Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 484 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАНАЛЫУ
әҙернә йәйәләренән артыҡтыр. «Батырша-ның хаты».
ҺАНАЛЫУ I (һанал-) ҡ. төш. ҡар. һанау I. страд, от һанау I. ■ [Вәлиҙең] һул ҡулының бармаҡтары бер нисә рәт һаналып сыҡтылар. М. Ғафури.
ҺАНАЛЫУ II (һанал-) (Р.: считаться; И.: be considered; T.: sayılmak) ҡ.
Ниндәйҙер баһа менән билдәләнеү, иҫәпләнеү. □ Считаться. И Әхмәтов, ғөмүмән, күңелле, шат кешеләрҙән һанала. С. Агиш. Эсендә тәмле ризыҡтар бешмәһә лә, иң ҡәҙерле ҡаралты һанала ине мейес. Р. Байбулатов. Ҡондоҙҙарҙың тиреһе ҡиммәтле һанала, сөнки һыу йәнлектәре бит улар. Т. Ғәниева.
ҺАНАМЫШ (Р.: считалка; И.: counting rhyme; T.: oyun tekerlemesi) и.
Балалар уйынын башлағанда тәртип билдәләү һ. б. өсөн әйтелә торған ҡыҫҡа таҡмаҡ.
□ Считалка. Һанамыш әйтеү, һанамыш ятлау. Тәңкә һалыусыны һанамыш менән билдәләйбеҙ.
ҺАНАТ (Р.: визирь; И.: aide; T.: sanat) и.
Батша эргәһендәге юғары вазифалы кеше; вәзир. □ Визирь. ■ [Таймаҫ батыр] бүләккә тип һанаттарына яҡшы арғымаҡтар алған, йөк тултырып тәпән-тәпән бал тейәгән. Ғ. Ибраһимов. Тәфкилев түрә күтәрелеп ҡараһа, офоҡтан ялтырап Нурғәли солтан һанаттары килә. Ғ. Хөсәйенов. Таҙ үҙе батша булып алды, ә теге батша уның баш һанаты булып ҡалды, ти. Әкиәттән.
ҺАНАТЫУ (һанат-) ҡ. йөкм. ҡар. һанау I. понуд. от һанау I. Ағас төптәрен һанатыу. Килем менән сығымдарҙы һанатыу. ■ Механиктың урамда туҡтатып аҡса һанаты-уының сәбәбен аңлап етмәһә лә, Ғайса бөгөнгө төшөмөн иҫәпләргә кереште. Н. Мусин.
ҺАНАУ I (һана-) (Р.: считать; И.: compute; count; numerate; T.: saymak) ҡ.
1. һандарҙы үҙ тәртибе менән әйтеү.
□ Считать, сосчитать. Йөҙгә ҡәҙәр һанау, һанай белеү. Һанарға өйрәтеү. М Бибекәй яңылыша-яңылыша булһа ла һанап, бисмилла әйтеп, ҡырҡ тапҡыр төкөрҙө. 3. Биишева. Минго утыҙға тиклем генә һанай белә. Ә. Бикчәнтәев.
2. Берәмекләп ниҙеңдер иҫәбен сығарыу; хисаплау. □ Считать, посчитать. Аҡса һанау.
■ Ике батыр ғәжәпһенеп ҡарап торҙо, .. ҡанса әҙәм бар икәнен һанап торҙо. «Бабсаҡ менән Күсәк». Установка янында ҡулына автомат тотоп торған Ишбулды үҙенең донъяла нисә йыл йәшәүен, ни өсөндөр, һанап сыҡты. Ғ. Аллаяров. Суйын тәгәрмәстәр, километрҙарҙы һанап, өҙлөкһөҙ туҡылдайҙар. Ә. Байрамов.
3. Нисектер баһалау, ниндәйҙер баһа менән ҡарау. □ Считать, расценивать кем-л., чем-л. Алйотҡа һанау. Дуҫ һанау. Кешегә һанау. ■ Кыпсаҡ аралары үҙҙәрен ауылдың аҫаба башҡорттары һанайҙар. Б. Бикбай. Карттың ябай ғына үҙ философияһы бар: ул был донъяға кешеләргә ярҙам итер өсөн, уларға булышыр өсөн килгәнмен тип һанай. Ә. Бикчәнтәев. Кәбир үҙен икеләтә ғәйепле һанай ине. Яр. Вәлиев.
4. миф. Төрлө ауырыуҙарҙы имләү өсөн һандарҙы әйтеү. □ Считать (магический способ лечения болезней с помощью счёта).
■ Күп ауырыуҙарҙы кирегә һанау ысулы менән бөтөрәләр. «Башҡорт мифология-һы»нан.
♦ Ҡабырғаны һанау ҡаты туҡмау.
□ соотв. Пересчитать рёбра, намять бока кому-то. ■ Көтөүселәр .. һыйырҙарға хәл йыйырға ирек бирмәйҙәр, сыбыртҡы осо әленән-әле уларҙың ҡабырғаһын һанап ҡына тора. И. Абдуллин, һанап бөткөһөҙ бик күп. □ Бесчисленный. ■ Бөгөн инде Ҡаръяуҙы яҡтарында юғары белемле кешеләре генәлә һанап бөткөһөҙ. Ә. Байрамов.
ҺАНАУ II (Р.: глупый; И.: foolish; silly; stupid; T.: aptal) с. диал. ҡар. алйот.
Аҡылға бер төрлө булған, аңра. □ Глупый, тупой, бестолковый, һанау кеше. Йәш саҡта һанау булаһың инде.
ҺАНАУЛЫ (Р.: считанный; И.: numbered; T.: sayılı) с.
1. Хисаплы, иҫәбе алынған, һаны билдәле.
□ Считанный, посчитанный, һанаулы аҡса. Һанаулы көн. ■ Барыр ерҙәр һанаулы: ашхана, клуб, ҡыҙҙар ятағы. Р. Солтангәрәев. Һуғыш ваҡытында һәр минут, һәр секунд һанаулы була. Б. Хәсән.
484