ҺАНДУҒАС
ҺАНДУҒАС (Р соловей; И.: nightingale; T.: bülbül) и.
1. зоол. Барҡылдаҡтар ғаиләһенә ҡараған матур һайрай торған бәләкәй күсәр ҡош; былбыл. □ Соловей (лат. Luscinia). ■ Быйыл урмандарҙа һандуғастарҙың һайрауы ла, кәкүктәрҙең ҡысҡырыуы ла бөтөнләй башҡаса буласаҡ. И. Абдуллин. Ағиҙел яры буйындағы был баҡсала һандуғастар һайраша, улар ағастарҙан ағастарға осоп ҡуналар ҙа ботаҡтарҙа тирбәләләр ине. Ә. Байрамов. Төнгө тынлыҡ. Ағаслыҡта һандуғас моңо. С. Юлаев.
2. миф. Тотем ҡошо. □ Соловей (мифологизированная птиңа; тотем, прародитель, первопредок). ■ Һандуғастың йомортҡаларын алған малайҙың атаһы үлде. Халыҡ ижадынан.
ҺАНДЫҠ I (һандығы) [ғәр. (Р.:
сундук; И.: chest; box; T.: sandık) и.
1. Әйбер һаҡлай торған ҡапҡаслы ҙур ҡумта, ғәҙәттә, йоҙаҡлы, тимер менән көп-ләүле. □ Сундук. Һандыҡ ҡолағы. Һандыҡ тояғы. ■ Мөйөштә торған ҙур ғына һары һандыҡтан Зәйтүнә берәм-берәм уҙенең запас кейемдәрен һөйрәп сығара башланы.
В. Исхаҡов. Сәлиха өйгә инеп, һандығынан бала итәкле берҙән-бер сатин күлдәген алып кейҙе. Ж. Кейекбаев.
2. этн. Кейәүгә барған ҡыҙға кәрәк-яраҡ тултырып, бирнә итеп ебәрелә торған ҡумта.
□ Сундук (в который складывается приданое). ■ Түрьяҡта Әминә артынан бирнә булып килгән аҡ ҡалай ҡоршаулы ағас һандыҡ ултыра ине. Р. Байымов.
ҺАНДЫҠ II (һандығы) (Р.: объедья;
И.: leavings; T.: yemek artıkları) и.
Мал ашағандан ҡалған эре-торо бесән йәки һалам. □ Объедья, остатки сена или соломы (от корма домашних животных). ■ Әбделхаҡ аҙбарҙағы бесән һандығын, тиҙәктәрҙе утынлыҡҡа көрәп сығарып, ут төрттө. Ж. Кейекбаев.
ҺАНДЫҠ АЯҒЫ (Р .: узорчатая подставка; И.: kind of prop; T.: desenli altlık) и. этн.
һандыҡ йәки йыйыулы ҡаралды аҫтына ҡуйыла торған семәрле биҙәлгән күтәрмә.
□ Узорчатая подставка (под сундук, для
постельных принадлежностей). ■ Урындыҡтың бер яҡ башында һандыҡ аяғы өҫтөнә һандыҡ ултыртылған. Ш. Шәһәр.
ҺАНДЫҠЛАУ (һандыҡла-) (Р.: оставлять объедья; И.: be choosy while eating; T.: yemek artıklarını bırakmak) ҡ.
Һайлап ашап, ҡалғанын һандыҡҡа (II) әйләндереү. □ Оставлять объедья. Һандыҡлап ашау. һарыҡтар бесәнде һандыҡлап бөтөргән.
ҺАНДЫРА (Р.: копуша; И.: dawdler; T.: yavaş davranan kimse) и. диал. ҡар. ығыш.
Әкрен ҡуҙғалыусан, яй эшләгән кеше.
□ Копуша. Һандыра ла инде беҙҙең килен!
ҺАНДЫРАЙ и. ҡар. һандыраҡ, һандырай инде был кейәү, аптырай ҙа китә.
ҺАНДЫРАҠ (һандырағы) (Р.: одуревший; И.: strung out person; T.: velveleli) и.
Аптыраған, ҡаңғырған кеше. □ Одуревший, суматошный человек. ■ [Карамырҙа:] Эй өйөрлө алйот, һандыраҡ! X. Ғәбитов.
ҺАНДЫРАТЫУ (һандырат-) (Р надоедать; И.: pester smb; T.: bıktırmak) ҡ. диал. ҡар. аптыратыу.
Кемделер ялҡытып, йөҙәтеп йөрөү.
□ Надоедать, докучать, донимать. Кешене һандыратыу. Һандыратып сығыу. Туҡтауһыҙ һандыратыу.
ҺАНДЫРАУ (һандыра ) (Р.: сбиваться с толку; И.: become stupefied; T.: şaşırmak) ҡ.
1. Ни эшләргә белмәй аптырау; ҡаңғырыу.
□ Сбиваться с толку; дуреть, отупеть. Һандырап бөтөү. Һандырап сығыу. ■ Ҡарт председатель һаман һүҙҙең айышына төшөнә алмай ҡаңғыра: — Ниндәй ат? Бер ҙә төшөнә алмай һандырап ултырам әле, -тине. Р. Өмөтбаев.
2. Ҡаңғырып, аптырап, теләһә нәмә, юҡ-барҙы һөйләү. □ Болтать вздор, нести чушь. Һандырап тороу. Һандырап йөрөү. Юҡты һандырау.
ҺАНДЫРЛАУ (һандырла-) (Р.: болтать без умолку; И.: blabber forth; T.: çene çalmak) ҡ.
Бытырлау, күп һөйләү. □ Болтать без умолку. ■ [Әбей:] Бабай, үҙең генә һандырлама, кешегә лә һөйләргә хут бир. Ш. Янбаев.
486