Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 490 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАПЛАШЫУ
М. Кәрим. Мин арҡама тимер ҡапҡандар һалынған биштәр артмаҡлайым, кисә генә атайым һаплап, уткерләп биргән бәләкәй балтаны тотам. Д. Шәрәфетдинов.
2. диал. Энәгә еп кейҙереү, һабаҡлау.
□ Вдевать нитку в иголку. Энә һаплау.
■ Гөләйшә инәйем, кәйефләнеп, елтән-елтән атлап, теген машинаһы янына килеп ултырҙы ла: — Булат, кил әле, энәһен һаплап бир, — ти. К. Кинйәбулатова.
♦ Ҡырынға (йәки кирегә) һаплау ыңғай мәғәнәле һүҙҙе, эш-ҡылыҡты тиҫкәрегә тартыу, ҡапма-ҡаршы мәғәнә сығарыу. □ Переиначивать. ■ Әңгәмәнең икенсе яҡҡа һуғылғанын, хандың кирегә һапларға тотонғанын тойоп, һуҙҙе бөтөрөргә булды Тәфкилев. Ғ. Хөсәйенов. [Солтан] минең башымды нисек кенә ыңғайға һыпырһа ла, мин кирегә һаплайым. С. Ҡудаш.
ҺАПЛАШЫУ (һаплаш ) ҡ. урт. ҡар. һаплау 1. взаимн. от һаплау 1. Балта һап-лашыу. Көрәкте һаплашыу.
ҺАПЛЫ (Р.: с ручкой; И.: with a handle; T.: saplı) с.
Һабы, тотҡаһы булған, һап ҡуйылған.
□ С ручкой, с рукояткой, с черенком.
■ Көмөш кенә һаплы булат ҡылыс .. Каһым турә аҫҡан биленә. Халыҡ йырынан. Атайым йыуан һаплы һепертке менән иҙән һепереп йөрөй ине. Р. Ғабдрахманов. Уның [Гибаттың] бер ҡулында йәйпәгерәк сеуәтә, икенсеһендә кәкре һаплы ағас ижау. Ж. Кейекбаев.
ҺАПМА (Р.: тесёмка нагрудных украшений; И.: kind of string; T.: bağ) и. этн.
Селтәрҙең, һаҡалдың муйынға элә торған тәңкәле бауы. □ Тесёмка для прикрепления нагрудных украшений, һапма тегеу. һаҡал һапмаһы, һапманы алыштырыу. Оҙон һапма.
ҺАПМА ИҘЕҮ (Р.: нагрудник; И.: breast part; T.: göğüslük) и. этн. ҡар. күкрәксә.
Ҡатын-ҡыҙҙың иҙеүҙе ябыу өсөн күлдәк эсенән кейгән ҡорап йәки сигеп эшләнгән түш ябыуы; түшелдерек. □ Нагрудник, женская нагрудная повязка, һапма иҙеу тағыу, һапма иҙеугә биҙәк сигеу. Буләккә һапма иҙеу бирҙеләр. Тәңкәле һапма иҙеуе.
ҺАПМАР (Р.: сборка; И.: frill; T.: farfala) и. диал. ҡар. бөрмә I, 1.
Кейемдең йыйырып, бөрөп теккән урыны. □ Сборка, оборка, складка. Итәк һапмары. Кулдәккә һапмар һалыу. Һапмар һалып тегеу.
ҺАПМА СУҠ (суғы) (Р.: кисть на нагруднике; И.: fringe on a breast part; T.: göğüslük üzerindeki püskül) и. этн.
Түшелдерек, һаҡал өҫтөндәге суҡ. □ Кисть, бахрома на нагруднике. Һапма суҡ менән биҙәлгән һаҡал, һапма суҡ тағыу.
ҺАП-ҺАРЫ (Р.: ярко-жёлтый; И.: bright yellow; T.: sap sarı) с. артыҡл. дәр. ҡар. һары. превосх. степ, от һары.
Ныҡ асыҡ һары төҫтә. □ Ярко-жёлтый. Һап-Һары бәпембә. Һап-Һары кулдәк. Һап-Һары япраҡ. ■ Комбайнды «баҫыу карабы» тип, моғайын, дөрөҫ әйтәләрҙер: ана, диңгеҙ кеуек, куҙ куреме офоҡта даръя тулҡында-рылай һап-һары иген сайҡала. Р. Байымов. Йәмилдең әйберҙәре араһынан һап-һары бер лимон килеп сыҡты. Р. Байбулатов. Иҙәндәре генә тугел, стеналарына хәтле һап-һары итеп ҡырып йыуылған был ғәжәп таҙа, иркен өй Емешкә әкиәттәге батша һарайы кеуек матур куренә. 3. Биишева.
ҺАПЫЛДАТЫУ (һапылдат-) (Р.: похлопывать; И.: pat kind of magical rite; T.: okşamak, sıvazlamak) ҡ. миф.
Ҡурҡыуҙы имләү өсөн арҡаға, күкрәккә ус менән һуҡҡылау. □ Похлопывать (магический способ лечения испуга). Арҡаһынан һапылдатыу. Һапылдатып алыу. ■ Алдан, арттан йөрәкте һуҡҡылауҙы һапылдатыу, тиҙәр. «Башҡорттарҙың им-том китабы»-нан.
ҺАПЫЛДАТЫУ ӘПСЕНЕ (Р.: заговор болезней сердца; И.: heart trouble hexe; T.: kalp hastalığından bir tür büyü) и. миф.
Йөрәк ауырыуҙары име. □ Заговор болезней сердца. Һапылдатыу әпсенен һамаҡлау, һапылдатыу әпсене менән имләу.
ҺАПЫРЫУ I (һапыр-) (Р.: мешать;
И.: mix; T.: karıştırmak) ҡ.
Буҙа, ҡымыҙ һымаҡ эсемлектәрҙе, ҡайнап ултырған һурпаны, һөттө сүмес менән һоҫоп, үрҙән кире ҡойоп болғатыу. □ Мешать,
490