ХАЛАС
ХАЛАС [ғәр. (Р * освобождённый; И.: free; T.: halas) с. иҫк.
Азат булған, ҡотолған хәл. □ Освобождённый, свободный. Халас егет. Я Был һуғышта нәфҡәләрем бөтөр микән, был илдәрҙән халас көнөм булыр микән ? Бәйеттән.
ХАЛАТ [ғәр. I (Р.: халат; И.: bathrobe; T.: bornoz) и.
1. Ҡайһы бер халыҡтарҙың оҙон итәкле, төймәһеҙ елән һымаҡ өҫ кейеме. □ Халат. ■ Аҡландарҙың инде бесәне сабылған, .. тик әлегә йыйып алынмаған, буйлы-буйлы үзбәк халатына оҡшап ята. Р. Байымов. Уның [Сара Сабировнаның] өҫтөндә йәш саған япрағы кеуек үк эре уҡа биҙәкле япон халаты, аяғында сәмсәле Ҡазан өй туфлийы.
3. Биишева.
2. Алдан йәки арттан эленмәле итеп тегелгән, өйҙә йәки эштә кейә торған өҫ кейеме. □ Халат. Биҙәкле халат. Халат һиҙәбе. Я Күҙемде асам: янымда ҡара гимнастёрка, өҫтөнә аҡ халат кейгән милиционер тора. С. Агиш. Йөҙө ағара төшкән Рәшиҙә, һоро халат кейеп, урындыҡта ултыра ине. Ғ. Аллаяров. Оҙон буйлы, повар-ҙар кеүек аҡ халатлы ҡаҡса ғына йөҙлө ағай, күҙлектәрен танау осона төшөрҙө. Ә. Бикчәнтәев.
ХАЛАУ [ғәр. ] (Р.: уха; И.: fish broth; T.: balık çorbası) и.
Балыҡ һурпаһы. □ Уха. Халау бешереү. Суртан халауы.
ХАЛИ [ғәр. (Р.: свободный; И.: free; T.: hali) с.
Нимәнәндер азат, буш. □ Свободный, освобождённый, избавленный от чего-л., лишённый чего-л. Я «Бәндә хатанан хали түгел», тигәндәр элеккеләр. Ә. Вәли. Ҡәһәр, ләғнәт ямғырынан хали була алмайбыҙ. Ғ. Ибраһимов. Уны [Аятел Көрсиҙе] ихлас вә сын күңелдән уҡыған әҙәм бәләләрҙән хали. Ғ. Хөсәйенов. Үҙҙәре хали булғандар кешенең халилығын да хөрмәт итә. «Йәшлек», 16 февраль 2010.
ХАЛИҠ [ғәр. 3^1 (Р ’ создатель; И.: genitor; T.: halik) и. дини.
(баш хәреф менән) Дини ҡараш буйынса: бөтә донъяны яралтҡан, уның менән идара
иткән юғары зат; Хоҙай, Алла (Алланы ололау һүҙе). □ Создатель, творец. Халиҡ насип итеүе. Халиҡ әмере. • Изгелек эшлә лә һыуға һал — балыҡ белер, балыҡ белмәһә — Халиҡ белер. Мәҡәл.
ХАЛИС I [ғәр. сиакл.] (Р.: настоящий; И.: true; T.: halis) с.
Саф, таҙа, ысын. □ Настоящий, истинный. Хаҡ мосолмандың халис хаҡлығы. Я Ишетә белә [Тәбделваһап]: халис башҡорт аҡса-малға артыҡ ҡыҙмай, ер-һыу тип йәшәй. Ғ. Хөсәйенов.
ХАЛИС II (Р.: очень; И.: very; T.: aşırı)р.
Сиктән тыш, бик, үтә. □ Очень, крайне, слишком; весьма. Халис һимеҙ мал. Халис егәрле егет.
ХАЛТУРА [лат. chalkos ‘баҡыр тин’] (Р.: халтура; И.: quickie; T.: özensiz iş, baştan savma iş) и. һөйл.
1. Өҫтән-мөҫтән, ашыҡ-бошоҡ ҡына башҡарылған эш. □ Халтура. Я Виктор .. көр тауыш менән ҡысҡырҙы: «Әй, егеттәр, халтураға эшләмәҫкә!» И. Абдуллин. [Аристарх Иванович — Искәндәргә:] Ҡара уны, егет, халтураға иҫәп тотһаң, үҙеңде лә, мине лә мәшәҡәтләп йөрөмә, — тип бармаҡ янап ҡуйҙы, етмәһә. Ә. Хәкимов.
2. Өҫтәмә аҡса алыу өсөн файҙаланылған сит кәсеп һәм ошо кәсеп менән алынған өҫтәмә аҡса. □ Халтура. Халтураға йөрөү. Халтураға алынған әйбер.
ХАЛТУРАСЫ (Р.: халтурщик; И.: potboiler; T.: özensiz çalışan) и. һөйл.
Эшен өҫтән-мөҫтән, илке-һалҡы ғына башҡарған кеше. □ Халтурщик. Я [Бригадир — балта оҫтаһы тураһында:] Тәҙрә яңаҡтарын дөрөҫ ултыртмаған. Тупһаларҙы дөрөҫ ултыртмаған. Халтурасы булып сыҡты, шилма! Р. Ғ абдрахманов.
ХАЛЪЯ и. диал. ҡар. талпан. Эт халъяһы. Урман халъяһы.
ХАЛЫҠ I [ғәр. (jLk] (Р.: народ; И.: nation; T.: halk) и.
1. Билдәле бер илдә йәки дәүләттә йәшәгән кешеләр. □ Народ; народность. Бөтә планета халҡы. Рәсәй халҡы. Ҡытай халҡы.
2. Тел, йәшәгән ер, мәҙәниәт һәм иҡтисад, тормоштағы уртаҡлыҡ нигеҙендә билдәле
346