ҺАРАН
□ Бекас (мифологизированная птица, связанная с болотом, с нижним (загробным) миром). ■ Һаралйын — хәрәм ҡош, итен ашамайҙар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺАРАН (Р.: скупой; И.: stingy; T.: cimri) с.
Үтә һаҡсыл, үҙ нәмәһен кешегә бирергә ҡыҙғаныусан, ҡарун. □ Скупой, жадный, прижимистый. ■ Карттың һөйләуе буйынса, ҡоҙа тигәндәре Ғилаж тигән бик һаран бай икән. С. Агиш. Имай атаһына ҡарағанда ҡуп уҫал, ҡаты, һаран. Һ. Дәүләтшина. • һаранға һарылма. Әйтем. Һарандың ашы бешмәҫ. Әйтем. Һаран кешегә эт баҡмаҫ, төнлөгөнән ел ҡаҡмаҫ. Әйтем.
♦ һүҙгә һаран әҙ һөйләүсән. □ Неразговорчивый, скупой на слова. ■ Ғәҙәттә, һуҙгә бик һаран булған Ғизетдин ағай был юлы бик ихлас һөйләшә ине. Д. Исламов. Егеттәрҙең һуҙгә һарандары серлерәк куре-нә, ҡыҙҙарҙың аҡыллылары шуларға ылығыу сан. Р. Солтангәрәев.
ҺАРАНАЙЫУ (һ ар апай-, һараная) ҡ. ҡар. һаранланыу. М Ныязғол бай етем энеһен һыйҙырмай урыҫ тупһаһында йөрөтә, байыған һайын һаранайҙы. Һ. Дәүләтшина.
ҺАРАНЛАНЫУ (һаранлан-) (Р.: скупиться; И.: stint; T.: cimrilik etmek) ҡ.
Әйберен ҡыҙғаныусанға әйләнеү, һаран булыу. □ Скупиться, жадничать; быть скупым, скрягой. ■ Аҡҡолайҙа берәй кеше һаранланып берәй әйберен йәлләп торһа: «Кит, ҡырмыш Йәмиләләй булып тораһың тағы», — ти ҙә ҡуялар. Т. Килмөхәмәтов. [Нәркәс:] һинән, атай, һорайым бер ҙә һаранланмаҫҡа. Егеткә бир Аҡбуҙҙы, Урал батыр ҡылысын. «Аҡбуҙат». Бөтә малды таратып бөтөрөргәме? — тип һаранланды Арыҫлан. F. Ибраһимов.
ҺАРАНЛАШЫУ (һаранлаш-) ҡ. диал. ҡар. һаранланыу. ■ [Алманы] дурткә бул-деңме, уҙең өлөшһөҙ ҡалаһың, ә бөтөнләй булмәй һаранлашһаң, ғумерең буйы ана шул һыңар алмаға ҡарап ҡалыуың да ихтимал. К. Фазлый.
ҺАРАНЛЫҠ (һаранлығы) (Р.: скупость;
И.: greed; stinginess; miserliness; T.: cimrilik) и.
һаран кешегә хас сифат, һаран булыу хәле. □ Скупость, жадность. ■ Байрам ашы — ҡара-ҡаршы, тигәндәй, Мәғруф уҙе
лә маҡтау һуҙҙәренә һаранлыҡ курһәтмәне. С. Поварисов. Уның [Хәлиулланың] сәмләнеп китеп, ҡомһоҙланып эшләуе менән аҙыраҡ һаранлығынан башҡа бер төрлө лә ғәйебе юҡ. И. Ғиззәтуллин.
ҺАРАННАУ с. диал. ҡар. һаран. Һаран-нау кеше. Был яҡтың кешеләре һараннау.
ҺАРАПТАШ (Р.: неопрятный; И.: untidy; T.: şapşal) с. диал. ҡар. әрпеш.
Йыйнаҡлыҡ, бөхтәлек етешмәгән, таҙа түгел (кешегә ҡарата). □ Неопрятный, неряшливый. Һарапташ ҡыҙ. Һарапташ кейенеу. һарапташ булып йөрөу.
ҺАРАТ (Р.: мифический небесный конь; И.: mythical heavenly horse; T.: Sarat (bir mitoloji gök atı) и. миф. (баш хәреф менән)
1. Башҡорт мифологияһында йыһан аты исеме. □ Мифический небесный конь. ■ Кесе Етегәндә Буҙат менән Һарат йәшәй. «Башҡорт мифологияһы»нан.
2. Кесе Етегәндең һабы осонда торған Тимер ҡаҙыҡ йондоҙо янындағы һарғылт йондоҙ. □ Название звезды. Етегәндән алыҫ тугел ике йондоҙҙо Һарат менән Буҙат, тиҙәр.
ҺАР АТА (Р.: снозы; И.: skewer; T.: şiş) и. диал. ҡар. тағара.
Балауыҙ тотоу өсөн түмәр умарта йәки солоҡ эсенә ҡуйылған нәҙек кенә таяу ағастар. □ Снозы (палочки, прибиваемые к внутренним стенкам колодочных ульев, на которых пчёлы строят соты). Солок һараталары. Умартаға һарата ултыртыу.
ҺАРАУҺЫҘ (Р.: бесстыдный; И.: shameless, unblushing; T.: utanmaz) с.
1. Әҙәп, тәртипте белмәгән әрһеҙ холоҡло, оятһыҙ, тупаҫ. □ Бесстыдный, бессовестный. һарауһыҙ кеше. һарауһыҙ хәл. ■ һарауһыҙ ҡыҫҡартыу һөҙөмтәһендә поэма тоҡос килеп сыҡҡан. Р. Ниғмәти. [Приказчик] башта, элекке устәрен алғандай, бик һарауһыҙ, тупаҫ ҡыланды. Ғ. Хөсәйенов.
2. диал. Иҫәпһеҙ, һаҡһыҙ тотона торған, әрәм-шәрәм итә торған; бәрәшән. □ Неэкономный, расточительный, һарауһыҙ ҡыланыу. Аҙыҡты һарауһыҙ тотоноу. • һарауһыҙ һаҡлағанды ҡуймаҫ, ҡарға ҡаҡлағанды ҡуймаҫ. Мәҡәл.
492