ҺАҢҒАУ
ҺАНЛАНЫУ (һанлан-) ҡ. ҡар. һаналыу II. Олоға һанланыу. М Донъялыҡта йөҙөңә ҡыҙыллыҡ килмәһә, баҡыйлыҡта ла һанланырһың. Г. Яҡупова.
ҺАНЛАУ (һанла-) (Р.: считать кем, И.: consider as; T.: sanmak) ҡ.
Иғтибарға алыу, тейешле баһаға ҡуйыу; иҫәпкә, һанға алыу. □ Считать кем, брать в расчёт, считаться с кем-л. ■ Ҡомартҡыларын һанларҙай кеше килһә, йәшәй ҙә китә ул Хасбулат апам. 3. Биишева, һанлаһағыҙ әгәр, дуҫтар, мине, зинһар инде, бәғзе бәләләрҙән һаҡлағыҙ. Й. Солтанов.
ҺАННАС (Р.: сатана; И.: Satan, Belial; T.: iblis) и. диал. ҡар. иблис.
Мосолман динендә кешене имандан яҙҙыра торған зат. □ Сатана, дьявол. Һаннас ҡотҡоһо. Һаннас затынан. Һаннас ене ҡағылған.
ҺАНТЫЙ (Р.: глупый; И.: foolish; silly; stupid; T.: aptal) с. диал. ҡар. иҫәр.
Аҡылһыҙ, алйот. □ Глупый. ■ һантый, тип әрләне уҙен ҡыҙ бала, төнө буйы керпек тә ҡаҡманы. Р. Камал. Салих, яман асыуланып, уҙен уҙе әрләргә кереште: «Алйот! һантый!» X. Мохтар. Һантый әҙәмде куреп ҡалып, яр буйында йыйылған халыҡ геу-шыу килде. Ә. Бикчәнтәев.
ҺАНТЫР с. диал. ҡар. һантый. Һантыр ҡатын. Һантыр кеше.
ҺАНТЫУ (һанты-) (Р.: ошибаться; И.: be mistaken; T.: hata etmek) ҡ. диал.
1. Хаталы ҡарашта булыу, яңылышыу.
□ Ошибаться, запутаться, һантып китеу. һантый башлау, һантымай ғына һөйләу.
2. Хаталы йүнәлештә булыу, аҙашыу.
□ Заблудиться. Һантып йөрөу. Юлда һан-тығанмын.
ҺАНУҘ [фарс. р. иҫк. ҡар. һаман. ■ Ҡоштар ишле-ишле, ә мин генә һануҙ яңғыҙым. М. Тажи.
ҺАНҺЫҘ I (Р.: бесчисленный; И.: innumerable; countless; numberless; T.: sayısız) c.
Һанап бөткөһөҙ; иҫәпһеҙ; күп. □ Бесчисленный, неисчислимый. ■ Куктә һанһыҙ йондоҙҙар уртаһында туңәрәк тулы ай йөҙә.
С. Агиш. Юл буйҙарында, ҡара тупраҡҡа һибелгән һанһыҙ йәшел бөртөктәр һымаҡ,
бәпкә уләндәре шытып килә, һәм тауҙан тубәндә бутәгә йәшәрә. Ә. Вәли. Тимербу-латованың сәғәт ярым һөйләгән доклады Айбикә өсөн һанһыҙ ғумер һымаҡ тойолдо. һ. Дәүләтшина.
ҺАНҺЫҘ II (Р.: неуважаемый; И.: irreverent; T.: saygısız) с.
Иҫәпкә, һанға алырлыҡ түгел; баһаһы юҡ, ҡәҙерһеҙ. □ Неуважаемый, непочитаемый.
■ Ғәмһеҙгә ғаилә лә һанһыҙ. Ғ. Хөсәйенов. Арғымаҡ яңғыҙ, егет малһыҙ, малһыҙ егет була шул һанһыҙ. Халыҡ йырынан. • Малһыҙ донъя — һанһыҙ. Әйтем.
ҺАНҺЫҘ III (Р.: увечный; И.: maimed; T.: sakatlanan) с. диал. ҡар. зәғиф.
Ниндәйҙер бер ағзаһы етмәгән, ғәрип.
□ Увечный, һанһыҙ ир. Һуғыштан һуң һанһыҙ булып ҡайтты.
ҺАНҺЫНЫУ (һанһын-) ҡ. ҡар. һанлау.
■ һанһынмайһың инде, ә?! — тип һораны [Ямаҡаев Хөрмәттән] янау менән. Яр. Вәлиев.
ҺАНҺЫРАУ (һанһыра-) ҡ. диал. ҡар. һандырау, һанһырап бөтөу. Аптырауҙан һанһырау. һанһыраған бабай.
ҺАНЪЯУ с. диал. ҡар. һантый, һанъяу ҡарт. һанъяу булып йөрөу.
ҺАНЪЯУЛАНЫУ (һанъяулан-) (Р.: дуреть; И.: grow stupid; become stupefied; T.: çıldırmak) ҡ. диал. ҡар. алйотланыу.
Аҡылдан яҙыу, иҫәрләнеү. □ Дуреть, одуреть, һанъяуланып йөрөу. һанъяулана башлау. Нишләргә белмәй һанъяуланыу.
ҺАҢАҠ (һаңағы) и. диал. ҡар. һағаҡ I. Балта һаңағы. Балтаның һаңағы менән сабыу.
ҺАҢАУ с. диал. ҡар. һантый. Һаңау малай. Әй, һаңау ҙа инде һин!
ҺАҢҒАУ (Р.: отрыгнутая пища; И.: disgorged food; T.: kusmuk) и.
Ҡайһы бер ҡош, йәнлектең ашҡаҙандан кире сығарып, балаһына ашатҡан аҙығы.
□ Отрыгнутая пища (которой птицы или животные кормят детёнышей), һаңғауҙы йотоу, һаңғауҙы сығарыу. Эт көсөктәрен һаңғауы менән туҡландыра.
487