народный, национальный. Төрки халыҡтары. Милли әлкәләр халҡы. Монгол халҡы. Ҡаҙаҡ халҡы. В Минең халҡыма, япон кешеһе корея халҡы алдында иленең енәйәттәре өсөн ғәфу утенгән һымаҡ, бер ниндәй милләт алдында ла ғәфу утенергә тура килмәйәсәк. Р. Бикбаев. Ике миллионлы башҡорт халҡының юҡ-бар сәйәси уйындарҙа уйынсыҡ булыуы мөмкин тугел. Р. Байымов. Билдәле ғалим-табип, халыҡ медицинаһы буйынса куренекле белгес Вәрис Зыяҡай улы Гумәров ғаиләбеҙҙең, нәҫелебеҙҙең генә тугел, халҡыбыҙҙың аҫылулы ине. «Башҡортостанҡыҙы», № 1, 2011. • Башлыҡ аҡылға бай, халыҡ куңелгә бай. Мәҡәл. Халыҡ аҡылы — ҡойон, ҡаршы тороуы ҡыйын. Мәҡәл. Халыҡ — илендә, балыҡ — кулендә. Мәҡәл. Атаң улы ғына булма, халҡыңдың да улы бул. Мәҡәл.
3. Илдә йәшәүселәрҙең төп өлөшөн тәшкил итеүсе хеҙмәт эйәләре, кеше, зат. □ Население, жители. Эшсән халыҡ. Ауыл халҡы. Ҡала халҡы. М Ауыл ерендә һәр кем куҙ алдында, халыҡ бер туған кеуек йәшәй бит инде. Й. Ильясова. Уҡытыусы халыҡ алдында авторитетлы булырға тейеш. М. Тажи.
4. Билдәле бер профессияға, даирәгә, енескә ҡараған кеше. □ Люди, народ. Ҡатын-кыҙ халҡы. Артист халҡы. Уҡытыусы халҡы. М Ирҙәр халҡына ниңә упкәләнең әле, апай? — тигән булды шаярып [Ниғмәт Сабирович]. Р. Байымов. Студент халҡы ял көндәрендә, ғәҙәттә, төшкә саҡлы йоҡлай. И. Абдуллин.
5. Күмәк кеше; масса. □ Люди, массы, народ. В Халык куп булыуға ҡарамаҫтан, бында [магазинда] эҫе тугел, һалҡынса. С. Агиш. Ҡарағайлылар мәш килеште, халыҡта бығаса йоҡомһорап ятҡан дәрт уянды. Н. Алсынбаев. Ҡәңәшмә оҙаҡҡа һуҙылманы, халыҡ тиҙ таралды. Ғ. Аллаяров. • Ер тауһыҙ булмай, халыҡ ханһыҙ булмай. Мәҡәл. Халыҡ көсө таш яра. Мәҡәл.
ХАЛЫҠ II (Р.: народный; И.: national; T.: halk) с.
1. Ҡайһы бер һүҙбәйләнештәрҙә аныҡлаусы ролен үтәп, халыҡҡа бәйле булғанды белдерә. □ Народный. Халыҡ йолаһы. Халыҡ ижады. ■ Башҡорт халыҡ йырҙарының ни өсөн оҙон, моңло булыуына мин әле генә төшөнәм, буғай, — тине ул [Сергей], уйланып. И. Абдуллин. Ауыҙыңда ҡан булһа ла, төкөрмә, — ти халыҡ мәҡәле. Й. Ильясова. [В. Гумәров] бирелеп, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡорт халыҡ медицинаһын өйрәнде. «Башҡортостан ҡыҙы», № 1, 2011.
2. тар. Ҡайһы бер эш урынының йәки хеҙмәт исеменең составында ҡулланыла. □ Народный. Халыҡ суды. Халыҡ контроле.
3. Сәнғәт, фән, әҙәбиәттәге уңыштар өсөн бирелгән маҡтаулы исем составында ҡулланыла. □ Народный. Халыҡ артисы. М Бөгөн рәсми рәуештә Халыҡ яҙыусыһы, Халыҡ шағирҙары, Салауат Юлаев исемендәге дәу-ләт премияһы лауреаттары ысын мәғәнәһендә халыҡтың рухи әйҙәусеһе була алырлыҡ кимәлдәме? Ф. Күзбәков.
ХАЛЫҠ-АРА (Р.: международный; И.: international; T.: milletlerarası) с.
1. Төрлө ил, төрлө халыҡ араһындағы бәйләнешкә мөнәсәбәтле. □ Международный. Халыҡ-ара балалар лагеры. Халыҡ-ара ярыш. Халыҡ-ара килешеу. ■ Ринат ..халыҡ-ара хәл менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып, шулар хаҡында ярайһы ғына фекер йөрөткән уҡыусы һанала ине. Р. Байбулатов. Умартасылыҡ буйынса Бухареста 1965 йылда уткән XX Халыҡ-ара конгреста башҡорт бал ҡорто диплом һәм көмөш миҙал менән буләкләнә. С. Бәҙретдинов.
2. Күп халыҡтарҙы эсенә алған, төрлө халыҡҡа таралған. □ Международный. Халыҡ-ара ойошмалар. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Халыҡ-ара хәрәкәт. М Сит илдәге уҡыусыларының халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙа еңеп сығыуы Нинель Дауытовнаның бик юғары бейеклектәге белгес икәнен раҫлай. Й. Ильясова.
ХАЛЫҠ ДЕМОКРАТИЯҺЫ (Р .: народная демократия; И.: people’s democracy; T.: halk demokratisi) и. тар.
Пролетариат диктатураһынан торған, күп партиялылыҡ менән билдәләнеп, марк
347