Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 483 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАНАЙ
ике ауылдың крәҫтиәндәре ялланып эшләй башланы. Ә. Бикчәнтәев.
2. Ниҙеңдер иҫәпләрлек күләме; дәүмәл.
□ Число, количество, численность. Хеҙмәт һаны. Һан артынан ҡыуыу. ■ Мотор тауышы, обороттар һаны үҙгәрмәне, прибор күрһәтеүенсә, температураһы үҫмәй.
А. Мағазов.
3. Кемдеңдер йәки ниҙеңдер иҫәбенә ингән өлөш. □ Число. ■ Әсә һөтөн имеп туймаған бәхетһеҙҙәр һанынан берәүмен. Ғ. Амантай. Киске Парижда машиналар кәмей, йәйәү йөрөүселәрҙең һаны арта. Ә. Бикчәнтәев.
4. Рәт иҫәбе менән билдәләнгән нәмә.
□ Номер. Журналдың тәүге һаны. М Илдарға ла мәктәптә газетаның байрам һанын сығарырға ҡуштылар. Р. Байбулатов. Отряд стена газетаһының үткән һанында Талип тураһында имзаһыҙ ғына «Маҡтансыҡ» тигән мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны. Р. Ғабдрахманов.
5. мат. Берәмекле иҫәп миҡдарын белдергән төшөнсә. □ Число. Аралаш һандар. Йоп һан. Таҡ һан. ■ Элегерәк контроль эш яҙғанда уның [Айҙарҙың] бөтә уйы һандар араһына сума ине. Р. Байбулатов. Бына бөгөн дә мин икс, игректар артына йәшенгән серле һандарҙы ҡуян эҙәрләгән аусы тырышлығы менән эҙләйем. Ә. Вәли. Ун ете һанын ишетеп ҡалыуға, Әҡлимә Бикмурзина һиҫкәнеп китте. X. Зарипов.
6. Шул төшөнсәне аңлатҡан билдә.
□ Цифра. Н Хаят йөҙгә тиклем булған һандарҙы яңылыша-яңылыша уҡып бирҙе. Һ. Дәүләтшина. Барый, дәфтәрендәге яҙыуҙарға ҡарап, картаға кәрәкле һандарҙы төшөрҙө, флажоктарҙы күсереп ҡуйҙы. Й. Мостафин.
7. грам. Нәмәне иҫәп яғынан аныҡлаған һүҙ төркөмө. □ Числительное. Ябай һандар. Кушма һандар. Төп һандар. Рәт һандары.
8. лингв. Йәнле һәм йәнһеҙ нәмәләрҙең берлеген һәм күплеген морфологик юл менән белдергән грамматик категория.
□ Число (грамматическая категория). Берлек һаны. Күплек һаны.
♦ Иҫәпкә бар, һанға юк иғтибарға алырлыҡ түгел тигән мәғәнәлә әйтелә. □ соотв. Ни богу свечка, ни чёрту кочерга. ■ Яңынан
тыуғандай үҙгәреп ҡайтты Тәрәнйылғаға Камалетдин, ләкин элеккесә иҫәпкә бар, һанға юҡ булып йәшәргә теләмәне. Р. Байымов. Колхоздың, иҫәпкә бар, һанға юҡ тигән шикелле, бер көн эшләһә, аҙна буйы ватылып ултыра торған бер машинаһы бар ине. Ш. Янбаев. Ни һан 1) бик күп. □ Много, очень много. ■ Күп эшләнең бөгөн, ни һан сиҙәм аҡтарҙың. Ш. Янбаев. Ҡорттоң емләп сәскәгә тиклем тамағын туйҙырыу өсөн ни һан бал кәрәк тә, ни һан шәкәр кәрәк. Ж. Кейекбаев; 2) «башҡаларға нимә тип әйтәһең инде» тигән мәғәнәлә. □ Что уж говорить об остальных. ■ [Рәхимә:] Күҙгә ҡарап тороп миңә һүҙ әйтәһең, башҡаһына ни һан. Һ. Дәүләтшина. Бына был мәхлүккә тиклем ошолай ҡыланғас, кешеләргә ни һан, тип уйланды Батыр. И. Ғиззәтуллин, һаны юк иҫәпһеҙ, бик күп. □ Бесчисленный. ■ Күл яғаһы — күк тирәк, күк тирәктең һаны юҡ. Ҡобайырҙан.
ҺАН II (Р .: уважение; И.: respect; esteem; homage; T.: saygı) и.
Тейешле баһа, ихтирам, иғтибар. □ Уважение, почтение, һан күрһәтеү. Юҡҡа һан.
ҺАН III (Р.: часть тела; И.: organ, limb; T.: vücudun bir kısmı) u.
Кеше һәм ҡайһы бер йәнлектәр кәүҙәһенең бер өлөшө. □ Часть тела, часть туши. Ал һан. Арт һан. ■ һыйырҙың арт һаны булғансы, себештең суҡышы булыу артығыраҡ. Ә. Бикчәнтәев. Бесәй, ал тәпәйҙәрен һуҙып, арт һанына ултыра биреп, ырғырға әҙерләнде. Яр. Вәлиев. Күк бейә, башын аҫҡа эйә биреп, арт һанын һауаға сөйә-сөйә, өйөр араһына сапты. Р. Ғабдрахманов.
♦ Дүрт һаны теүәл {йәки һау) аяҡ-ҡулы иҫән, бөтә ағзалары ла теүәл. □ Здоровый, целый и невредимый. ■ Дүрт һаным да теүәл дә баһа, — тип үрһәләнде Әхмәтғәли. Ә. Вәли. Дүрт һаны теүәл кешегә эш бөткәнме ни. Н. Ҡотдосов.
ҺАНАЙ (Р.: простой; И.: ordinary; Т.: basit) с. хәрби.
Ябай, ғәҙәттәгесә яһалған (янға ҡарата). □ Простой, обычный (о луке). ■ Кырҡар-иллешәр тинлек һанай йәйәләребеҙ ялан башҡорттарының унар-егермешәр һумлыҡ
483