Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 343 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХАҠЛЫ
ХАҠ IV [ғәр. 3^] (Р.: Бог, Господь, Всевышний; И.: God; T.: Huda) и. иҫк.
Дини ҡараш буйынса: бөтә донъяны яралтҡан, уның менән идара иткән юғары зат; Хоҙай, Алла (Алланы ололау һуҙе).
□ Бог, Господь, Всевышний. Хаҡ бәндәһе. Хаҡҡа тапшырыу. ■ Тумереңде уткәрмә һин юҡты теләп, Хаҡ ҡаршында ҡабул булмаҫ бындай теләк. М. Ғафури. Хаҡ Тәғәлә насип ҡылһын һау-сәләмәт ҡайтырға. Бәйеттән. • Ҡарама ҡабығы ҡаҡ булмай, Хаҡ бәндәһе таҡ булмай. Әйтем.
♦ Йәнеңде хаҡҡа тапшырыу үлеү.
□ Умереть. Хаҡ донъя ислам дине буйынса: үлгәндән һуң йәшәй торған урын; ахирәт; киреһе — фани донъя. □ Загробная жизнь.
■ [Хәжәр:] Был донъяла ҡәҙеремде белмәне, Хаҡ донъяла Аллаһы Тәғәлә курһәткән изгелектәремде еткерер уҙенә [иремә]. Ш. Янбаев. Хаҡҡа тапшырыу берәй эшкә тәүәкәллә-гәндә әйтелә; Аллаға тапшырыу. □ Решиться на что-л. Хаҡҡа тапшырып башлайыҡ. Хаҡ яҙмыш күрәсәк, яҙмыш. □ Судьба, рок.
■ Маңлайыңа яҙылған хаҡ яҙмышты һыпырып ташлап булмай ҡул менән. Халыҡ йырынан.
ХАҠ V и. диал. ҡар. һупайҙы. Хаҡ көндөҙ йоҡлай. Хаҡ ҡанаты.
ХАҠ VI (Р.: секач; И.: chopping knife; T.: satır) и. диал.
Үткер кәкре бысаҡ. □ Секач. Хаҡ менән киҫеу. Хаҡты уткерләу.
ХАҠАН (Р.: каган (титул императора в тюркоязычных государствах)', И.: Kagan; T.: kağan) и. иҫк. тар.
Урта быуаттарҙа төрки халыҡтарының ил башлығы титулы һәм шул титулды йөрөткән кеше; ҡаған. □ Каган (титул императора в тюркоязычных государствах).
■ Тарихта яҡынса IX быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән ғәскәр башлығы Баш-гирд исеме һаҡланған: уға булғарҙарға ҡаршы (Ғәрдәзи) бергәләп яу сабырға хазар хаҡаны тәҡдим иткән. Ғ. Хисамов.
ХАҠАРАТ [ғәр. З ] и. ҡар. хәҡәрәт. Хаҡарат булыу. Хаҡарат һуҙ. ■ [Ҡаранырҙа:] Кургәнем юҡ бындай хаҡаратты. X. Ғәбитов. Степан был ҡартҡа барып
ҡағылыуҙан инде баш тарта, шуның өсөн дә ул тик ҡырҙан ғына хаҡарат һуҙҙәр менән һугенә. Т. Хәйбуллин.
ХАҠАРАТ ЛАУ (хаҡаратла-) ҡ. ҡар. хәҡәрәтләү.
ХАҠИР БУЛЫУ (хаҡир бул-) (Р.: быть опозоренным, быть униженным кем-л., чем-л:, И.: be brought low; T.: hakir görmek) ҡ. иҫк. кит.
Хур булыу, кәмһетелеү. □ Быть опозоренным, быть униженным кем-л., чем-л. V Хур булып, хаҡир булып утте Себерҙә көндәре. С. Ҡудаш.
ХАҠЛАНЫУ (хаҡлан-) (Р.: оправдываться, быть оправданным; И.: be acquitted; T.: aklanmak) ҡ.
Ғәйепһеҙ тип танылыу; аҡланыу. □ Оправдываться, быть оправданным. Хаҡланып сығыу. Хаҡланып ҡалыу.
ХАҠЛАУ (хаҡла-) (Р.: одобрять; И.: approve; T.: onaylamak) ҡ.
1. Дөрөҫ тип табыу; хуплау. □ Одобрять. ■ [Баҡсасы:] Мин дә быны хаҡлайым. Үҫегеҙ, сәскәләнегеҙ, матурланығыҙ. М. Фәйзи.
2. Ғәйепһеҙ тип табыу; аҡлау. □ Оправдывать. Адвокаты хаҡлап алып ҡалды.
3. Ихтирам йөҙөнән сығып баһалау, хөрмәт күрһәтеү. □ Считаться с кем-л., чем-л. Аш хаҡын хаҡлау. М Иптәш хаҡын хаҡлап, барыһын ташлап, йыраҡ юлдарға ла мин сығам. Ғ. Рамазанов.
ХАҠЛЫ I (Р.: правый; И.: right; Т.: haklı) с.
1. Уй-фекере, һүҙе, ҡылған эше ысын хәлгә, дөрөҫлөккә ярашлы; дөрөҫ булған. □ Правый, справедливый. Хаҡлы икәнлеккә ышандырыу. ■ «Бөгөн кемдәр һөйләне — бөтәгеҙ ҙә хаҡлы, иптәштәр», — тип йомғаҡлау һуҙен башланы Бәхтийәров. Ш. Янбаев. Хәҙер серле йомғаҡтың иң сыуалсыҡ төйөнөн сискәс, тантана тойғоһо кисерһә лә хаҡлы ине ул [Шәрғиә]. Ә. Хәкимов. Сабит бер юлы әллә нисә ҡуян ҡыуырға тырыша, уйлабыраҡ ҡараһаң, ул да хаҡлы. А. Мағазов.
2. Ҡылған, эшләгән ниндәйҙер эш-хәрәкәткә ярашлы булған; урынлы. □ Законный, обоснованный; уместный, соответствующий. Хаҡлы талаптар. ■ Хаҡлы һорау тыуҙы:
343