ҺАҢҒЫРАУ
ҺАҢҒЫРАУ (Р: глухой; И.: deaf; T.: sağır) с.
1. Ишетеү һәләте кәм булған йәки бөтөнләй ишетмәгән. □ Глухой. ■ Ике һаңғырау балыҡсы осрашҡан, ти. С. Поварисов. Тимерсе һаңғырау ине, уҙен уратып алған кешеләргә һөҙөп бер ҡараны ла эшен дауам итте. Б. Рафиҡов.
2. кусм. Асыҡ түгел, тоноҡ яңғыраған. □ Глухой, тихий (звук). М Бәхтейәр ағай кутәрелеп ҡарамай, һаңғырау тауыш менән мығырлай. А. Карнай.
3. лингв. Тауыш ҡатнашмай, шау ярҙамында яһалған. □ Глухой (о звуках). Һаңғырау тартынҡылар. Һаңғырау өндәр.
к. кусм. ҡар. һәтәү I. Әллә һаңғырау инде, әйткәнде аңламай!
ҺАҢҒЫРАУ БӘШМӘК (бәшмәге) (Р.: дождевик; И.: puff-ball; T.: kurtmantarı) и. биол.
Аҡ төҫтәге ҡыуыҡ кеүек йомро башлы бәшмәк. □ Дождевик, дождевой гриб (лат. Lycoperdori). ■ Ҡайынлыҡ ауылындағы болонда ҙур бәшмәк таптыҡ. Беҙҙең яҡта уны «һаңғырау бәшмәк», шулай уҡ «ҡыуыҡ бәшмәк» тип тә йөрөтәләр. «Башҡортостан», 25 ноябрь 2014.
ҺАҢҒЫРАУ КЕСЕРТКӘН (Р.: глухая крапива; И.: white nettle; T.: beyaz ballıbaba) и. бот.
Киртләс япраҡлы, йөнтәҫ һабаҡлы, ваҡ ҡына алһыу сәскәле саҡмай торған күп йыллыҡ үлән үҫемлек. □ Глухая крапива; яснотка белая (лат. Lamium album). ■ һаңғырау кесерткән япрағын май — июлдә йыялар. .. Уны ҡояшта киптерергә ярамай, юғиһә сәскәләре ҡойоласаҡ. Һабағы тиҙ генә һыныусан булһа, тимәк, ул кибеп еткәнде аңлата. «Йәшлек», 21 апрель 2009.
ҺАҢҒЫРАУЛАНДЫРЫУ (һаңғырау-ландыр-) (Р.: оглушать; И.: deafen; T.: sağıra çevirmek) ҡ.
һаңғырау (1) итеү, һаңғырауға әйлән-дереү. □ Оглушать, делать глухим. Көслө шартлау ҡолаҡты һаңғырауландырҙы.
ҺАҢҒЫРАУЛАНЫУ (һаңғыраулан-) (Р.: глохнуть; И.: grow deaf; T.: sağırlaşmak) ҡ.
һаңғырау (1) булыу, һаңғырауға әйләнеү.
□ Глохнуть, оглохнуть, стать глухим. ■ Алдан урмәләгән танкыны шартлатҡан Ғөбәйҙуллиндың ике аяғы яраланды, ҡолағы һаңғырауланды. Я. Хамматов.
ҺАҢҒЫРАУЛЫҠ (һаңғыраулығы) (Р.: глухота; И.: deafness; T.: sağırlık) и.
һаңғырау булыу хәле. □ Глухота. Һаңғыраулыҡтан йонсоу. ■ Ярым һаңғыраулығы, курәшлеге арҡаһында уртаҡ хәбәрҙе көтөлмәгән яҡҡа һуҡтыра ла ҡуя ҡайһы саҡта Хәмит ағай. С. Шәрипов.
ҺАҢҠЫТЫУ (һаңҡыт ) (Р.: издавать запах; И.: emit odour; T.: koku çıkarmak) ҡ. диал. ҡар. аңҡытыу.
Тирә-яҡҡа еҫте таратыу, бөркөлдөрөү.
□ Издавать, распространять запах. ■ Ер йөҙөндә төрлө сәскә төрлө еҫтәр һаңҡытыр. X. Ғәбитов.
һ АҢҠЫУ (һаңҡы-) (Р.: пахнуть; И.: scent of; T.: kokmak) ҡ. диал. ҡар. аңҡыу.
Еҫ таратыу, бөркөү. □ Пахнуть, распространяться (о запахе). Тәмле еҫ һаңҡый. Еҫ һаңҡыны.
ҺАҢРАҠ (һаңрағы) (Р.: мочка; И.: lobe; T.: kulakmemesi) и. диал. ҡар. йәрпесәк I.
Ҡолаҡтың аҫҡы йомшаҡ өлөшө. □ Мочка (уха), һаңраҡты тиштереу. һаңраҡтан тартыу.
ҺАҢРАУ МЕЙЕС (Р.: низкая печь в летней кухне; И.: kind of stove; T.: alçak soba) и. диал.
Тәпәшәк кенә итеп сығарылған аласыҡ мейесе. □ Низкая печь в летней кухне. Һаңрау мейес сығарыу. Һаңрау мейестә бешереу. Һаңрау мейескә ут яғыу.
ҺАП I (һабы) (Р.: ручка; И.: handle; hilt; grip; T.: sap) и.
Эш ҡоралдарының тотоу өсөн ҡулайлаштырылған өлөшө, тотҡа. □ Ручка, рукоятка; черенок, древко. Кәрәк һабы. Балта һабы. Бысаҡ һабы. ■ Илмырҙа өҫтәл янына килде һәм, сәй ҡойорға самалап, сәйнук һабына тотондо. Ш. Бикҡол. Инеусе йәш кенә егет ине. Ҡултығына бысҡыһын, бил ҡайышына һабы дөйә арҡаһына оҡшаған балтаһын ҡыҫтырған. Р. Ғабдрахманов. • Балта һабы беләктән башлана, уткерлеге — йөрәктән.
488