Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 491 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАРАЛЙЫН
перемешивать. Һапырып тороу. Буҙаны һапырыу. Ҡымыҙҙы һапырыу. ■ Этҡот алдындағы тәпәндә элеуле торған ижауҙы алып, ҡымыҙҙы һапырҙы. Ғ. Дәүләтшин. [Мирғәйшә] һапыра-һапыра касаларға ҡымыҙ ҡоя башланы. С. Ҡудаш.
ҺАПЫРЫУ II (һапыр-) ҡ. диал. ҡар. һыпырыу 4. Ашты һапырыу. Һапырып бөтөу. Бутәндәргә ҡалдырмай һапырыу.
ҺАР I (Р.: канюк; И.: harrier; buteos; T.: bayağı şahin) и. зоол.
Ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған, ҡарғанан ҙурыраҡ, ҡорһаҡ аҫты буй һыҙатлы, ҡыҫҡа, түңәрәк ҡойроҡло йыртҡыс ҡош. □ Канюк, сарыч (лат. Buteo buteo). ■ Һауаларҙан осҡан, эй, һар микән, аяҡҡайҙарын кургән бар микән. Халыҡ йырынан. Сал борҡот бер тирәлә талғын ғына әйләнергә тотондо. Уныһына саңҡылдаҡ һар эйәрҙе. И. Ноғманов.
ҺАР II (Р .: песенно-речитативный жанр; И.: kind of cantillation; T.: türkü) и. фолък.
Һамаҡ рәүешендә еңел көй менән әйтелгән йыр. □ Песенно-речитативный жанр. һар һарнау. Һар сығарыу. Һар әйтеу.
ҺАРА (Р.: деревянная чаша; И.: wooden bowl; T.: ahşap kasa) и. этн.
Ҡуллама һалып табынға килтерә торған ҙур, оҙонса ағас һауыт. □ Большая продолговатая деревянная чаша. Табынға һара тултырып аш ҡуйыу.
ҺАРАЙ I [фарс. >-»] (Р.: дворец; И.: palace; T.: saray) и.
1. Батшалар, хандар, дәүләт башлыҡтары тора торған йорт. □ Дворец, замок. Батша һарайы. Һарай баҡсаһы. ■ Хан ҡыҙҙары ҡайта торһон, Алпамыша ята торһон, беҙ Барсынһылыуса киләйек, Буләрхан һарайына инәйек. «Алпамыша».
2. Махсус йәмәғәт ойошмаһы урынлашҡан ҙур бина. □ Дворец. Спорт һарайы. ■ Бығаса был тирәлә, хатта Өфөнөң уҙендә лә булмаған иҫ киткес матур Мәҙәниәт һарайы төҙөлдө. 3. Биишева.
ҺАРАЙ II [фарс. (Р.: хлев; И.: stable; T.: ahır) и.
Мал-тыуар тора торған йорт ҡаралтыһы; кәртә, ҡура. □ Хлев, сарай. Ат һарайы. Мал һарайы. Һарай ҡапҡаһы. ■ Бикмәттәрҙең
төҙөу бригадаһы көҙгә ат, сусҡа, һыйыр һарайы һәм дурт йөҙ кеше һыйырлыҡ бер клуб өлгөртөргә тейеш. С. Агиш. Нәбир атын һарайға индерҙе лә, баҡса буйына килеп, куршеләр яғына ҡолаҡ һалды. Р. Байбулатов.
ҺАРАЙЛЫ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Мең ‘ырыуына ҡараған аймаҡ исеме. □ Родовое подразделение башкир племени мин. Һарайлылар иләуе. һарайлы улусы. Һарайлы араһы шәжәрәһе.
ҺАРАЙТА (Р.: кираса; И.: cuirass; Т.: göğüslük zırh) и. тар.
Йоҡа ҡоростан яһалған боронғо яу кейеме; йәүшән. □ Кираса, латы. ■ Яугирҙарҙың ут яҡтыһында баштарындағы тимер торҡалар, өҫтәрендәге йәушәндәр, һарайталар, һөңгө остары куҙҙе сағылдырып ялтлап китә. Ә. Хәкимов. Толпарҙарға атланған һәр береһе өҫтәренә тимер кулдәк, кубә, һарайта, баштарына тимер торҡа, ҡалпаҡ кейгән яу кейемдәре, ҡалҡан, һөңгө, уҡ-һаҙаҡ, ҡылыс ише ҡоралдары менән алптай яу баһадир-ҙары, ғәскәр башлыҡтары — сәрҙарҙар шул. Ғ. Хөсәйенов.
ҺАРАЙ ЭЙӘҺЕ (Р.: дух скотного двора, подворья; И.: animal farm spirit; T.: Ahır İyesi) и. миф. ҡар. аҙбар эйәһе.
Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, һарай эсендәге малды ҡурсалап тороусы эйә, рух. □ Дух, хозяин скотного двора, подворья. М Малың урсемәһә, зыян килһә: «Һарай эйәһе зыян итә», — тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ҺАРАЛЙЫН (Р.: бекас; И.: jack-snipe; T.: su çulluğu) и. зоол.
1. Ҡыҫҡа аяҡлы, оҙон суҡышлы, арҡаһы көрәнһыу буйлы, ҡорһағы аҡ төҫтә, сыйырсыҡ ҙурлыҡ, көйөлдөләр ғаиләһенә ҡараған һаҙ ҡошо. □ Бекас (лат. Gallinago gallinago). ■ һауала, төрлөсә ҡыланып, һаралйындар оса. Я. Хамматов. Һаҙ ҡошо һаралйын, һәр төрлө эреле-ваҡлы урҙәк, биҙәр биҙәктәй, кулдәрҙе биҙәй. С. Бәҙретдинов.
2. миф. Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, аҫҡы донъя менән бәйле ҡош.
491