ҺАПЛАУ
Әйтем. Ҡатыным үлде — ҡамсымдың һабы һынды. Әйтем. Һабы тура килһә — йәбе килмәй; йәбе килһә — һабы килмәй. Әйтем.
♦ һапһыҙ ҡара балта башын баҫып эште ныҡ эшләгән баҫалҡы кешегә ҡарата әйтелә.
□ Ломовая лошадь, рабочая лошадка. ■ Зәлифә ул туй ҙа күрмәй, аш та күрмәй, ул тик һапһыҙ ҡара балта, тик эшләүҙе генә белә. Т. Хәйбуллин. [Ғөбәйт] эш өсөн генә яратылған, торғаны колхоздың һапһыҙ ҡара балтаһы инде. Р. Өмөтбаев.
ҺАП II (һабы) (Р.: суконное голенище обуви; И.: cloth boot-top; T.: çuha konç) и. этн.
Ҡатаның өҫкө тула ҡунысы. □ Суконное голенище обуви. Ҡата һабы. Һабын яңыртыу. һабы оҙон ҡата.
ҺАП III (Р .: гоп; И.: һор!; Т.: һор!) ымл.
Нимәнелер күтәргәндә йәки тартҡанда көс биреү өсөн әйтелә. □ Гоп. Н Шәмсиҙе төшөрөгөҙ, бейеһен! — тине нәҙек тауыш менән Һәжәр. — Һап, һап! — тип ярҙамлаша башҡалар. Ғ. Хәйри.
♦ һап итеп тороу нимәлер эшләргә әҙер булып, һикереп сығып тороу. □ Быть (всегда) готовым. ■ [Иҙел:] Атҡа ултырып, фәлән ергә барып ҡайт, тиһәң, ул [Сәлимә] һап итеп торор ине. Ш. Насыров. Яу эше — йән эше, берәү ҙә һап итеп тормай. Ғ. Хөсәйенов. Уныһы [Ҡәбир] шайтандай сос, тиҙ шымарҙы, ҡала тиһәң, һап итеп тора. Р. Байымов.
ҺАПА (Р.: уравновешенность; И.: equilibrium; T.: denge) и.
Баҫалҡылыҡ, эш, тормоштағы әҙәп-тәртип. □ Уравновешенность, степенность. Һапа булыу. • Аҡ һөттөң апаһы — һауынсының һапаһы. Әйтем.
ҺАПАЛАҠ (һапалағы) и. диал. ҡар. һәпәләк. Һапалаҡ уйнау.
ҺАПАЛЫ (Р.: спокойный; И.: calm; quiet; T.: sakin) с.
1. Баҫалҡы холоҡло, әҙәпле, тәртипле.
□ Спокойный, уравновешенный, степенный (о характере). ■ Һәр ваҡыт һапалы, баҫалҡы Салих түҙә алманы. X. Мохтар. Ат йәнле, малай сүрәтле Ҡөнһылыу шунан бирле был уйынсыҡҡа сат йәбеште, тыныс, оялсан
тәбиғәтле, һапалы Ҡүкһылыуы уны инәлеп тә, аҙға ғына булһа ла һорап ала алмай. Т. Ғарипова.
2. диал. Талғын, көслө булмаған. □ Слабый, тихий (о ветре). Һапалы ел.
ҺАПАР (Р.: не разбирающийся в счёте; И.: unable to count; T.: sayı bilmeyen) с. диал.
Иҫәп белмәгән. □ Не разбирающийся в счёте, һапар кеше нисә тауығы барын да белмәй.
ҺАПАТА (Р.: неряшливый; И.: slovenly; careless; T.: çapaçul) c.
Булдыҡһыҙ, әрпеш. □ Неряшливый. һапата ҡатын. ■ Ололар алдында ҡаршы һүҙ әйтергә нисек оялмайһың, һапата, — тип асыуланды Сажиҙә көндәшенә. Я. Хамматов.
ҺАПҠЫН (Р.: праща; И.: sling; catapult; T.: taş sapanı) и. хәрби.
Ташты атып бәрә торған уртаһы тоҡанлы оҙон бау. □ Праща (верёвка с петлёй посредине для метания камней). М Бөрйән егеттәре яңынан ҡойма өҫтөнә сығып теҙелделәр, яндарын, һапҡындарын ҡорорға керештеләр. Б. Рафиҡов. Бикйән һапҡын менән бәреп өс һуйыр алды. «Бикйән мәргән».
ҺАПЛАМ (Р.: нитка на одно вдевание; И.: short thread; T.: ip) u.
Энәгә бер һабаҡларға етерлек еп. □ Нитка на одно вдевание. V Әсәйемдең күлдәк иҙеүендәге һаплам еп үткәрелгән энәһе беҙ йыртҡан кейемдәрҙе бөтәйтергә, ямарға һәр ваҡыт әҙер генә була ине. Ш. Янбаев.
ҺАПЛАНЫУ (һаплан-) ҡ. төш. ҡар. һаплау. страд, от һаплау. Һапланған балта, һапланған кәрәк. Һапланған һәнәк.
ҺАПЛАТЫУ (һаплат-) ҡ. йөкм. ҡар. һаплау, понуд. от һаплау. Һепертке һаплатыу. Салғы һаплатыу. Ҡөрәк һаплатыу. Тырма һаплатыу.
ҺАПЛАУ (һапла-) (Р.: насаживать; И.: skewer; T.: saplamak) ҡ.
1. Нимәгәлер һап ҡуйыу, һаплы итеү. □ Насаживать ручку, рукоятку. ■ Шәһит ҡарт тырманы һаплап бөтөп, йөҙлөккә һөйәнелә тағы бер аҙ ятып алды. 3. Биишева. Үҙенең балсыҡ өйөндә ул [Исабәк] көн буйы, сәң-сәк, сәң-сәк килеп, йә биҙрә төпләй, йә сүмес һаплай, йә ҡомған тотҡаһы сейнәй.
489