ХАҠЛЫ
коммунист Нуриханов, колхоз председателе булараҡ, киләсәк кешеләр йәшәйәсәк ерҙе нисегерәк файҙалана һуң? Д. Бүләков.
3. Хаҡы, хоҡуғы булған; хоҡуҡлы. □ Правоспособный, имеющий право; правомочный. ■ Хәҙер замана буталыбыраҡ тора, кем ғәйепле, кем хаҡлы икәнде белеуе ҡыйын. М. Тажи. Часовой өндәшмәҫкә лә хаҡлы, уны берәу ҙә уҙенең ҡурайына бейетә алмай. Ә. Бикчәнтәев.
4. Билдәле бер эш-хәрәкәт өсөн махсус билдәләнгән, шуға бәйләнешле йәки шуны башҡарыуға мөмкинлек бирә торған; тейешле. □ Заслуженный. ■ Уларҙың [ҡатындарҙың] ниндәйҙер куңел яҡтылығы менән һөйләгән иҫтәлектәренә ҡарағанда, беҙҙең әсәй туп-тура ожмахҡа барып инергә хаҡлы бер изге кеше булып төҫмөрләнә ине. М. Садиҡова. Улар [туғандар ҡәберендә ятҡан яҡташтар] — ысын батырҙар, исемдәрен урамдарға ҡушырбыҙ, улар быға хаҡлы. Р. Низамов.
ХАҠЛЫ II (Р.: дорогой; И.: expensive; T.: pahalı) с.
Хаҡы ҙур булған; ҡиммәтле, ҡыйбатлы. □ Дорогой, дорогостоящий. Хаҡлы йорт. Хаҡлы тун. М Был — Ныязғолдоң машина менән һуҡтырып өлгөртөп, игендең хаҡлы сағында ҡалаға оҙата торған яңы бойҙайы. Һ. Дәүләтшина. • Хаҡлы нәмә — затлы нәмә. Әйтем.
ХАҠЛЫ III (Р.: вправе; И.: have a right; T.: haklı) р.
Хаҡы, хоҡуғы булған; хоҡуҡлы. □ Вправе. Уйлағанын әйтергә хаҡлы.
ХАҠЛЫҠ (хаҡлығы) (Р.: правота; И.: the right; T.: haklılık) и.
1. Дөрөҫ, ғәҙел эш-хәл; ғәҙеллек. □ Правота, справедливость. Үҙеңдең хаҡлығыңды тойоу. Эшеңдең хаҡлығына ышаныу. ■ Ғө-мумән, халыҡтың яманды, ялғанды, ҡурҡаҡты тугел, ә яҡшыны, хаҡлыҡты һәм батырлыҡты данлау ғәҙәтенә мин тәрән хөрмәт менән ҡарайым. 3. Биишева. Куҙҙәремдә балҡый хаҡлыҡ нуры, кукрәгемдә таҙа, ныҡ иман. Д. Юлтый. Атай һуҙҙәрендә хаҡлыҡ бар ине. Ә. Байрамов. Ә донъяла, иртәме-
һуңмы, барыбер хаҡлыҡ, ғәҙеллек еңеп сыға. И. Абдуллин.
2. Ғәҙеллеккә, дөрөҫлөккә нигеҙләнгән ысынбарлыҡ. □ Истина, правдивость. Хаҡлыҡ көсө. ■ Ситтәр алдында Зәки Вәлиди уҙен иркен тота, хаҡлығына инанып, уҙ ҡараштарын яҡлай белә. Р. Байымов. ■ Хаҡлыҡ — ағарта, ахмаҡлыҡ — ҡарайта. Әйтем. Халыҡ менән хаҡлыҡҡа ҡарышма! Әйтем. Ялған — бер көнлөк, хаҡлыҡ — мәңгелек. Әйтем.
ХАҠЛЫ ЯЛ (Р.: пенсия; И.: pension; Т.: emeklik) и.
Күп йылдар эшләгәндән һуң хөкүмәт билдәләгән йәштә эштән китеү. □ Пенсия. Хаҡлы ялға сығыу. М Ысын журналист эш урынынан китһә лә, уның өсөн бер ваҡытта ла хаҡлы ял юҡ. 3. Ҡотлогилдина. Герма-нияла пенсия системаһы 1889 йылдан алып эшләй. Ул мәлдә хаҡлы ялға сығыу йәше тип 70 йәш билдәләнгән. «Йәшлек», 5 сентябрь 2009.
ХАҠ-НАХАҠ (хаҡ-нахағы) (Р.: правда и кривда; И.: truth and falsehood; T.: hak ve nahak) и. йыйн.
Дөрөҫлөк һәм ялғанлыҡ. □ Правда и кривда. Хаҡ-нахаҡ һөйләу. Хаҡ-нахаҡты айырыу. Н Яҙманы ентекләберәк уҡып, уның хаҡ-нахағын айырырға, иҫбат ителмәҫтәй урындарын табырға кәрәк ине уға [Мәҙинәгә]. Ә. Хәкимов. [Котой:] Ауылдаштар, хаҡ-нахағығыҙҙы Хоҙай уҙ бизмәненә һалыр әле. Хуш, Мәғҙән иле, хәтерҙән сыҡмаҫһығыҙ инде! Р. Камал.
ХАҠТА (Р.: о, об; И.: about; T.: hakkında) бәйл.
Төп һәм эйәлек килештәге алмаштарҙы бәйләп килә; турала. □ О, об, обо. Минең хаҡта. Был хаҡта. ■ Ул [Баҙыян еңгә] Заһираның Әхәтте ярашыуын ишетеп белә, шуға курә был хаҡта һуҙ оҙайтыуҙы уҙенә уңайһыҙ һанай ине. 3. Биишева. Әҙәплелек һаҡлап, Йәсәуи ағай ҡунаҡтан был хаҡта [ни кәрәклеге икәнлеген] һорашманы. Ә. Бикчәнтәев.
ХАҠҺЫҘ I (Р.: несправедливый; И.: unjust wrohg; T.: haksız) с.
344