ҺАРҒЫЛАУ
тундюк. Сағараҡты һарғауыл менән кутәреу. Оҙон һарғауыл, һарғауыл әҙерләу.
ҺАРҒЫЛАУ с. диал. ҡар. һарғылт, һар-ғылау төҫтәге. Һарғылау кулдәк.
ҺАРҒЫЛТ (Р желтоватый; И.: yellowish; T.: sarımsı) с.
Аҡһыл һары, һары ҡатыш. □ Желтоватый. ■ Тәҙрәләр ҡапҡас менән ҡапланған, тик ниндәйҙер ярыҡтан ғына һарғылт яҡтылыҡ ергә төшә. И. Абдуллин. Электр лампалары, төн буйы янып арыған кеуек, томан эсенән һарғылт нөктә булып ҡына куренәләр. Ә. Вәли. Борай — Балтас — Асҡын тараф-тарындағы ерҙәрҙе тупраҡ тип атау дөрөҫ тугелдер — унда һарғылт балсыҡ. М. Ғиләжев.
ҺАРҒЫЛТЛАНЫУ (һарғылтлан ) (Р.: пожелтеть; И.: grow yellow; T.: sararmak) ҡ.
һарғылт төҫкә инеү, һарғылт булыу. □ Пожелтеть. М Һарғылтлана төшкән япраҡтар, ҡояштың киске нурҙарына мансылып, алтындай ялтырай. С. Ҡудаш. Аҡ стенаның ҡояш төшкән урындары бер буҙарып, бер гәрәбә кеуек һарғылтланып куренәләр. С. Агиш.
ҺАРҘАНЫУ (һарҙан-) (Р.: жаловаться; И.: complain; T.: şikayet etmek) ҡ. диал. ҡар. зарланыу.
Ҡайғы-хәсрәтте кемгәлер еткереү. □ Жаловаться, сетовать, роптать. Һарҙанып ултырыу. Бер туҡтауһыҙ һарҙаныу. Тормошҡа һарҙаныу.
ҺАРҘАУ (һарҙа-) ҡ. диал. ҡар. һағыныу. Ата-әсәне һарҙау. Һарҙап ҡайтыу. Һарҙап көтөу.
ҺАРҠАЙ (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Юрматы ырыуына ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Родовое подразделение башкир племени юрматы. Һарҡайҙар осо. һарҡай араһы. Һарҡай араһы шәжәрәһе.
ҺАРҠАШ I (Р.: копотливый; И.: ргос-rastinative; T.: ağır, yavaş) с. диал. ҡар. мыштыр.
Әкрен ҡуҙғалыусан, ығыш. □ Копотливый, медлительный (о человеке). Киленебеҙ бигерәк һарҡаш. һарҡаш ҡыҙ.
ҺАРҠАШ II с. диал. ҡар. һаран. Байҙар һарҡаш була. Һарҡаш кеше.
ҺАРҠЫЛЫУ (һарҡыл-) (Р.: сочиться; И.: trickle; T.: sarkmak) ҡ. һөйл.
Нимәлер аша үтә һарҡып сығыу, һарҡып тороу. □ Сочиться. Ҡан һарҡыла. Һыу һарҡыла. Йәш һарҡыла, й Көндөҙ ҡар аҫтынан һарҡылып йыйылған һыу туңа, ләкин йоҡа ғына боҙ көн битендә тиҙ ук эреп бөтә. Ә. Хәкимов.
ҺАРҠЫНДЫ I (Р.: насочившаяся жидкость; И.: liquid filtered out; T.: sarkıntı) и.
1. Һарҡып сыҡҡан шыйыҡлыҡ. □ Насочившаяся жидкость, сцеженная жидкость. Һөт һарҡындыһы. Сәй һарҡындыһы. Бал һарҡындыһы. ■ Ҡалын тимер менән ҡоршалған кырандас тәгәрмәстәре юлға йыйылған һарҡынды һыуҙы шыптырлатып кисеп утә. И. Ғиззәтуллин.
2. һыуға ниндәйҙер үлән, үҫемлек һалып ултыртҡан йәки ҡайнатылған төнәтмә.
□ Настойка, отвар. Һарҡынды әҙерләу. Аҡ сәскә һарҡындыһы. Әремдән һарҡынды яһау. ■ Баҙҙағы фляганың төбөндәге һарҡындыны сумескә бушатып .. Рауза еңел тын алды. Т. Ғарипова.
3. Ҡайнағанда иремәй, һауыт эсенә ултырып ҡатҡан тоҙҙар; ултырма, юшҡын.
□ Осадок, накипь. Һарҡынды барлыҡҡа килеу. Сәйнук һарҡындыһы.
4. Һыуҙа ебеп, иҙелеп ятҡан бысраҡ; батҡаҡ. □ Жижа. Тиҙәк һарҡындыһы. Ҡарҙан һарҡынды ҡалды, һарҡындыға батыу.
ҺАРҠЫНДЫ II (Р.: пакля; И.: oakum, hards; T.: kıtık) и. диал. ҡар. сүбәк.
Етенде, киндерҙе талҡып тарағандан һуң ҡалған ҡыҫҡа сүс. □ Пакля. Киндер һарҡындыһы. Һарҡындыға әйләнеу. Йукә һарҡындыһы.
ҺАРҠЫНДЫ III (Р.: род; И.: bearer of the family name; T.: kuşak) и. диал. ҡар. түл.
Нәҫелде дауам иткән тоҡом, бала. □ Род, порода; ребёнок. Ҡатай ырыуы һарҡындыһы. Һартай ырыуының һарҡындыһы ҡалманы.
ҺАРҠЫРАУ (һарҡыра-) ҡ. ҡар. һарҡыу 1,1. ■ Ҡыҙҙырылған, майы һарҡырап торған тоҙлаған ит уның [Гәрәйҙең] ауыҙының һыуын килтерҙе. Б. Бикбай. Уҡты тартып
494