Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 345 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХАЛАЙЫҠ
1. Уй-фекере, һүҙе, эше ысынға тура килмәгән, дөрөҫ булмаған. □ Несправедливый, неправильный. Хаҡһыҙ хөкөм. ■ Баштараҡ ризалашмай торһа ла, Имаев уҙенең хаҡһыҙ икәнлеген аңланы. В. Исхаҡов. Хаҡһыҙ рәнйетелеуҙән хәтере ҡалыуын һиҙҙермәҫкә тырышып, [Турчин] бер аҙға өнһөҙ торҙо. А. Мағазов. Аллабыҙ кем хаҡлы, кем хаҡһыҙ икәнен уҙе курер. Ғ. Хөсәйенов.
2. Урынһыҙ, тейешһеҙ. □ Не имеющий права на что, незаконный. ■ Ҡатын йәнәш барырға хаҡһыҙ. 3. Биишева.
ХАҠҺЫҘ II (Р.: бесплатный; И.: gratuitous; wrongly; T.: bedava) с.
Түләүһеҙ-ниһеҙ, буш булған. □ Бесплатный. Хаҡһыҙ ял көндәре алыу. ■ [Баяр:] Донъяла хаҡһыҙ әйбер буламы инде? 3. Ураҡсин.
ХАҠҺЫҘ III (Р.: несправедливо; И.: unjust; T.: adaletsizce) р.
1. Уй-фекере, һүҙе, эше ысынға тура килмәйенсә, дөрөҫ булмайынса. □ Несправедливо, неправильно. Хаҡһыҙ маҡтау. Хаҡһыҙ ҡыланыу. ■ Әгәр ҙә ваҡыты-ваҡыты менән хаҡһыҙ рәнйеткәнмен икән, [Искәндәр ағай] ғәфу итегеҙ инде. Ә. Бикчәнтәев.
2. Урынһыҙ, тейешһеҙ. □ Незаконно. ■ Мәҙинәлә әле хаҡһыҙға тартып алған һыйырын кире ҡайтарыу өмөтө һурелмәгән. Т. Ғарипова.
ХАҠҺЫҘ IV (Р.: бесплатно; И.: free ofcharge; gratuitous; T.: bedava) p.
Түләүһеҙ-ниһеҙ; буш. □ Бесплатно. ■ Хаҡһыҙ ашау. Я [Ахун — Дәуләткирәйгә:] Эшен башҡарғас, билдәле, хаҡһыҙ булмай инде. М. Өмөтбаев. [Кусәк:] Биш йыл буйы хаҡһыҙ ҡуй көткән өсөн теге ҡыҙҙың һаҙайын бирең,— тине. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ХАҠҺЫҘЛАНЫУ (хаҡһыҙлан) (Р.: обесцениваться; И.: depreciate; T.: ucuzlanmak) ҡ.
Хаҡы, ҡиммәте бөтөү; хаҡһыҙға әйләнеү. □ Обесцениваться. // Обесценивание. Аҡсаның хаҡһыҙланыуы. Йәшелсә-емештең хаҡһыҙланыуы.
ХАҠҺЫҘЛЫҠ (хаҡһыҙлығы) (Р.: несправедливость; И.: breach of justice; T.: haksızlık) и.
Дөрөҫлөк, тоғролоҡ төшөнсәһенә ярашһыҙ эш-хәл; ғәҙелһеҙлек. □ Несправедливость, неправота. ■ Тереклек менән Мөхәббәт бер-береһен өҙөлөп һөйгән, яуызлыҡ, хаҡһыҙлыҡ, хыянат тигән төшөнсәләрҙе белмәгән. 3. Биишева. Еникеева уҙенең хаҡһыҙлығын белә ине, ләкин сер бирергә теләмәне. Б. Бикбай. Ҡояш сыҡҡас, ғәҙелһеҙлектең, хаҡһыҙлыҡтың куҙе асылыр. М. Кәрим.
ХАҠЫНА (Р.: для, ради, во имя; И.: for; T.: uğruna) бәйл.
Төп һәм эйәлек килештәге исемде һәм алмашты бәйләп килә; өсөн. □ Для, ради, во имя. ■ Балалыҡ йылдары хаҡына булһа ла ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләйһе, ярҙам итәһе килә Хәләф Гәрәевичтең был .. кешегә. Р. Байымов. Ҡөсөнән килмәҫтәй ҡорбан талап иткән оло мөхәббәте хаҡына бөтәһенә туҙҙе Айһылыу. 3. Биишева. Беҙ [малайҙар] әсәйҙәребеҙҙең бер фатихаһы хаҡына мең һынау утергә әҙер булдыҡ. М. Кәрим.
ХАҠЫНДА (Р.: о, об, обо; И.: of; T.: hakkında) бәйл.
Төп һәм эйәлек килештәге исемде һәм алмашты бәйләп килә; тураһында, турында. □ О, об, обо. Ҡеше хаҡында һөйләу. Эш хаҡында кәңәшләшеу. ■ Ололар хәҙерге бәғзе йәштәрҙең куңелһеҙ ҡылыҡтары, хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙары хаҡында гәпләшә ине. Р. Байбулатов, һәр кем уҙ эшен мөмкин тиклем теуәлерәк итеп башҡарыу хаҡында ғына уйлай ине. Ә. Вәли. Ҡәнзәфәр Кинйә абызға нимәләр кургәнлеге, нимәләр булып бөткәнлеге хаҡында һөйләп ултыра ине. М. Ғиләжев.
ХАЛАЙЫҠ [ғәр. (Р.: народ; И.: nation; T.: halk) и. йыйн.
Бар халыҡ, күмәк кеше. □ Народ. Халайыҡ фекере. М Халайыҡ уҙенең шундай зиһенле абыздары, хажиҙары, ғалим-ғөләмәләре менән дә көслө вә бөйөк. Ғ. Хөсәйенов. Илдәр, халайыҡтар уҙ-ара татыу йәшәргә, һәр төрлө бәхәс-янъялды, уртаға һалып, һәуетемсә хәл итергә тейеш. Ә. Хәкимов. Йыйылған, ти, халайыҡ Мәсем ханға, пәйҙә булды бер бәлә, тип, беҙҙең йәнгә. «Бабсаҡ менән Күсәк».
345
00:00
00:00
00:00