ҺАРҒАУЫЛ
ҺАРАУЫС (Р.: вышитое налобное украшение; И.: headband with embroidered ornament; T.: nakışlı alın süsü) и.
1. этн. Ҡашмау аҫтынан маңлайға бәйләү өсөн аҡ киндер таҫмаға ебәк йәки йөн ептән сигеп яһалған биҙәнеү әйбере (туйҙа егет яғының ҡатын-ҡыҙына таратыла торған ҡыҙ бүләге). □ Вышитое налобное украшение, надеваемое под кашмау (преподносится гостьям на свадьбе в качестве подарка невесты). М Һарауыстар таратылып бөткәс, баш ҡоҙағый ирҙәргә — күлдәклек ситса, таҫтамал, әбей-һәбейҙәргә еп өләште. Я. Хамматов. • Һарауысты һанап бир, биҙәктәрен ҡарап бир. Әйтем.
2. диал. Сигелгән янсыҡ. □ Вышитый кисет. Малайҙарға һарауыс таратыу. Ҡәйнешкә һарауыс бүләк итеү.
ҺАРАУЫСЛАУ (һарауысла-) (Р.: украшать узорами; И.: adorn with patterns; T.: desenlemek) ҡ.
Тирмә кейеҙен һарауыс биҙәге һымаҡ итеп ебәк менән нағышлап сигеү. □ Украшать узорами, вышивать узоры на чём. Я Ҡоҙа-ҡоҙағый өсөн ебәк менән һарауыслап сиккән кейеҙ тирмәләр ҡорғандар. Ғ. Ибраһимов. Аҡҡужа өндәшмәне, иңенә яғалары һарауыслап ҡайылған, итәктәре әберсә ебәк менән типселгән киң аҡ сапан һалып, тороп ултырҙы. Ә. Хәкимов.
ҺАРАЯҠ (һараяғы) (Р.: годовалый осенний телёнок; И.: one-year-old calf; T.: bir yaşlık güz buzağu) u.
Бер ҡыш ҡышлаған көҙгө быҙау. □ Годовалый осенний телёнок. Я Ҡорбанлыҡҡа һәр аранан берәр шешәк һарыҡ, батырҙар көтөүенән иһә өс һараяҡ башмаҡ, ике баш йәш йылҡы һайлап алынды. Ә. Хәкимов. Яҡшы-мы-яманмы, колхоз үҙебеҙҙеке, — тип дөрөҫләне уны Таһир олатай. — Ә бер йылда гөбөрләтеп һауып эскән һыйырым урға төшөп ҡазаланғас, колхоз үҙе премияға һараяҡ тана башмағын етәкләтеп ҡайтарҙы. Й. Солтанов.
ҺАРБАЙ (Р .: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Тамъян ырыуына ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Родовое подразделение башкир племени тамьян, һарбай аймағы. Һарбайҙар менән аралашыу. Һарбайҙар осо.
ҺАРҒАЙТЫУ (һарғайт ) (Р.: желтить; И.: make yellow; T.: sarartmak) ҡ.
1. һары төҫкә әйләндереү, һары итеү. □ Желтить, делать жёлтым. ■ Ут бер тәҙрәне генә һарғайтып яҡтырта. Н. Мусин. Ыҙғыр елдәрҙән һуң ныҡлап туңған ер өҫтөн, көҙгө ҡырауҙар һарғайтҡан ҡурпыларҙы күҙ сағылдырғыс аҡ ҡар ҡапланы. Б. Хәсән.
2. күсм. Ауырыуға дусар итеү; һарыға һабыштырыу. □ Повергать в печаль, в тоску.
■ Райхана, дымға һыуһаған сәскә кеүек, көндән-көн кибә, шиңә башлаған. Мөхәббәт һарғайтҡан уны шулай. Д. Исламов. Мал ҡайғыһы — ҡайғы түгел, баш ҡайғыһы һарғайта. И. Насыри. Бәхетемде кире ҡаҡтың, һарғайтыр өсөнмө, атаҡайым? Сеңләүҙән.
ҺАРҒАЙЫУ (һарғай-, һарғая) (Р.: желтеть; И.: get yellow; T.: sararmak) ҡ.
1. Һары төҫкә инеү, һары төҫ алыу. □ Желтеть. Я Аҙна-ун көн эсендә ағас япраҡтары һарғайып, далала моңһоу тынлыҡ урынлашты. А. Абдуллин. Таң эңере һарғая башлауға, ялпаҡ ҡалҡыулыҡҡа ҡораллы өс һыбайлы саптырып килеп менде. Р. Байымов.
2. күсм. Ҡайғырыу, һарыға (II, 2) һабышыу. □ Горевать, тосковать, сильно печалиться. ■ Мәрйәм, бисара, аслыҡ сәбәпле, ҡайғы-хәсрәт илә һарғая башланы. М. Ғафури. Ауырып та ятып һарғайманым, мин һарғайҙым һине һағынып. Халыҡ йырынан.
ҺАРҒАЙЫШЫУ (һарғайыш-) ҡ. урт. ҡар. һарғайыу, взаимн. от һарғайыу.
■ Үләндәр һарғайышып ергә һылашҡан, әйтерһең, тән-тамыры менән үҙҙәренә һут биргән тупраҡты һалҡындан ҡапларға әҙерләнгән. Б. Ноғоманов. Улар [япраҡтар] һарғайышып ҡойолалар, ҡыштыр-ҡыштыр килеп осалар, бөтөрөләләр. Ә. Байрамов.
ҺАРҒАУЫЛ (Р.: длинный шест; И.: long pole; T.: uzun sırık) и. этн.
Тирмә төнлөгөн яба торған оҙон ағас ҡорамал. □ Длинный шест, с помощью которого свёртывается или приподнимается
493