Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 485 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАНДА-ҺАЯҠ
2. кусм. Иҫәпле булған, күп түгел. □ Считанный. ■ Педагогия институтын тамамларға һанаулы айҙар ғына ҡалып бара. Ә. Вәли. Йәйге каникул башланырға һанаулы ғына көндәр ҡалған. Р. Ғабдрахманов.
ҺАНАУҺЫҘ (Р.: бесчисленный; И.: innumerable; countless; T.: sayısız) с.
Иҫәбенә сыҡҡыһыҙ; иҫәпһеҙ, күп. □ Бесчисленный. һанауһыҙ эш. һанауһыҙ мәшәҡәт. һанауһыҙ көндәр. ■ Харис менән Садиҡ яуап бирҙеләр: «Яҙғы сәсеу сәселгән, һөрөлгән ергә яңы төшәбеҙ, беҙҙә һанауһыҙ ер, иҫәпһеҙ мал, ҡорал юҡ». А. Таһиров.
ҺАНАШЫУ (һанаш-) ҡ.
1. урт. ҡар. һанау I. взаимн. от һанау I. Аҡса һанашыу. Һарыҡтарҙы һанашыу. М Һин — мин бит ул, куҙ йәшеңде куҙ алмаңда киптергән; төнөн йондоҙҙар һанашып, көндөҙ иҙел кистергән. Ф. К үҙбәков.
2. кусм. Кемде, нимәне иҫәпкә алыу, уның менән хисаплашыу, иҫәпләшеү. □ Считаться с кем-чем; принимать в расчёт, во внимание кого-что. ■ Ваҡыт менән һанашмай, көн-төн эшләтеп, эшселәрҙең майҙарын һығалар. Т. Хәйбуллин.
ҺАНҒА АЛЫУ (һанға ал-) ҡ. ҡар. һанлау. һанға алып бармау.
ҺАНҒА ҺУҒЫУ (һанға һуҡ-) ҡ. ҡар. һанлау. В Ғәлиәхмәт кешеләрҙе һанға һуғып барманы, фекер-кәңәштәргә ҡолаҡ һалманы, шуның менән уҙен башҡаларға ҡаршы ҡуйҙы. Р. Байымов. Кешене һанға һуҡмауҙан да әсе хурлай торған нәмә юҡ ул донъяла. Б. Бикбай.
ҺАНДАЛ I [фарс. ] (Р.: сандаловый; И.: santalaceous; T.: sandal) с.
Үтә ныҡ сағыу ал төҫтәге. □ Сандаловый, ярко-розовый. Һандал кулдәк. Һандал таҫма. Һандал яулыҡ. В Шаңдаҡтағы һандал болот өйкөмдәре, ғәжәйеп һындар яһап, йәштәрҙе куңел-булмыштары менән то-тошлайына тәбиғәттең мөғжизәле донъяһына алып инде. Ә. Ғибәҙәтов.
ҺАНДАЛ II [фарс. ] (Р.: румяна; И.: rouge; paint; T.: allık) и.
Алһыу төҫтәге кершән. □ Румяна. ■ Кыҙ-ҙар яңы кулдәктәрен кейеп, биттәренә һандал буяп килгәндәр. Ж. Кейекбаев. Сабира,
бәләкәй өҫтәлгә былтыр һатып алған кескәй, аҡ ҡалайҙан яһалған рамлы көҙгөнө ултыртып, алһыу битенә һандал һөрттө. Ғ. Хәйри.
ҺАНДАЛ III (Р.: наковальня; И.: anvil; T.: örs) и.
1. Тимерлектә тимер сүкеү өсөн ҡулланылған ҙур түш. □ Наковальня. В Аласыҡ эсендә — өлкән курек, иҙән уртаһында — һандал, көлдөксәлә сукеш, ҡыҫҡыстар ята, бер яҡ ситкә кумер өйөп ҡуйылған. Н. Мусин. Хужа землянканың алыҫ мөйөшөндәге һандалда ҡыҙған тимерҙе йән асыуы менән сукей ине. Ә. Вәли. Һандалға сыңлап төшкән ауыр сукеш тауышы иртә таңдан алып куҙ бәйләнгәнсе тынып торманы. Ә. Байрамов.
2. миф. Арбау, им-томда ҡулланылған әйбер. □ Наковальня (сакральный предмет, участвующий в заклинаниях и заговорах), һандал менән имләу.
ҺАНДАЛ IV [гр. santalon < санск. san-danas ‘ялтыр’] (Р.: сандал; И.: sandalwood; Т.: sandal) и.
Хуш еҫле майы булған мәңге йәшел тропик ағас. □ Сандал (лат. Santalum.) һандал ағасы, һандал майы. Һандал сәскәһенең еҫе.
ҺАНДАЛЛАНЫУ (һандаллан-) (Р.: розоветь; И.: appear pink; T.: allanmak) ҡ.
Һандал төҫкә инеү. □ Розоветь, румяниться. В Кыҙҙарҙың алланып, һандалланып, купереп тора ине йөҙҙәре. Ш. Бабич.
ҺАНДАУ I и. диал. ҡар. һалдау. Һандау менән балыҡ тотоу.
ҺАНДАУ II (Р.: деревянное ведро для кумыса; И.: wooden pail for koumiss; T.: kımız için ahşap kova) и.
Ҡымыҙ һала торған ағас күнәк. □ Деревянное ведро для кумыса. Һандау тулы ҡымыҙ. Һандауға ҡойоу. Ҙур һандау.
ҺАНДАУ III (һанда-) ҡ. диал. ҡар. һанлау. Кешегә һандау. Ата-әсәне һандау. Ғаилә традицияларын һандамау.
ҺАНДА-ҺАЯҠ (Р.: редко; И.: rarely; T.: seyrek) р.
Әллә ниҙә бер; бик һирәк. □ Редко, һанда-һаяҡ осрау. В Азаттың тауышы һанда-һаяҡ сығып ҡала. «Ағиҙел», № 3, 2012.
485