Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX. 495 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАРҠЫУ
алғандар, яраһын арлы-бирле генә бәйләгәндәр, яңағынан һаман ҡан һарҡырай [Арыҫландың]. Б. Рафиҡов.
ҺАРҠЫТ I (Р.: объедки; И.: leftovers, leavings; T.: yemek artıkları) и.
Ашағандан ҡалған аҙыҡ, ҡалдыҡ аш.
□ Объедки. Икмәк һарҡыты. Аш һарҡыты. ■ [Гуҡмуйрыҡ:] Ҡунаҡ-төшөм ваҡытында ла ҡалған һарҡыт менән туйынаһың. Ғ. Ибраһимов. • Эт һарҡытын арыҫлан еймәҫ. Әйтем. Үҙе туймағандан һарҡыт һорама. Әйтем.
ҺАРҠЫТ II (Р.: процеженный свежий катык; И.: kind of Bashkir dairy product; T.: süzülmüş taze katık) и.
һыуы һарҡытылған йәш ҡатыҡ; һөҙмә.
□ Процеженный свежий катык. Һарҡыт әҙерләү. Һарҡыт эсеү. ■ Ҡуйылығы ҡай-маҡтай, тәмлелеге һарҡыттай һаба-һаба ҡымыҙы. Ҡобайырҙан.
ҺАРҠЫТЫЛЫУ (һарҡытыл-) ҡ. төш. ҡар. һарҡытыу, страд, от һарҡытыу. ■ Ит туралғас, ҡәйнәм һарҡытылған һалмаға итте һалды. Т. Кусимова.
ҺАРҠЫТЫУ (һарҡыт-) (Р.: цедить;
И.: strain, draught; T.: süzmek) ҡ.
1. Шыйығын ипләп кенә ағыҙып, ҡуйыһын айырыу. □ Цедить, процеживать, фильтровать. М [Айбикә] эркет ҡутарып, уны тоҡҡа ҡойоп һарҡытырға ҡуйҙы. һ. Дәүләтшина. Зарифа, шырпы табып, етеле шәмде тоҡандырғас, мейес башындағы мискәнән ҡурын һарҡытып, бер сеүәтәләй бал һыҡты. Т. Ғарипова. Балды кәрәҙҙән һарҡытырға йүкә иләккә һалаһың. Й. Солтанов.
2. Әҙ-әҙ генә итеп ағыҙыу. □ Накапывать, наливать по каплям; давать сочиться, стекать. ■ [Бай] шешәнән һарҡытып ҡына ҡойоп алып ҡымыҙ эсте. Ғ. Ғүмәр.
3. Йыуған нәмәне һыуын ағыҙырға ҡуйыу. □ Сушить, просушивать. Кейемдәрҙе һарҡытыу. Кер һарҡытыу. Биҙрәләрҙе һарҡытыу. ■ Хөббөниса йыуған ҡашаяғын һарҡытырға ҡуйҙы. Я. Хамматов.
ҺАРҠЫУ I (һарҡ-) (Р.: сочиться; И.: trickle; T.: sarkmak) ҡ.
1. Әҙләп кенә йыйылып сығып ағып тороу. □ Сочиться, просачиваться; стекать.
■ Ауыҙынан ҡан һарҡып ятҡан Сәғиҙулла, уң ҡулын күтәреп, ипләп кенә маңлайына баҫты. 3. Биишева. Түбәләрҙән һарҡып тамалар яҙҙың һуңғы тамсы һыуҙары. Ғ. Амантай. Сепрәк аша шыйыҡ нәмә һарҡый башланы. М. Кәрим.
2. Шыйыҡ өлөшө, һыуы һөҙөлөп йәки яй ғына ағып ҡороу, кибеү. □ Сушиться, просушиваться. Йыуып түңкәргән һауыт-һаба һарҡып тора. ■ Быуалағы һыу ҡайҙалыр һиҙелмәй генә һарҡып бөткән. Б. Рафиҡов.
3. күсм. Ишетелеп ҡалыу, салыныу.
□ Доноситься, слышаться; просачиться, проникать через преграды (о звуках, свете и т. д.). ■ Баструк тәҙрәһеҙ, әммә таң яҡтыһы һарҡып инергә барыбер ектәр таба — түшәмдән дә, ишек башынан да, тағы әллә ҡайҙарҙан. Б. Рафиҡов. Бейек ағастарҙың алтын һымаҡ ялтлаған төҙ олондары араһынан һарҡып сыҡҡан нурҙар, оҙон күләгәләр менән ярышып, ер өҫтөнә һуҙылды. Ш. Янбаев.
ҺАРҠЫУ II (һарҡ-) (Р.: клониться; И.: go down; verge; T.: sarkmak) ҡ.
1. Түбәнгә ауышыу; түбәнләү (ҡояш, ай тураһында). □ Клониться, склоняться.
■ Ҡояш тауға һарҡығанда бөтә ялан буш ҡалды. һ. Дәүләтшина. Офоҡҡа һарҡып барған көҙ ҡояшы йомшаҡ алтын нурҙары менән уның битенән, күҙенән һыйпаны. 3. Биишева.
2. Билдәле бер ваҡытҡа, миҙгелгә табан йүнәлеш алыу, үҙгәреү. □ Переходить, склоняться; меняться (о времени года и т.д.). Ҡышҡа һарҡҡан мәл. Яҙға һарҡыу. Я Көндәр көҙгә һарҡып, ара-тирә ямғыр яуып уҙа. Ә. Хәкимов. Көн кискә һарҡып, төньяҡтан иҫкән һалҡынса елдән ҡырыҫланып китте.
3. Биишева.
ҺАРҠЫУ III (Р.: к; И.: towards; Т.: -а, -е, doğru) бәйл. диал.
Төбәү килештәге һүҙҙәрҙән һуң килеп, хәрәкәттең йүнәлеш яғын белдерә; табан.
□ К, по направлению к (послелог с дат. п.).
■ Бер көнө, кискә һарҡыу, атайым Мәлек байҙарға бесән сабышырға өмәгә барып,
495