Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 342 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХАКИМЛЫҠ
М Район хакимиәте бинаһында ут куренә. Н. Алсынбаев. Хакимиәт башлығы урынынан торҙо ла асыҡ тәҙрә алдына килеп баҫты. Р. Вәлиев.
ХАКИМЛЫҠ (хакимлығы) (Р.: власть, господство; И.: power, reign; T.: hakimlik) и.
1. Хаким булған, власть башында торған хәл. □ Власть, господство, владычество. М Батша хакимлығы, уның вәкилдәре ғумер баҡый халыҡтарҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйып, дошманлаштырып бөтөргән. М. Ғиләжев.
2. Көс-хоҡуҡ йәһәтенән булған өҫтөнлөк.
□ Власть, господство. Сәйәси хакимлыҡ.
■ Хәйҙәршиндең хакимлығы оҙаҡҡа бармай. В. Исхаҡов.
ХАКИМЛЫҠ ИТЕҮ (хакимлыҡ ит-) (Р.: господствовать, властвовать; И.: reign; T.: hakimlik etmek) ҡ.
1. Власть башында тороу, идара итеү.
□ Господствовать, властвовать. Хакимлыҡ иткән синыф. Илгә хакимлыҡ итеу. ■ Бынан бихисап йылдар элек беҙҙең бындағы башҡорт илендә Тимерхан тигән шаһ хакимлыҡ иткән. И. Ғиззәтуллин.
2. Өҫтөнлөк итеү, хужа булыу. □ Господствовать, властвовать. ■ Көс донъяла хакимлыҡ итә. Ф. Аҡбулатова. Тышта, икһеҙ-сикһеҙ һәм ҡырыҫ тәбиғәтле башҡорт ерендә, ҡыш хакимлыҡ итә ине. Д. Исламов.
ХАҠ I [ғәр. (3^] (Р.: правильный, истинный; И.: true; veracious; T.: hak) c.
1. Ысынға тап килгән; дөрөҫ, ысын.
□ Правильный, истинный; правдивый. / Правда, истина. Хаҡ һуҙ. ■ Хаҡ шелтәгә яуап һуҙ таба алмай өҙгөләнде .. йөрәк. К. Кинйәбулатова. Асылын эҙләп тормоштоң, ваҡлыҡтарын иләнем; хаҡ менән нахаҡ алышын төшөнөргә теләнем. Р. Бикбаев.
2. Дөрөҫлөк, тоғролоҡ төшөнсәһенә ярашлы; ғәҙел. □ Справедливый. Хаҡ эш.
■ [Юлай:] Юлдың хаҡ икәнен белеп, баш кутәрҙем. М. Кәрим. Ир-егеткәй ҡайҙа йөрөһә лә, ҡылған эше уның хаҡ булыр. Халыҡ йырынан.
3. Ысын мәғәнәләге; шикһеҙ. □ Правоверный, праведный. Хаҡ мосолман. ■ Киң Рәсәйҙең намыҫлы кешеләре ул хаҡ яуға
сыҡҡан ғәскәрҙәргә көн һайын, сәғәт һайын уҙ иректәре менән килеп ҡушыла: «Йә Рәсәй, йә улем!» — тип ҡулына ҡорал ала. Ф. Иҫәнғолов. [Миңзада:] Кем курһәтер хаҡ юлды, кем яҡтыға алып сығыр хәҙер был аҙашҡан йәндәрҙе?Р. Камал.
ХАҠ II [ғәр. ı>] (Р.: право; И.: law; Т.: hak) и.
Нимәлер ҡылырға йәки эшләргә ирек; хоҡуҡ. □ Право. Китергә хаҡы юҡ. Әйтергә хаҡың бар. ■ [Хафиз:] Миңә ундай яла яғырға бер кемдең дә хаҡы юҡ. М. Тажи. Хаҡыңды ал хөр саҡта, берләшеп ҡал форсатта. Ш. Бабич.
ХАҠ III [ғәр. (3^] (Р.: цена, стоимость; И.: price; T.: paha) и.
1. Нәмәнеңдер һатыу-алыуҙа аҡсалата билдәләнгән ҡиммәте; баһа. □ Цена, стоимость. Кыйбат хаҡ. Иген хаҡы. Хаҡ ҡуйыу. ■ Кәзә тиреһен Ташбатҡанда йә Гөмәр ауылында бик осһоҙ хаҡ менән йыйып була. Ж. Кейекбаев. Буталыштарҙан файҙаланып, урыҫ кускенселәре алған ерҙәренә хаҡ туләуҙән баш тарталар. Р. Байымов.
2. Эшләгән эшкә, түккән көскә аҡсалата ҡуйылған баһа. □ Плата, вознаграждение. Хеҙмәт хаҡы. ■ Улар [ҡатын-ҡыҙ] ярты хаҡҡа ас эшләй. Д. Юлтый. [Көтөусе] был байҙың малын яҙ көтә, йәй көтә, көҙ еткәс, эш хаҡын алырға тип байға килә. Әкиәттән.
3. Өлөш. □ Чья-л. доля. Кеше хаҡын ашау. Кеше хаҡына теймәу. ■ Йәтим-йәтим тимәгеҙ, йәтим хаҡын еймәгеҙ. Ҡобайырҙан.
4. кусм. Тотҡан әһәмиәтенән сығып бирелгән баһа; хөрмәт, ҡәҙер. □ Причитающееся; доля, часть, счёт. Курше хаҡы. Оло кеше хаҡы. Сабый хаҡы. • Курше хаҡы — Тәнре хаҡы. Әйтем.
♦ Хаҡ бесеү һатыулашып, хаҡ килешеү.
□ У становить цену (торгуясь); сторговаться. М Баҙарҙың һәр урынында халыҡ мыжғып тора. Хаҡ бесәләр, сауҙалашалар. Ғ. Дәүләтшин. Хаҡы (йәки бото) һуҡыр бер тин кәрәге, әһәмиәте юҡ тигән мәғәнәлә әйтелә.
□ Ломаного гроша не стоит. Юҡ хаҡҡа (йәки хаҡ менән) бик арзан, осһоҙ хаҡҡа.
□ Дёшево.
342